

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов тыуған көнөн билдәләй. Форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре Борис Николаевичты күркәм байрамы менән ҡотлай, эшендә уңыштар теләй!
Борис Мелкоедов халыҡ араһында йыш була, абруйлы тырыш кешеләрҙе иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә алтын юбилейҙарын билдәләгән хөрмәтле яҡташтарын матур байрамдары менән ҡотланы. Борис Николаевич социаль селтәрҙә был турала бына нимә тигән:
"Ошо көндәрҙә Ғәлиә Мөҡмин ҡыҙы һәм Мир Шәрәфулла улы Саптаровтар, Рәйлә Ғатаулла ҡыҙы һәм Салауат Кинйәғәле улы Иҫәндәүләтовтар ғаиләләренең алтын юбилейҙарын билдәләй. Шул уңайҙан һеҙҙе ҡотлап, иң изге теләктәремде еткерәм. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, донъя именлеге, балалар ҡыуанысы һәм оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйем".
Фото: Борис Мелкоедов.