Йәмғиәт
7 Декабря 2021, 08:28

Етмеш һигеҙ йыл үткәс... тыуған еренә ҡайтты

Үрге Һаҙ ауылының данлы улы үҙенең исемен данға күмде.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Илебеҙ, йәмғиәтебеҙ, кешеләр тормошондағы күп ваҡиға тарихта юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Теүәл 80 йыл элек – 1941 йылдың 22 июнендә башланған Бөйөк Ватан һуғышы XX быуат тарихындағы иң фажиғәле ваҡиға булып тора. Һуғыш тамамланыуға 76 йыл уҙһа ла, уның хаҡындағы хәтирәләр халыҡ күңелендә һаҡлана, сөнки афәте һәр өйгә, һәр кешегә ҡағылды. Яу яланында ятып ҡалғандарҙың, ауыр яраларҙан мандый алмай госпиталдәрҙә вафат булғандарҙың, һуғыштан һуң йәрәхәттәрҙән баҡыйлыҡҡа күскән яугирҙәрҙең, тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙ-үҙен аямай эшләгән тыл хеҙмәтсәндәренең береһен дә оноторға тейеш түгелбеҙ.

 

Бәйләнеш өҙөлһә лә...

 

Был дәһшәтле йылдар беҙҙән алыҫая барған һайын шул быуын күрһәткән батырлыҡтың бөйөклөгөнә тағы ла нығыраҡ төшөнәбеҙ. Улар тураһындағы хәтер, быуындан-быуынға тапшырылып, киләһе быуаттарҙа ла йәшәргә тейеш. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ!

Яңынан асыҡланған мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллиондан ашыу ватандашыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Рәсәй Оборона министр­лығының “Мемориал” мәғлүмәттәр банкында Ҡыҙыл Армияның юғалтыуҙары хаҡында 20 миллион яҙыу теркәлгән, был яҙмалар йыл һайын тулылана бара. Биш миллиондан ашыу һалдат һәм офицерҙың тәүге ерләнгән урыны халыҡҡа еткерелгән. Документтарҙы һанлаштырыу һөҙөмт­ә­һендә фашист лагерҙарында булған бер миллион хәрби әсирҙең исеме асыҡланған. Ә бына немецтарҙың мәғлүмәттәре буйынса, биш  миллиондан ашыу совет гражданы әсирлектә булған. Тимәк, дүрт миллиондан ашыу исем онотолған һәм тарихтан һыҙып ташланған...

Фронтта һәләк булған яугирҙәрҙең киткән урыны күрһәтелгән мәғлүмәттәр ярҙамында яҡындары һәм туғандары атай-олатайҙарының, батырлығы хаҡындағы иҫтәлектәрҙе тергеҙә ала.

Ошо көндәрҙә тағы бер яҡташ яугиребеҙ, Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман һалдаты, Үрге Һаҙ ауылынан Хәйбулла Хисмәтуллиндың даны тыуған еренә ҡайтты. Һалдаттың һөлдәһен табыуға һәм алып ҡайтыуға Волгоград өлкәһенең Ольховка районы Октябрь урта мәктәбендәге 16-сы Һауа армияһы музейына нигеҙ һалған Василий Белоусов, Көйөргәҙе районының “Ҡаһарманлыҡ” эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбаев һәм геройҙың туғаны Фаршат Аҡбирҙин күп көс һалды.

Василий Белоусов яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән 16-сы Һауа армияһының тарихы менән 1975 йылдан алып шөғөлләнә. Төрлө саралар ойоштора, һуғыш яугирҙәре һәм уларҙың туғандары менән осрашыуҙар уҙғара. 1977 йылда шундай осрашыуҙарҙың береһенә Хәйбулла Хисмәтуллиндың яҡындары – ике туған ҡустыһы Рәфҡәт Вафин менән бер туған һеңлеһе Сабира Аҡбирҙина (Хис­мәтуллина) килә. Улар, әлбиттә, яҡындарының һуңғы төйәген күрергә теләк белдерә. Әммә ул ерҙәрҙең тышҡы йөҙө үҙгәреү һәм ҡәбер өҫтөндәге фанерҙан яһалған һәйкәл юғалыу сәбәпле, улар был маҡсаттарын тормошҡа ашыра алмай. Туғандар Белоусовтан ағайҙарының ерләнгән урынын эҙләп табыуын үтенә, әммә ваҡыт уҙыу менән бәйләнеш өҙөлә...

Тынғы белмәҫ эҙәрмән уларҙың үтенесен онотмай һәм эҙләнеүҙән туҡтамай. Һөҙөмтәлә пилот Хәйбулла Хисмәтуллин һуңғы тапҡыр һауаға күтәрелгән һәм һәләк булған, ерләнгән урыны хаҡында мәғлүмәттәр асыҡлана һәм ирекмәндәр аша “Ҡаһарманлыҡ” эҙәрмәндәр отряды командиры С. Һатыбаевҡа еткерелә.

 

Дәлилдәр табыла

 

Быйыл 5 майҙа 228-се һөжүм авиация дивизияһы 694-се һөжүм авиация полкының “Ил-2” самолеты осоусыһы – 1942 йылдың 22 октябрендә һәләк булған сержант Хәйбулла Хисмәтуллиндың һуңғы төйәген асыҡлау маҡсатында билдәһеҙ һалдат ҡәберлеге өйрәнелә.

Эште 4 майҙа урындағы халыҡтан мәғлүмәттәр белешеүҙән башлағандар. В.Д. Белоусов һәм ҡасабаның өлкән кешеләре иҫләүе буйынса, Имәнле (Көнбайыш) үҙәнендә Имәнле утары булған һәм унда ҡаҙаҡтар йәшәгән. Үҙәндең икенсе яғында ҡаҙаҡ зыяраты урынлашҡан, уның ситендә өҫтөнә фанерҙан яһалған һәйкәл ҡуйылған ҡәбер булған. Фараз итеүҙәренсә, Х. Хисмәтуллин шунда ерләнгән. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында утарҙа йәшәүселәрҙе икенсе ерҙәргә күсерәләр, үҙән урынында дамба ҡоралар һәм быуа эшләйҙәр. Зыяратты һыу баҫа башлағас, ҡаҙаҡтар бында күмелгәндәрҙе икенсе урынға күсереп ерләгән. Был ваҡытҡа фанерҙан эшләнгән һәйкәл юғалған булғас, яңғыҙ ҡәберҙе берәү ҙә таба алмай.

Белоусов беҙгә Хәйбулла Хисмәтуллин идара иткән “Ил-2” самолетының ергә төшкән урынының схемаһын һәм шул ваҡиғаға шаһит булған аэродром хеҙмәтләндереүе батальонының шәфҡәт туташы Зинаида Григорьевна Цыганкованың яҙма иҫтәлектәрен тапшырҙы.

“Бөтә самолеттарыбыҙ ҙа заданиенан ҡайтты, һуңғыһын 35 минут көттөм. Күрәм: оса, артынан мессер (немец самолеты) күренде. Бер саҡрым ара ҡалғас, беҙҙең самолет яна башланы һәм ергә ҡолап төштө, әммә төшкән урыны күренмәне. Дошман ҡасты. Бөттө”.

Имәнле үҙән ингән ерҙәрҙең хужалары булған фермер хужалығынан һәм муниципалитеттан ҡаҙыныу һәм эҙләнеү эштәре алып барырға рөхсәт алғандан һуң, эш башланған. Оҙонлоғо – 250 метр, киңлеге 70 метр майҙан билдәләнгән, уның бер яғы быуа ярына барып терәлһә, икенсе яғы урман һыҙаты менән сикләнгән. Ҡаҙыныу эштәре археологик ысул менән, йәғни фотоһүрәткә теркәүҙең барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәп башҡарылған. Эш барышында кеше һөлдәһе һәм ҡәберлектең хәрби икәнлеген иҫбатлаусы әйберҙәр табылған. Ҡалдыҡтарҙы эксгумациялау тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

“Һөлдәнең нәҡ Х. Хисмәтуллиндыҡы булыуын йәнә шул да дәлилләй – 694-се һөжүм авиация полкында хеҙмәт иткән пилоттарҙың икәүһе генә мосолман була, тәүгеһе – ул, Башҡортостан егете, икенсеһе – Миңдейәр Гешар улы Мөхтәров, күрше Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһенән. Туғандары хәтерләүенсә, улар дуҫ була, ҡыҫҡа ял ваҡытында икәүләп тыуған ере Хәйбуллаға ҡайтып урайҙар. Юғалғандар исемлегендә Мөхтәров юҡ. Тимәк, Миңдейәр һәләк булған дуҫын, йола буйынса, йәғни мосолман (был осраҡта ҡаҙаҡ) зыяратына ерләүҙе хәстәрләгән. Быларҙың барыһы ла Имәнле үҙәнендә табылған кеше һөйәктәренең 228-се штурмлау авиация дивизияһына ҡараған 694-се һөжүм авиация полкының “Ил-2” самолеты пилоты Хәйбулла Хисмәтуллиндыҡы булыуын раҫлай”, – ти эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбаев.

Хәйбулланың һәләк булыуы хаҡындағы “ҡара ҡағыҙ”ҙы яҡындары 1942 йылдың ноябрендә ала. Ус аяһындай был ҡағыҙ киҫәгендә шундай һүҙҙәр яҙылған:        “Гражданин Хәлил Ғарифулла улы Хисмәтуллинға. Һеҙгә хәбәр итәбеҙ: улығыҙ – пилот, сержант Хәйбулла Хәлил улы Хисмәтуллин, 1942 йылдың 22 октябрендә Социалистик Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап, тиңһеҙ алыш ваҡытында һәләк булды. Ул Сталинград өлкәһенең Пролетар районында Көнбайыш үҙәненең көнсығышына табан бер километр ситтәрәк урында ерләнде. Улығыҙ Хәйбулла Хәлил улы хәрәкәт итеүсе армияла булған осорҙа иптәштәре менән бергә фашист ҡоҙғондарының 26 танкыһын, 22 автомашинаһын һәм бер самолетын юҡ итте. Ҡыҙыл Армияның батыр һалдатын, Социалистик Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы ҡыйыу ул үҫтергәнегеҙ өсөн, ҡәҙерле Хәлил Ғарифулла улы, һеҙгә оло хөрмәт һәм дан! Полктың барлыҡ личный составы батырҙарса һәләк булған Хәйбулла Хәлил улының рухы алдында баш эйә һәм дошманға нәфрәт менән яна. Һеҙҙең улығыҙ, беҙҙең иптәшебеҙ өсөн үс аласаҡбыҙ, тип ышандыра. Фашистар ғәзиз илебеҙҙә булмаясаҡ һәм уларға ҡарттарыбыҙҙы, атай-әсәйҙәребеҙҙе, апай-һеңлеләребеҙҙе, балаларыбыҙҙы мыҫҡыл итергә, йәберләргә юл ҡуймая­саҡбыҙ.

Һеҙгә Социалистик илебеҙ мәнфәғә­те­нә бәхетле һәм тыныс хеҙмәт теләйбеҙ. Ба­тальондың өлкән комиссары Урманцев.

Адресы: 582-се ялан почтаһы, 26-сы часть. 1942 йылдың 4 ноябре”.

Республикабыҙҙан һирәк осоусыларҙың береһе – 19 йәшендә генә геройҙарса һәләк булған Хәйбулла Хисмәтуллин 78 йылдан һуң, үҙенең исемен данға күмеп, тыуған еренә мәңгелеккә әйләнеп ҡайтты.

Уның һөлдәһен алып ҡайтыу өсөн яуаплылыҡты һәм ҡайтанан ерләү сығымдарын яугирҙең һеңлеһенең улы Фаршат Әнүәр улы Аҡбирҙин үҙ өҫтөнә алды. Хәйбулла Хәлил улы Мәҡсүт ауылы зыяратында – халҡыбыҙҙың данлы ҡыҙы Бәндәбикәнең мавзолейы, тарихи-мәҙәни архитектура ҡомартҡыһы янында һуңғы төйәген тапты.

Тыуған илдең тоғро һаҡсыһына хөрмәт күрһәтеүгә арналған сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Рәсәй Геройы, хәрби летчик-вертолетсы Рафиҡ Ихсанов, тележурналист, драматург Сәрүәр Сурина, “Ҡаһарманлыҡ” эҙәрмәндәр отряды командиры Салауат Һатыбаев һәм курсанттар, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, фронтовиктың туғандары ҡатнашты.

Үҙҙәре хаҡында иҫтәлектәр йәшәгәндә, һалдаттар үлмәй. Сержант, осоусы-штурмовик Хәйбулла Хисмәтуллиндың исеме лә мәңге йәшәйәсәк!

 

Рөстәм СӘЙЕТБАТТАЛОВ,

тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейы директоры, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты.

 

Күгәрсен районы.

Читайте нас