

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республикала “Йәшлек-төбәк” проектын ғәмәлгә индереүҙе хупланылар. Проект йәштәр сәйәсәте учреждениеларын реновациялау буйынса төбәк программаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Ултырышты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе.
Уның әйтеүенсә, 12 ноябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тикшерелгәйне. Унда Игорь Комаров округ субъекттарында матди-техник базаһын яңыртыуҙың әһәмиәтен билдәләгәйне.
– Башҡортостанда йәштәр һаны артыуын дауам итһен өсөн уларға уңайлы шарттар булдырыу мөһим, – тине Андрей Назаров. – Беҙҙең бурыс – матди-техник базаны нығытыу, ә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетыныҡы – йәштәр өсөн йәмәғәт урындарын сағыу тормош, йөкмәтке һәм идеялар менән һуғарыу.
Ведомство етәксеһе Яна Гайдук белдереүенсә, йәштәр сәйәсәте учреждениеларының йыһазланышы, матди-техник базаһы башлыса хәҙерге йәштәрҙең ихтыяжына яуап бирмәй, биналарҙың 61 процентына ремонт кәрәк, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа йәштәргә ваҡытын уҙғарыу өсөн урындар бөтөнләй юҡ.
Тәҡдим ителгән “Йәшлек-төбәк” проекты муниципалитеттарҙа заманса йәштәр йәмәғәт урындарын асыуҙы, ремонт талап ителгән биналарҙы яңыртыуҙы күҙаллай. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ошондай урындар асыуға ҡағылған техник план төҙөгән. Быйыл октябрҙә Өфөлә ойошторолған “Йәшлек House” йәмәғәт урынының практикаһы нигеҙ итеп алынған. Реновация программаһына киңлектәрҙе капиталь төҙөкләндереүгә һәм йыһазландырыуға сығымдар индерелә. Проект конкурс нигеҙендә муниципалитеттар ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news