

Мәҫәлән, Благовещенск ҡалаһының “Төньяҡ” биҫтәһе – яңы. Әлегә бында мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла юҡ. Шуға ла ата-әсәләрҙең балаларҙы мәктәпкә алып барыу йәки алып ҡайтыуы тураһында борсолоуҙары аңлашыла. Республикаға идара итеү үҙәге раҫлауынса, мәсьәлә етди.
2021 йылдың яҙында Благовещенск районы хакимиәте Мәғариф министрлығына мәктәпкә автобус алыуҙы һорап хат ебәргән. Был эшкә беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Һөҙөмтәлә 2021 йылдың ноябрь айында 5-се мәктәптең уҡыусылары автобуслы булған да инде.
Был – эштең башы ғына. Район 6-сы мәктәп уҡыусыларын йөрөтөү өсөн дә автобус алыуҙы планға индергән.
Автор фотоһы.