

Сабый тыуыуы һәр ғаилә өсөн дә ҡыуаныслы ҙур ваҡиға. Ә бер юлы өс сабыйҙың донъяға килеүе – өсләтә бәхеттер. Ошо көндәрҙә Благовещен ҡалаһында йәшәгән Вәлинуровтар ҙа ошондай ҡыуаныс кисергән.
Анна менән Римдең өс йәшлек улдары Алан бар. Ә ҡатын икенсегә ауырға ҡалғас, уларҙың ғаиләһе шунда уҡ күп балалыға әйләнгән дә ҡуйған.
Йәш ғаиләгә - һигеҙ йыл. Был ваҡыт эсендә бәхетле атай менән әсәй юғары белем алырға өлгөргән, ҙур матур йорт һалып сыҡҡан.
Өс малай ноябрь аҙағында тыуған. Әле улар әсәләре менән баш ҡаланың 4-се перинаталь үҙәгендә. 7 декабрҙә иһә Благовещен ЗАГСы начальнигы Татьяна Тимофеева атай кеше Рим Вәлинуровҡа өс тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ тапшырған. Малайҙарға Асҡар, Богдан һәм Мирон тип исем ҡушҡандар.
– Беҙҙең ҡала өсөн бик һирәк осрай торған ваҡиға, – тигән ЗАГС начальнигы. – Быға тиклем 2018 йылда Звоновтар ғаиләһендә өс сабый тыуғайны, хәҙер уларҙың рәтен Вәлинуровтар тулыландырҙы.
Ил Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров мөһим бурыс итеп ҡуйған демография мәьсәләһен хәл итеүҙең матур өлгөһө был миҫал. Ғаиләне ихлас күңелдән күңелле ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Уларға өсләтә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!
Фото: "Моя Уфа" порталы.