

Тыуған төйәгенә битараф булмағандар бихисап. Тыуып үҫкән ауылына ярҙам итеүселәр көндән-көн арта. Финанс йәһәтенән дә, бүтән төрлө лә булышлыҡ итеүҙәре – шуға асыҡ миҫал. Ғөмүмән, теләктәшлек тойғоһо менән йәшәүселәрҙең күплеге ҡыуандыра.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, үҙенең тыуған ауылы Һайранға барып ҡайтҡандан һуң, бер проект тураһында хәбәр итте. “Тыуған яғына ярҙам күрһәткән меценаттар хаҡында һөйләргә кәрәк. Шуны аңлау мөһим, теге йәки был ауыл нимәгә мохтаж? Был дәүләт хәл итә торған проблеманы уларҙың иңенә ауҙарып ҡуйыу тигәнде һис кенә лә аңлатмай. Тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына күңел ҡушыуы буйынса ярҙам иткәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ынтылыуҙы аңлата. Мин дә Һайранға ярҙам итәм...” – тигәйне Радий Фәрит улы.
Тыуған ауылын ярҙамдан өҙмәүселәрҙең береһе – Илшат Ғәлиев менән осраштыҡ.
– Кәлсер-Буран ауылының уртаһында үткән быуаттың 90-сы йылдарында Түңәрәк күл була торғайны, ни сәбәптәндер ул кинәт ҡороно, – тине Илшат ағай. – Ә ниңә уны тергеҙмәҫкә? Изге эшкә былтыр декабрҙә тотондоҡ, хатта көндәрҙең буранлап тороуы ла әлеге ғәмәлдән ситләштермәне. Яҡташтарымдың әүҙемлеге шатландырҙы. Һәр кем, ҡулына эш ҡоралын тотоп, өмәгә ашыҡты.
Кәлсер-бурандар тәүҙә күлде тимер, резина, кәнсир, ҡалай кеүек ҡый-һайҙан таҙартҡан, йөк машинаһында бик күп сүп-сарҙы ҡаты ҡалдыҡтар полигонына алып барып түккән. Шулай итеп, уны ярайһы тәрәнәйткән. Ир-ат яр буйына нығытма урынлаштырған, шыршы һәм йүкә ағастары ултыртҡан. Әле ауылдаштар күлгә исем эҙләй. Быйыл күл төбөндәге шишмә атылып сыҡҡан һәм тәрән күл барлыҡҡа килгән, йылы яҡтан ҡайтҡан ҡыр ҡоштары бында бала сығарған.
Ошо эштәрҙең башында торған Илшат Ғәлиев һөйләүенсә, күл тергеҙелгәс, ауылға йәм ингән, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән. Әлбиттә, Яңы Кәлсер ауылы хакимиәте башлығы Рәил Диваев менән кәңәшләшеп, бар уй-ниәтте бергә бойомға ашыралар.
Заман геройҙарын йыраҡтан эҙләргә кәрәкмәй, улар – бар, улар – яныбыҙҙа йөрөй. Һүҙ ҙә юҡ, Илшат Ғәлиевтең дә киләһе көндәргә уй-ниәттәре бихисап.
– Ауылының киләсәге өсөн борсолмағандар юҡтыр, һәр хәлдә, мин шулайыраҡ уйлайым, – ти әңгәмәсем. – Кемдер мәсет төҙөткән, икенсе берәү юл һалдыртҡан, бүтәндәр ҙә ауылын йәмләндереү өсөн башҡа изге эштәргә күмелгән. Һәммәһе лә хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша, шул иҫәптән мин дә.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Ауырғазы районы.

