

2022 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, республикала 200 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә.
Программала Ағиҙел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Өфө, Яңауыл ҡалалары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Миәкә, Архангель райондары ҡатнаша.
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ихаталарҙы төҙөкләндереү проекттарын яҡлау сараларын дауам итә. Бөгөн видеоконференцэлемтә тәртибендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Дәүләкән, Бөрө, Бәләбәй, Салауат, Ишембай һәм Туймазы ҡалалары тәҡдим иткән техник документацияны ҡараны.
– Программа йылдан-йыл камиллаша, ләкин уның төп концепцияһы, атап әйткәндә, төҙөкләндереүгә комплекслы ҡараш, үҙгәрешһеҙ ҡала. Яңы йылда биләмәләрҙе төрлө йәш төркөмдәренең мәнфәғәтен иҫәпкә алып, зоналарға бүлергә ниәтләйбеҙ. Һәм иң мөһиме – проекттың ентекле эшләнеүе һәм ғәмәлдәге йәшеллекте һаҡлап ҡалыу, яңы үҫентеләр ултыртыу шарты менән, халыҡ ихтыяждары нигеҙендә төҙөлөүе, – тине Алан Марзаев.
Бөгөн үҙ проекттарын яҡлаған муниципаль берәмектәр араһында Салауат ҡалаһы ла бар. Проект биш торлаҡ йортто берләштергән 17 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуҙы күҙаллай. Халыҡ яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, күберәк туҡталҡаларҙы (шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн), яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын күрергә теләй.
– “Башҡорт ихаталары” программаһы тураһында ишетеү менән унда кисекмәҫтән ҡатнашырға булдыҡ, – ти Салауаттың Ленин урамындағы 40-сы күп фатирлы йорт рәйесе Надежда Гайдукова.
Проекттарҙы яҡлау барышында муниципалитет башлыҡтарына халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, проекттарҙы яҡшыртыу йәһәтенән кәңәш бирелә. 15 декабргә тиклем бөтә ҡала, райондар проекттарын яҡларға тейеш.
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 2019 – 2024 йылдарҙа ике мең ихата биләмәһен төҙөкләндереү, бөтә балалар уйын майҙансыҡтарын йыһазландырыу бурысы ҡуйылды. 2019 йылда – 400, 2020 йылда – 380, быйыл иһә 140 ихата төҙөкләндерелгән.
Фото: bashkortostan.ru/presscenter/news/415707
Сығанаҡ: bashkortostan.ru/presscenter/news/415707/