Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2021, 20:00

Хатынь ауылы тарихын беләһегеҙме?

Улар бер һарайға ҡарттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы тултырып бикләгән һәм ут төрткән. Янғында 149 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 75 бала...

Хатынь ауылы тарихын беләһегеҙме?
Хатынь ауылы тарихын беләһегеҙме?

Беларусҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми делегация ағзалары менән бергә “Хатынь” мемориаль комплексында булды. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскә гөлләмәләре һалдылар.

“Хатынь” мемориалы яндырылған белорус ауылдары иҫтәлегенә булдырылған. Уны 1969 йылда ошондай исемле яндырылған ауыл урынында асҡандар. Был мемориал - белорус халҡының Икенсе донъя һуғышы йылдарында кисергән ҙур фажиғәһе символы.

Яу башланғанға тиклем Хатынь ғәҙәти ауыл булған, унда 26 ихата иҫәпләнгән. 1943 йылдың 22 марты иртәһендә унан алты километр алыҫлыҡта партизандар немецтарҙың автоколоннаһына һөжүм иткән. Атыш ваҡытында немец офицеры үлгән. Күп тә үтмәй Хатынь ауылын карателдәр уратып алған. Улар бер һарайға ҡарттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы тултырып бикләгән һәм ут төрткән. Янғында 149 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 75 бала. Иң бәләкәй сабыйға ни бары ете аҙна булған. Фажиғәнең берҙән-бер өлкән шаһиты 56 йәшлек Иосиф Каминский булған. Ул үҙенең йәрәхәтләнгән улын ҡотҡарырға тырышҡан, тик килеп сыҡмаған.

“Хатынь” мемориалы - Беларустағы кешеләр күп килә торған урындарҙың береһе. Комплекстың үҙәгендә – алты метрлыҡ “Непокоренный” тип аталған бронза скульптора. Ҡулына үлгән улын тотоп торған ир образы - Иосиф Каминский һынландырылған. Ҡара плитә-ҡыйыҡ кешеләрҙе бикләгән һарай торған урынды билдәләй. Яндырылған һәр 26 йорт урынында - һәйкәл-бура, эстәренә мейес торбаһы һәм обелиск ҡуйылған. Уларҙағы ҡыңғырау һәр 30 секунд һайын шылтырап тора.

Сәскә һалғандан һуң Радий Хәбиров тарихи хәтерҙең һәр халыҡ өсөн дә мөһим икәнлеге тураһында һөйләне.

– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белорусияның һәр дүртенсе кешеһе һәләк булған, шул уҡ ваҡытта ҡорбандарҙың ҙур өлөшө тыныс халыҡ өлөшөнә тура килгән, – тине ул. – Беҙгә тарихты хәтерҙә тоторға кәрәк. Мин, өлкән кеше булараҡ, тарихты беләм, уның һөҙөмтәләрен аңлайым. Һәм беҙҙең заман мәктәп уҡыусылары ла тарихты белергә тейеш. Уларҙы бында килтерергә кәрәк, был урындарҙа барыһы ла башҡасараҡ ҡабул ителә. Беҙ архивтарҙы асып, һуғыштың быға тиклем әйтелмәгән яңы факттарын һөйләп дөрөҫ эшләйбеҙ. Быны иҫләү мөһим, киләсәктә яуҙар ҡабатланмаһын өсөн кәрәк.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: