Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 09:44

Уңғандар биҙәй тыуған ерҙе

Вәзәмдәр сәләмәт тормош яҡлы.

Хәйбулла районының урман зонаһына ҡараған ауылдары тәбиғәтенең матурлығы, тауҙарының бейеклеге, йәмле Һаҡмар һыуының таҙалығы менән генә түгел, бында йәшәгән халҡының уңған, дәртле, берҙәм булыуы менән дә айырылып тора. Элек-электән районда “ул урман яғынан”, “урман ҡыҙы”, “урман яғының ите”, “урман яғынан йыйҙым” тигән һүҙҙәр был төбәккә үҙенсәлекле баһа биргән.

Кешеләре һоҡландыра

 

Бөгөн дә  был төбәк матурлығы менән күңелде арбай, кешеләренең алсаҡ, дәртле булыуы һоҡландыра. Ә инде Оло Әбеш биләмәһенә ҡараған Бәләкәй Арыҫланғол ауылының республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдереүе хаҡында ишеткәс, улар менән яҡындан танышырға булдыҡ. Әйткәндәй, Бәләкәй Арыҫланғолдо халыҡ телендә Вәзәм тип йөрөтәләр. Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә “Вәзәм шәлдәре” халыҡ клубының ижади эштәре күптән инде киң танылыу яулаған.

Район үҙәгенән 76 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Вәзәм донъянан һис тә артта ҡалмаған. Ауыл күркәм, урамдары иркен, йорттары матур, кәртә-ҡураларында ишле мал-тыуар, йылҡы, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Халыҡ, нигеҙҙә, малсылыҡ, умарта­сылыҡ менән көн күрә: ирҙәрҙең күбеһе ҡырҙа эшләй, ә ҡатындары аҡ ризыҡ етештереп һатыу итә, шәл бәйләй, балаҫ һуға, кейеҙ баҫа. Ғөмүмән, бында тик ултырған кеше юҡ: кемдер эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, ағас эшкәртә, йәшелсәселек менән шөғөлләнеп, ҡыяр үҫтерә. Бөтәһе 86 хужалыҡта  307 кеше йәшәй. Социаль объекттарҙан ауылда клуб һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты ғына бар. Башланғыс мәктәп ябылған, уҡыусылар күрше Оло Әбеш ауылына мәктәп автобусында йөрөп уҡый. 17 бала – мәктәпкә, дүрт кескәй балалар баҡсаһына бара. Ҡасандыр Вәзәмдә ауылдағы белем усағын һаҡлап ҡалыу маҡсатында, бер нисә ғаиләнең тәрбиәгә балалар алыуы хаҡында ла яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бөгөн был балалар үҫеп бөткән. Уҡыусылар һаны тулмағанлыҡтан ауыл уртаһындағы белем усағының ишегенә йоҙаҡ эленеп, етемһерәп ултыра.

Райхана менән Ғәни Суриндар – намыҫлы, һоҡланғыс тормош юлы үткән кешеләр. Оло йөрәклеләр тиергә лә була улар хаҡында: үҙҙәренекеләр янына балалар йортонан йәнә өс малай менән ике ҡыҙҙы алырға батырсылыҡ иткәндәр. Фариза һәм Хөрмәт Суриндар ҙа сәскә кеүек ике ҡыҙ үҫтерә, Фәнүзә менән Айрат Суриндар иһә ҡыҙ һәм малай алған. Зөлхизә менән Илгиз Ҡырғыҙ­баевтарҙа бер малай тәрбиәләнә. Бер бәләкәй генә ауылда ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 10 балаға ғаилә йылыһы бүләк иткәндәр.

Ауылдың иң өлкән кешеһе – 90 йәшлек Рәшиҙә Әхмәтова, ә иң бәләкәстәре яңы ғына донъяға килгән игеҙәк ҡыҙҙар Гөлиә менән Юлиә. Фәниҙә менән Илнур Мөхәмәтйәров­тарҙың ғаиләһенә ҡот-йәм өҫтәп, ике ағаһы һәм апаһы янына яңы тыуған бәләкәстәр өҫтәлгән.

 

“Үҙемә алмаш килһен ине лә...”

 

Шулай тине оҙаҡ йылдар ауыл­даштарының сәләмәтлеге һағында торған Баныу Мөхәмәтова. Ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Баныу Мәғәфүр ҡыҙының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүенә 40 йыл тулып үтеп, күптән инде хаҡлы ялда булһа ла, үҙенә алмаш булмау сәбәпле, әле лә эшен ташламай.

– Бөгөндән ялға сығыр инем, йәштәр ҡайтмай шул ауылға. Ауылдаштарым алдында ла уңайһыҙ. Сирләһәләр, өйөмә килеп етәләр, шуға тағы ла бер йылға ҡалдым әле, – тип ҡаршыланы беҙҙе ауыл докторы.

Оло Әбеш ауылы ҡыҙы Баныу бала саҡтан табип булырға хыяллана. Ғүмер буйы кешеләргә ярҙам итеп, сирлеләрҙе дауалап, һәр кемгә ҡыуаныс-шатлыҡ өҫтәп йәшәргә теләй. 1982 йылда Сибай медицина училищеһын уңышлы тамамлағас, йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Дыуан районына эшкә ебәрәләр. Бер аҙҙан мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән егете армиянан ҡайта. Йәштәр өйләнешеп, тыуған төйәктә – Бәләкәй Арыҫланғолда төпләнергә ҡарар итә.

Ауылдағы медицина учреждение­һына акушер итеп эшкә алынған Баныу Мөхәмәтова оҙаҡламай фельдшер итеп тәғәйенләнә. Сирлеләрҙе иғтибарлылығы, йылы һүҙе менән дә дауалауға һәләтле, үҙ бурысына ифрат яуаплы ҡараған белгесте урындағы халыҡ тәүге көндәрҙән үк яратып ҡабул итә. Көн дә тиерлек “Ашығыс ярҙам” машинаһында әллә күпме саҡрым юл үтеп, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, шул уҡ ваҡытта үҙ ауылы халҡын даими хәстәрлектән айырмаған аҡ халатлы белгестең өлгөрлөгөнә, фиҙакәр­легенә, ихтыяр көсөнә хайран ҡалмалы.

Ире Сәлимйән Сәлмән улы – уға һәр яҡлап ышаныслы терәк. Ул – “Ашығыс ярҙам” автомобиле водителе.

– Ауылда күптән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү талап ителә. Кем белә, яңы бина булһа, йәш белгестәр ҙә килер ине. Медицина пункты иҫкерҙе, уны йылдан-йыл рәтләү ҙә файҙа бирмәй, аҡланған стеналар ҡайтанан ҡойола башлай, уңайлыҡтар ҙа юҡ. Һыуҙы ла урамдан ташырға тура килә, – ти Баныу Мәғәфүр ҡыҙы.

Әле лә тынғыһыҙ фельдшер ауылдаштарын коронавирус афәтенән һаҡлау маҡсатында иҫкәртеү эше алып бара. Вакцина яһау, йәш сабыйҙарҙың өйҙәренә йөрөү, ололарҙың даими хәлен белеү – уның көндәлек бурысы.

Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, тәжрибәле ауыл фельдшеры Баныу Мөхәмәтова, үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, 250-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Халыҡ сәләмәтлеге һағында уяу торған эшһөйәр медицина хеҙмәткәрен ауылда хөрмәт итәләр.

Уның ғаиләһе – ауылда матур, өлгөлөләрҙең береһе. Тормош иптәше Сәлимйән Сәлмән улы менән ике ҡыҙ үҫтереп, уларҙы кейәүгә биреп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, ҡыҙҙа­рының һәр уңышына ҡыуанып йәшәйҙәр.

 

Йүнсел йүнен таба

 

Ауылда күпселек ир-ат вахта ысулы менән бүтән төбәктәрҙә эшләһә лә, ауыл уңғандарының һәр бере­һенең үҙ шөғөлө бар. Кемдер умарта­сылыҡ, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә, икенселәр күпләп мал аҫрай, йылҡы үрсетә. Ҡыяр үҫтереү­селәр, ҡыш уртаһынан теплицаларына ут яғып, тәүге үҫентеләрҙе ултырта.

Заман ауырлыҡтарына һылтанмай, быйылғы йылдың янғындарына ҡарамай, үҙ кәсебен асып, туғандарын эшле итеп, ауылдаштарына бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Вәзәм йүнселдәренең бер-икеһе менән осрашырға ла форсат тейҙе.

Азамат Сурин оҙаҡ йылдар колхозда эшләгән. Хужалыҡ тарҡалғас, күп уйлап тормай, үҙ эшен асҡан. Бысҡынан башланған кәсеп бөгөн ағас эшкәртеү цехына әүерелгән. Бөгөн ул үҙенең ағаһы Муса Сурин, улдары Сыңғыҙ, Буранбай, Юлай һәм Ғәзиз ярҙамында һораусыларға таҡта быса, ағас үткәреп бирә. Туғандар бергәләшеп бесәнен дә эшләй, эшҡыуарлыҡта ла бер-береһенә ярҙамлаша.

Илфир Суриндың донъяһы бер хужалыҡты хәтерләтә. Уңған хужа күпләп һыйыр малы тота, йылҡы үрсетә. Эҫкерт-кәбәндәре бер-бер артлы теҙелеп киткән, ҡош-ҡорто урам тулып йөрөй, быҙауҡайҙары мөңрәшә, һыйырҙары бесән көйшәй, йылҡылары кәртә аръяғында тибенлектә йөрөй, айырым һарайға тайҙар һимертеүгә ҡуйылған. Иртәнән кискә тиклем малдарҙы ҡарап, уның көсө менән йәшәгән Илфир бер йәй эсендә бынамын тигән күркәм йорт төҙөп ултыртҡан. Тик бына егәрле хужаның, үҙе әйтмешләй, “һыйыр һауырға кәләше генә юҡ”.

 

Һуҡма шәл оҫталары

 

Ауылға ҡот һәм йәм биреп ултырған берҙән-бер социаль объектта,  йәғни клубта мәҙәни тормош гөрләй. Уның етәксеһе Гөлназ Сурина – баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр гүзәл заттан. Әбйәлилдән төшкән уңған, дәртле киленде вәзәмдәр күптән үҙ иткән.

Ауылдағы бар мәҙәни тормош, күңелле һәм фәһемле саралар Гөлназ Ғамир ҡыҙының башланғысы менән ойошторола, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыу тәҡдиме менән дә тап ул ауылдаштарына мөрәжәғәт итә, йыйылыш үткәрелә. Йыйындан, бәйгелә ҡатнашып, еңеп сығырға тейешбеҙ, тигән дәрт һәм яуаплылыҡ менән ҡайта вәзәмдәр. Бөгөн ауыл халҡы, район этабында еңеп, артабан республика кимәленә сығыу теләге менән яна.

“Дебет шәл” тиһәләр, һәр саҡ Маһира өләсәйемдең үҙе һуҡҡан ҙур сәсәкле (һуҡма) шәле күҙ алдыма килә. Уның ике шәле була торғайны: береһе – көндәлеккә, икенсеһе – ҡәҙерлегә. Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барыр булһа, ҡара төҫтәге бәрхәт кәзәкейе өҫтөнән  ҡабарып торған һуҡма шәлен бәйләп алыр ине. Мин уның йылыһын әле лә тойғандай булам, йомарланып ҡына өләсәйемдең тубығына башымды һалып йоҡлап китһәм, һәр саҡ минең өҫтөмә көндәлек ҡулланылған һуҡма шәлен ябыр ине, шуға күрә шәл йәки балаҫ һуҡһалар, кейеҙ баҫһалар, был күренештәр күңелемә һәр саҡ яҡын. Бала саҡҡа ҡайтып урағандай булып, ҡайһы саҡта үҙем белгәндәремде әйтеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың был шөғөлөн шул тиклем кинәнес менән күҙәтәм, күңелемә ял алам.

Был юлы ла тап шулай булды. Хәйер, Вәзәмдең уңған шәлселәре менән тәүге тапҡыр ғына осраш­майбыҙ: улар Хәйбулла районында үткән һәр мәҙәни сарала, һабан­туйҙарҙа үҙҙәренең һуҡма шәлдәрен, палантиндарын һәм шарфтарын күргәҙмәләргә алып йөрөй, Сибай, Өфө ҡалаларында ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында ла булып өлгөрә. Республикала берен­селәрҙән булып  Бәләкәй Арыҫланғол ауылында 2014 йылда “Вәзәм шәлдәре” халыҡ оҫталары клубы барлыҡҡа килә. Тәүҙә улар үҙҙәренең шәлдәре менән 2015 йылда “Салауат йыйыны”нда ҡатнаша, артабан Сыуаш Республикаһының баш ҡалаһы Чебоксарҙа кәсепселәр форумында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларындағы һабантуйҙарҙа, Республика шәл фестивалдәрендә даими ҡатнашып, үҙҙәренә лә, шәлдәренә лә бынамын тигән реклама яһай.

Бөгөн Вәзәм оҫталарының шәл­дәре һәр ерҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Һуғып ҡына өлгөрт, алыусыһы табылып тора, тип йылмая үҙҙәре лә. Тауарҙың хаҡы ла ҙурлығына ҡарап баһалана. Ҙур һуҡма шәлдәр 10 – 12 мең һумға үтә, бәләкәйерәктәренә 6 – 8 мең һорай­ҙар. Аҡ һәм ҡара дебеттән шаҡмаҡлап биҙәк һалынған шәлдәр ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәр саҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Шәл фестивалдәрендә, төрлө күргәҙмәләрҙә үҙҙәренең ҡул эштәрен һатып та ҡайталар, яңы клиенттар ҙа табыла, шуға күрә Вәзәм уңғандарының тик ултырырға  һис кенә лә ваҡыты юҡ. Кәзә дебетен тарарға, уны йыуырға, тетергә, ҡабаларға, иләргә, аҙаҡ сиратып, шәл һуғыу станогына буй ептәрҙе теҙеп сығырға кәрәк. Артабан инде, ваҡытыңа ҡарап, улар араһына арҡыры ептәр үткәреп, шәл һуғырға ултыраһың. Станоктарға килгәндә, уны Гөлназ Ғамир ҡыҙының ире Риф Сурин тәү башлап ҡатынына эшләп биргән.

Иҫке һуғыу станогын көйләп, шуның менән башлап ҡарайҙар эште, әммә ни өсөндөр ул нәҙек иләнгән дебет епте өҙөп ыҙалата. Артабан Риф Азат улы, интернет аша һуҡма шәл етештереү станогы тураһында мәғлүмәт эҙләп, шунан ҡарап, үҙе эшләй. Бөгөн һәр йортта тиерлек ошондай станоктар бар, шәлселәрҙең күбеһенең ирҙәре үҙҙәре эшләп, уларҙы һатып та ебәрә. Ҡасандыр “Вәзәм шәлдәре” халыҡ клубына унлаған ҡатын йөрөгән, бөгөн иһә улар бишәүгә ҡалған. Тәүге көндәрҙән алып бөгөнгә тиклем Гөлназ Сурина (клуб етәксеһе), Нурсиә Сурина, Райхана Сурина, Сәғиҙә Сурина һәм Клара Ыласынованың күҙ нурҙары, күңел һәм ҡул йылыһы һалынған шәлдәрен иҫәпләгәндә, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Өфө араларын урап үтергә лә мөмкиндер.

 

Балаҫы ла дан алыр!

 

Өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмайынса, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Гөлназ Сурина, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары менән кәңәш­ләшеп, балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнергә, уны һуғып ҡарарға кәңәш итә. Әйҙәүсеһе булғас, теләүселәр ҙә тиҙ табыла.

Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәренең береһе. Элек-электән инәй-өләсәйҙәр махсус ҡорамалдарҙа һарыҡ йөнөнән балаҫ һуҡҡан, ул кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә иң ҡиммәтле, зиннәтле хазина һаналған. Ҡасандыр үҙҙәренең бирнәләрендә аҫалы, буй балаҫ­тарҙың булыуын хәтерҙәренә төшөргән Вәзәм килендәре йәйғор балҡышындай балҡыған, күҙҙең яуын алырлыҡ балаҫтар һуғырға тотонған. Теләк булғанда, барыһы ла килеп сыға. Уңған хужабикәләр был юлы һуғыу станоктарында төрлө ептәрҙән, иҫкерәк сепрәк-сапраҡтан балаҫ һуғырға тотона. Был шөғөлдәре лә уңышлы килеп сыға уларҙың.

Көҙ Республика көнөндә ауылда  Балаҫтар байрамы үткән. Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ҡоймаларға эленгән береһенән-береһе сағыу төҫлө балаҫтар ҡаршы алған, уларҙың матурлығынан күҙҙәр ҡамашҡан, оҫталарының уңғанлығы хайран иткән.

Биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә бирнә әҙерләп, кейәүгә оҙатҡан Рәйсә Кәримованың  сағыу балаҫтары төрлө төҫтәге йәйғор балҡышы менән башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Оҫта ҡуллы ҡатын балаҫтарҙы һуҡмай, ә төрлө төҫтәге ептәр менән бәйләй.

– Ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреп, тормош иптәшем Булат Ғафур улы менән икәүләп донъя көтөп ятҡан көн. Ул мал ҡарай, мин – өй эштәрендә. Буш ваҡытымда ҡулыма бәйләмемде алам. Ҡыҙҙарҙың барыһына ла үҙем бәйләгән балаҫтар бүләк иттем, әле ейәнсәрҙәремә әҙерләйем, – тип йылмая Рәйсә Ғәбиҙулла ҡыҙы.

Ысынлап та, был йортҡа аяҡ баҫыу менән хужабикәнең оҫта ҡулдары һәр ерҙә күренә: ишек алдында ул эшләгән турпыша урын алған, дивандарҙа – төрлө төҫтәге сағыу япмалар. Оҫтабикә креслоға ла үҙе бәйләгәнен йәйгән.

Ауылда бындай оҫталар барында, һис шикһеҙ, киләсәктә Вәзәм шәле генә түгел, балаҫы ла киң танылыу аласағына шик юҡ.

 

Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы?

 

Халҡыбыҙҙың йәнә бер боронғо кәсептәренең тергеҙелеүенә шаһит булдыҡ. Был юлы Вәзәм ауылының ҡатын-ҡыҙҙары кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресенә йыйылды.

Гөлназ Суринаның аласығына бер төркөм ауыл уңғандары – Баныу Мөхәмәтова, Фариза Сурина, Зөлхизә Ҡырғыҙбаева, Сәсәк Күскилдина, Ләлә Ғәлимова һәм Миңһылыу Мусина килгәйне. Алдан әҙерләнгән яҙғы йөндө тетеп, ҡабалап, 120х150 сантиметр үлсәмдәге кейеҙ баҫыу эшенә тотоноп та китте улар. Тигеҙ генә ҡабарып торған һарыҡ йөнө йәйеп һалынды, уға “Айыҡ ауыл” тигән яҙыу теҙелеп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кейеҙ баҫыу эшенә тотондо. Кемдер махсус энә менән йөндө нығыта бара, икенселәр уның өҫтөнә йылы һыу ҡойоп тәгәрәтә, ултырта. Күмәк көс башҡарған эш ҡыҙыҡ та, күңелле лә!

Әйткәндәй, ҡатындар ҙур эшкә тотонор алдынан һәр береһе йөндән үҙҙәренә оҡшаған төҫтән һәм төрлө үлсәмдәге тапочкалар эшләгән. Был материал менән эш итеү алымын өйрәнеп, үҙҙәрендә ышаныс тойғас ғына, кейеҙ баҫыу эшенә тотонғандар.

“Серле кейеҙ” тигән бик матур исем дә ҡушып ҡуйғандар үҙҙәренең төркөмөнә. Киләсәктә Бәләкәй Арыҫланғол ауылының тырыш оҫтабикәләре етештергән кейеҙҙәр төрлө күргәҙмәләргә лә ҡуйылмаҫ, тимә. Һис шикһеҙ, был шөғөлдө лә үҙ итәсәк улар.

Һәр ауылдың матур йәшәргә ынтылыуы, тыуған ерен ҡәҙерләүе, уны яратыуы – лайыҡлы күренеш. Вәзәмдәр был һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ икәнлеген быйыл йәйге афәттәрҙә, атап әйткәндә, урман янғындарын һүндереүҙә үҙҙәре татыны һәм күрҙе. Бында йәшәгән һәр кем утҡа ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерҙе, ауылдарына “ҡыҙыл әтәс” ҡунаҡламаһын өсөн көн-төн дежурҙа торҙо, бер-береһенә терәк булды. Берҙәм, дәртле, әүҙем һәм сәмле халыҡ республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән икән, тимәк, еңеп сығыуға ышанысы бар, өмөттәре лә көслө. Еңеүселәр араһында Бәләкәй Арыҫланғол ауылының исеме яңғыраясағына беҙҙең дә ышаныс ҙур.

Конкурс шарттарына ярашлы, ауыл халҡы сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаған төрлө эштәр, мәҙәни саралар, өмәләр үткәреүен дауам итә. Күптән түгел бында ҡаҙ өмәләре гөрләп үтте, әле вәзәмдәр һуғым һуйыу эшен башларға йыйына.

Барыбыҙ ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Һаҡмар йылғаһы  ныҡлап туңғас, боҙҙа шыуырға, тауҙан саналарҙа елдәй елеп төшөргә, күмәкләшеп хоккей ҙа уйнап алырға йыйына улар. Ни тиһәң дә, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Был хәҡиҡәтте вәзәмдәр яҡшы белә.

 

 Кәримә УСМАНОВА.

 

Хәйбулла районы.