Йәмғиәт
9 Декабрь 2021, 10:00

100 йәшен билдәләгән инәйҙе ҡотлайбыҙ!

"Башҡортостанға кит, ул - бай һәм туҡ төбәк" - атаһының ошо һүҙҙәрен тота ҡатын.

100 йәшен билдәләгән инәйҙе ҡотлайбыҙ!100 йәшен билдәләгән инәйҙе ҡотлайбыҙ!
100 йәшен билдәләгән инәйҙе ҡотлайбыҙ!

Бөрө районында йәшәгән Мария Болдина ошо көндәрҙә 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны оло ғүмер байрамы менән ҡотларға туғандары, район хакимиәте етәкселеге килгән. Район хакимиәте башлығы сәскә һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыу менән бергә Рәсәй Президентының, республика Башлығының ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе.
 
Бер йыл элек Мария Болдина, үҙ ҡыҙын ерләгәндән һуң, Николаевка ауылындағы ейәнсәренә йәшәргә күскән. Әлеге ваҡытта яҡындарының хәстәрлеге һәм иғтибары солғанышында ғүмер кисерә күпте күргән оло йәштәге ҡатын. Бында уның айырым бүлмәһе бар, күҙҙәре бөтөнләй күрмәүгә, насар ишетеүгә ҡарамаҫтан, ундағы тәртипте үҙе булдыра Мария Петровна.

"Өләсәйем һәр ваҡыт хәрәкәттә. Быйыл картуф алған саҡта ла, исмаһам, тотоп ҡарайым әле, тип ярҙам итергә сыҡты. Урын-ерен үҙе бөхтә итеп йыйыштырып ҡуя. Әйтерһең дә, армияла булған инде, карауат өҫтө тип-тигеҙ була", тип һөйләй ейәнсәре.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мария бер бала менән тороп ҡала. Ире Орел эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙа башын һала. Бер туған ағаһы ла Ленинград өсөн яуҙа һәләк була. Ә атаһына иһә фашистарҙы Берлинғаса ҡыуып барып етергә һәм һуғыштан иҫән-һау ҡайтырға насип була.

Һуғыш тамамланғас, 50 йәшлек ҡатын атаһы васыятына тоғро ҡалып, тыуған Тамбов өлкәһенән Башҡортостанға күсеп килә. "Башҡортостан - бай яҡ", - ти уға атаһы. Бында ҡатын оҙаҡ йылдар Бөрө йәшелсәселек совхозында эшләй.

Оҙаҡ йәшәүенең серен һорашҡандарға ул тыйнаҡ ҡына: "Хоҙай ҡушыуылыр инде", - ти. Ейән-ейәнсәрҙәре йөҙгә еткән өләсәләре менән ғорурлана һәм уның һаман да әүҙем булыуына, йыйнаҡлығына һоҡлана.

Беҙ ҙә Мария Петровнаны оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле тыныс тормош, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамлы хәстәрлегенән өҙөлмәүен теләйбеҙ!

Фото:birskpress.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас