Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 08:47

Президенттың яратҡан бейеүсеһе

“Алтын быуат” орденына Сапарморат Ниязовтан ҡала Салауат Абдуллин лайыҡ була.

2004 йылдың мартында Төркмәнстан Республикаһының мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға теркәлгән. Ашхабад ҡалаһы Балалар һәм йәштәр һарайының данлыҡлы “Шатлыҡ” балалар бейеү ансамбле етәксеһе, Төркмәнстандың халыҡ артисы Салауат Абдуллинға 70 йәш тулған. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы бөтә илдә ҙур саралар үткән. Милли сәнғәткә индергән хеҙмәте өсөн юбиляр дәүләттең иң юғары наградаһы  – “Алтын быуат” ордены менән бүләкләнгән. Уның тәүге кавалеры илдең беренсе Президенты Сапарморат Ниязов булһа, икенсеһе – беҙҙең яҡташыбыҙ.

Президент Указында ошондай юлдар бар: “Төркмәнстандың халыҡ артисы дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, илдең сәнғәтенә индергән шәхси өлөшө һәм оҙайлы, намыҫлы хеҙмәте өсөн ошо наградаға лайыҡ”. Бөтә үҙәк гәзиттәрҙә Указ һәм Ниязовтың юби­лярға махсус мөрәжәғәте баҫылып сыҡҡан. “Салауат Абдуллин ижади юлын бейеү сәнғәтенә арнаны, үҙенең таланты һәм оҫталығы менән мәҙәниә­тебеҙҙең ошо йүнәлешен күпкә байытты. Ватаныбыҙҙың маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ бындай улдары өсөн беҙҙең байрамдарҙа иң хөрмәтле урындар бүленә”, – тигән юлдар бар унда. Төркмәнстан лидеры шәхсән осрашыуҙар ваҡытында Салауат Камал улына һәр ваҡыт “Минең яратҡан бейеүсем” тип кенә өндәшкән.

Ошондай оло хөрмәткә лайыҡ шәхестең тамырҙары ҡайҙан? Үрген ауылынан (Ейәнсура районы) күре­нек­ле дин әһеле Сәләхетдин ахун хәҙрәт Абдуллиндың өлкән улы Нәж­метдин оҙаҡ йылдар Иҫәнғол ауылы мәсетенең имам-хатибы булып хеҙмәт иткән. Уның 1894 йылда тыуған улы Мө­хәммәткамал дин юлын һайла­ма­ған. Һаулығы шәптән булмаған, етмәһә, бер күҙе зәғиф ир ауыр эшкә лә ярамай. Шул сәбәпле әҙерләүсе булып эшләй һәм, берҙән-бер ала аты менән ауылдан-ауылға йөрөп, тире, йөн, һө­йәк, сепрәк һәм башҡа төр алам-һолам йыйып тапшырып, ғаилә­һен ҡараған. Кешеләргә бигүк асылып бармаһа ла, аҡыллы, һәйбәт кеше булған.

Ҡатыны Шәмсикамал – Яңы Себен­ле ауылынан билдәле Түләбаевтар нә­ҫеле ҡыҙы. Уны шул тиклем егәрле, кешелекле һәм йомарт тип беләләр. Һүҙ ҙә юҡ, бөтә йорт, хужалыҡ эштәре – әсәй кеше һәм бер-бер артлы үҫеп килгән алты баланың хәстәрлегендә. Уларҙың өлкәне Фуат менән 1934 йылдың мартында тыуған кесе туған­дары Салауаттың йәш айырмаһы – теүәл 20 йыл. Шәмсикамал оҙаҡ йылдар колхозға, мәктәп интернатына һәм балалар йортона икмәк бешерә. Был эшсән, татыу ғаиләне ауылда хөрмәт итәләр.

Бөйөк Ватан һуғышы Салауатты бик күп ауыр һынауҙарға дусар итә. Ауы­рыу булһа ла, хеҙмәт армияһына алын­ған атаһы яу яланында ятып ҡала.

1943 йылдың яҙында 11 йәшлек Миңнегөл апаһы ҡышлаған башаҡтан ағыуланып үлә. Шул уҡ йылдың кө­ҙөндә әсәләрен “колхоздың һәм балалар йортоноң келәт мөдирҙәре менән бергә икмәк урлайҙар” тигән ошаҡтан һуң ҡулға алып, милицияға бикләйҙәр. Тикшереүҙәр ғәйепләүҙең нахаҡ булыуын асыҡлай һәм Шәмси­камал ҡотолоп ҡала, ләкин ҡайтып килгәнендә мәктәптең бер уҡытыу­сыһын юлда осратып: “Уй, һылыу, бөттөм бит, йөрәгем әллә нимә эшлә­не”, – тип әйтеп өлгөрә. Өйөнә ҡайта ла йығыла, күп тә үтмәй, аяғын һуҙа. Үкһеҙ етем ҡалған туғыҙ йәшлек малайҙың Фуат һәм Байыҡ абзыйҙары – фронтта. Өлкән апаһы Маһира, һуғышҡа тиклем үк Үзбәкстанға китеп, уҡытыусы булып эшләй, шунда тор­мошҡа сыға. Салауат ауылда үҙе лә балалыҡтан сыҡмаған 15 йәшлек Нәҡиә апаһы ҡарамағында ҡала. Бер аҙҙан еҙнәһе килеп, ҡәйнешен үҙҙә­ре­нә, Ҡашҡадаръя өлкәһенә алып ҡай­тып китә. Малай уларҙа өс йылдан ашыуыраҡ йәшәй, тик телде белмәү сәбәпле мәктәпкә йөрөп уҡыуын дауам итә алмай.

...1947 йылдың йәйе. Халыҡтың яңы өмөттәр менән йәшәй башлаған мәле. Ошо ваҡытта инде 14 йәше менән барған үҫмер апаһы, еҙнәһе менән бергә күптән күрмәгән ауылына ҡайтып төшә.

Июнь айында республика гәзиттә­рендә Ленинград хореография учили­щеһына балалар йыйыу тураһында иғлан баҫыла. Был ваҡытта күренекле балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тырышлығы менән Башҡортостан балетына нигеҙ һалына башлай, ул Ленинградта башҡорт төркөмөн асыу өсөн күп көс түгә. Шул ваҡыт Үргенгә Өмбәт ауылынан сыҡҡан Ҡадир Һаҙый улы Бакиров килеп төшә. Ул Сала­уаттың атаһының бер туған ҡустыһы, Үрген мәктәбе директоры Фәтих Абдуллиндың билдәле Ҡарғалы мәҙрәсәһендә бергә уҡыған дуҫы була. Өфөлә театр режиссеры булып эшләгән кеше шулай уҡ училищеға уҡырға алыу өсөн балалар эҙләү менән шөғөлләнгән. Ҡадир Һаҙый улы Салауатты һәм Абҙандан Вил Ярлыҡаповты үҙе менән Өфөгә алып китә. Педагогтар бейеүсе һәләте беленгәндәр араһынан 20 үҫмерҙе һайлап ала, ейәнсуралар ҙа улар араһында була. Байтағы етем, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре Совет хөкүмәтенең оло хәстәрлеге менән туғыҙ йыл Ленинградта белем алырға тейеш. Илдус Хәбиров, Алик Биксурин, Эльза Сөләймәнова, Венера Ғәли­мова, Эмма Тимерғазина... Улар – билдәле уҡыу йортонда юғары кимәлдә әҙерләнгән Башҡортостан балетының “тәүге ҡарлуғастары”.

Салауатҡа училищены иптәштәре менән бергә тамамларға яҙмай, уларҙан өс-дүрт йәшкә өлкәнерәк булғанға күрә, армияға алына (Үзбәкстанда уҡый алмау бәләһе). Ул 1955 – 1958 йылдарҙа Румыниялағы беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. Әрме хеҙмәтен тултырыуға башҡорт егетен Үзбәкстанға, сик һаҡсыларының ошондай уҡ ансамбленә эшкә саҡыралар. Тик бер нисә йыл уңышлы эшләгәндән һуң, бейеүсенең Румынияла йәрәхәтләнгән тубығы һыҙлай башлай. Уға ансамблдән китергә тура килә.

Күп тә үтмәй, 1964 йылда Салауат Абдуллин Төркмәнстандың баш ҡа­лаһы Ашхабадтың Пионерҙар һара­йында “Шатлыҡ” балалар бейеү ансамблен етәкләй башлай. Уның был эшмәкәрлеге 30 йылдан ашыу дауам итә. Был ваҡыт арауығында яҡташы­быҙҙың тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрендә генә түгел, бүтән күп илдәр тамаша­сы­ларының да күңелен яулай. “Шат­лыҡ” ансамбле – күп халыҡ-ара фес­тивалдәр һәм конкурстар лауреаты.

Мәҫәлән, Төркиәлә йыл һайын “23 февраль” фестивале үткәрелә. Маҡсаты – төрлө халыҡтарҙың йәш быуын вәкилдәрен сәнғәт һәм ижад аша берләштереү. Инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу был байрам сараларында 40 илдән 800-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Улар тамашасыларға үҙ илдәренең бейеүҙәрен күрһәтте. Ошо фестивалдә бер тапҡыр ҙа ҡалдырмай ҡатнашҡан “Шатлыҡ”, был юлы ла нәүбәттәге еңеүен яулап, хәстәрлекле етәкселәренең яҡты иҫтәлегенә тоғро ҡалыуҙарын тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

Эйе, Салауат Камал улын Төрк­мән­с­танда онотмайҙар. 2016 йылда илдең үҙаллы дәүләтселегенең 25 йыллығы тантаналы билдәләнде. Дәү­ләт етәкселеге Ватандың бойондо­роҡһоҙлоғон төҙөй башлаған осорҙа фән, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм баш­ҡа өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өл­гәшкән шәхестәрен нисек баһалау­ҙарын йәнә бер мәртәбә иҫбат итте. Президент Указы менән ошондай 80 кеше үлгәндән һуң юғары награда – “Ватанға һөйөү өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Уларҙың өсәүһе генә, шул иҫәптән Салауат Абдуллин, төркмән милләтенән түгел.

Бына шулай, төпкөл башҡорт ауылынан сыҡҡан үкһеҙ етем малай ҡояшлы Төркмәнстандың иң абруйлы шәхестәренең береһенә әүерелә һәм бөгөн дә шулай булып ҡала.

Ю. СОЛТАНБАЕВ.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас