

Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, Яңы йыл байрамына төрлө төр ылыҫлы ағастарҙы киҫә башлағандар. Берәү ҙә урман ҡупшыҡайыһыҙ ҡалмаҫ, моғайын.
- Йыл һайын ошо маҡсатта билдәләнгән биләмәләрҙә урманға һәм экологияға зыян килтермәйенсә шыршы, ҡарағай киҫелә. Тәү сиратта был эш махсус урман питомниктарында атҡарыла, таҙартылырға тейешле урманда башҡарыла, улар араһында — квартал һайын таҙартыу, һаҡ һыҙаттары, янғын һүндереү һыҙаттары, урман юлдары, ауыл хужалығы ерҙәре лә бар, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының милек менән идара итеү, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе Альберт Байтимеров.
Альберт Байтимеров әйтеүенсә, Яңы йылға урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре 60 мең ылыҫлы ағас әҙерләргә ниәтләй. Декабрь башына 23 807 ҡупшыҡай Яңы йыл еҫе аңҡытып, байрам кәйефе бүләк итергә әҙерләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 ноябрҙә республикала "Шыршы-2021" махсус операцияһы башланды. Шыршыны законһыҙ ҡырҡыу, һатыу һәм һатып алған өсөн штраф янай. Операция 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостандың урман хужалығы министрлығынан алынды.