Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 09:28

Был йортта нур, ҡот бар

Ихтирам – беренсе урында.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Беҙҙән алдағы быуын, нимә генә тиһәк тә, Ватандың именлеге хаҡына фиҙакәрлек күрһәткән, хеҙмәт тип янған-көйгән, эштән башҡаны белмәгән, йәшәүҙең бар мәғәнәһен иленә тоғро хеҙмәттә күргән.

Бөгөнгө йәштәрҙән айырмалы рәүештә, бәғзе саҡ таяҡҡа – хеҙмәт көнөнә генә бил бөкһәләр ҙә, хөкүмәттең барын-юғын таптырған тиҫтәләрсә йөкләмәһен намыҫ менән үтәп, ярты быуатлыҡ тигәндәй хеҙмәттәренә бәғзеләре ябай ғына ҡағыҙ – бер бөртөк грамота алмаһалар ҙа, пенсиялары ташҡа үлсәйем генә булһа ла, барына шөкөр итеп, ауырлығына сыҙап, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын күҙәтеп йәшәй белгән, эштә сыныҡҡан, донъяның әсе-сөсөһөн күп татыған, әммә һынмаған-бөгөлмәгән, күңелендә өмөт осҡонон бер ваҡытта ла һүндермәгән быуын ул.

  

Әтек уҙаманы

 

Әйтәһе һүҙем ошо быуын вәкил­дәренән бер аҫыл пар хаҡында.

Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолдоң Урал урамында күтәренке, заманына күрә шәптәрҙән һаналған бер йорт бар. Унда 45 йыл хеҙмәт стажына эйә ауыл аҡһаҡалы, хеҙмәт ветераны Ниғмәт Абдулла улы менән Мәсетленән ваҡытлыса ғына эшкә килеп, ғүмерлеккә Бөрйәндә ҡалған, ошо бәрәкәтле ерҙә 40 йыл арымай-талмай хеҙмәт иткән, кешелек һәм эш өлгөһө күрһәтеп, быуын-быуын уҡыусыларға аң-белем һәм күркәм тәрбиә биргән Әнисә Әхәт ҡыҙы Мофаззалова йәшәй.

Ниғмәт Абдулла улы Хәкимов – сығышы менән Әтектән. 1937 йылда тыуып, һуғыш осоро балаһы булараҡ, тормоштоң әсеһен-сөсө­һөн үҙ елкәһендә татыған шәхес ул. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте бөткәс, Иҫке Собханғолда ғилем алыуын дауам итә. Юҡлыҡ йылдары үҙенекен итә – урта мәктәпте кисен уҡып тамамларға тура килә үҫмергә.

Тырыш, белемгә ынтылған егет артабан уҡырға хыяллана. Украинала хәрби хеҙмәтен өс йыл артиллерист булып үтәп ҡайтҡас, тыуған ауылында эш башлай. “Алға” колхозында иҫәп-хисап эштәрен алып бара. Әтектәр Яңы Тарыуал менән бер колхоз булып эшләй. Артабан ғилем алыу теләге менән янған егет, Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлап, дипломлы белгес булырға өлгөрә. Быға ғына мөрхәтһенмәй, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында өҫтәмә белем ала.

Тырыш егеттән шәп белгес сығасағын тойомлаған етәкселек уны Иҫке Собханғолға ауыл хужалығы идаралығына эшкә саҡырып ала. Ул осорҙа Ғәлиулла ағай Вәлиев идаралыҡҡа етәкселек итә. Бында ла хеҙмәт фиҙакәрлеге күрһәткән белгесте оҙаҡ тотмайҙар – Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов Ниғмәт Хәкимовты “Бөрйән” совхозына баш бухгалтер итеп эшкә саҡыра.

Ауыл хужалығында байтаҡ тир түккәс, Н. Хәкимовты райпоға рәйес итеп күсерәләр. Ошо эшенән хаҡлы ялға сығып, артабан оҙаҡ йылдар район хакимиәтендә мәғариф бүлегенең баш бухгалтеры вазифа­һында эшләй ул.

Ниғмәт Абдулла улын хеҙмәт­тәштәре эштә ныҡ яуаплы, үҙ һөнәрен яратып һәм төптән аңлап башҡарған, башҡаларға ҡарата кешелекле мөнәсәбәт күрһәткән белгес булараҡ беләләр. Ниғмәт ағай үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа эшенә һуңлап килмәне. Эш уның өсөн иң беренсе ғәмәл булды. Һәр саҡ тәү сиратта үҙенә талапсан, аҙаҡ – башҡаларға, тигән принциптан сығып эш иткәс, уны яраттылар, хөрмәт иттеләр, ти элекке коллегалары.

 

Хоҙайҙан насип яҙмыш

 

“Мәсәғүт педучилищеһын тамамлағас, беҙ, ике ҡыҙ, Бөрйәнгә юллама буйынса эшкә килдек. Ул осорҙа комсомол, партия ҡайҙа ҡушһа, шунда тотҡарлыҡһыҙ барыу закон булды бит. Атайымдың бер туған ҡустыһы Мәсетле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеген етәкләй ине ул саҡ – һөйләшеп үҙебеҙҙә ҡалыу мөмкинлеге лә булған, тик мин “комсомол ҡайҙа әйҙәй, шунда барыу яҡшы” принцибынан сығып эш иттем.

Килдек Бөрйәнгә. Ул осорҙа ҡайҙа ул әлегеләй юлдар, асфальт, газ, тигәндәй. Сафин фамилиялы бер оло ғына ағай гел йылға буйлап ат менән алып барҙы. Минең ҙур теләгем бар ине – барған еремдә таҙа, тәмле һыу булһын! Теләгәнемде бирҙе Раббым: Ҡананың һыуы – ҡаймаҡ ише бит ул. Эй ошоға ҡыуаныуым!

Мин үҙем район үҙәгендә үҫкән ҡыҙ. Ә тыумышым – Тайыш ауылында. Әтеккә барып, мәктәп мөдире булып эш башланым. Тиҙҙән Ниғмәт ағайың армиянан ҡайтып төштө. Бер йыл эшләгәс, ялға ҡайттым. Элек училище бөткәс, ике йыл юллама менән эшләү бурыс ине – кире килдем.

1961 йылда сәстәрҙе-сәскә бәй­ләнек. Бәрәкәтле Бөрйән ерендә йәшәү, бынамын тигән кеше менән яҙмышымды бәйләп, күп итеп балалар үҫтереү, ошо район халҡы өсөн 40 йыл хеҙмәт итеү, ҡартайған көнөмдә уҡыусыларымдың рәх­мәтен ишетеп ултырыу яҙған минең тәҡдиргә. Үкенмәйем. Бик ризамын. Рәхмәтлемен Аллама. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы. Шами­лыбыҙ ике юғары белемгә эйә. Биш балаға атай, хәҙер олатай ҙа инде. Оҙаҡ йылдар райондың янғын һағына етәкселек итә. Бер ҡапҡала йәшәйбеҙ. Ҙур итеп ике ҡатлы йорт һалып инделәр. Гел генә инеп хәл-әхүәлде белеп, беҙҙе ҡайғыртып тора инде.

Резедабыҙ Дим биҫтәһендә уҡыта. Ике балаһы, ейәне бар хәҙер. Венерабыҙ Салауат ҡала­һында йәшәһә лә, Өфөлә эшләй. Өс ҡыҙ тәрбиәләнеләр. Илүзә атаһы юлын һайланы – бухгалтер. Хәҙер үҙе өс балаға өләсәй. Төпсөгөбөҙ Айгөл Булгаковола йәшәй ине. Яуыз үлем уны арабыҙҙан бик иртә тартып алды... Ике улы бар. Кесеһе Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый. Биш балабыҙға ла юғары белем алырға ярҙам иттек. Икеһе икешәр юғары белемгә эйә. Балалар уҡыған осорҙа дүрт баш һыйыр көттөк. Әле лә иҫтә – сепарат бороп ултырам, эргәгә эреле-ваҡлы әллә нисә банка теҙелгән – студент уҡытыу ҙа еңел түгел, әммә беҙ тырыштыҡ, хәл барҙа балаларға аяҡҡа баҫырға ярҙам итәйек, тинек...”

 

Уҡытыусы – бөйөк исем

 

Әнисә Әхәт ҡыҙы – әле лә уҡы­тыу­сы. Был һөнәрҙе һайлағандар ғүмер баҡый һөнәренә тоғро ҡалыусан. Урамда бәғзе ваҡыт ыҫпай, ҡупшы кейенгән Әнисә апай­ҙы осратырға тура килә – йөҙөндә йылмайыу, кейемендә уҡытыусы­ларса ябайлыҡ һәм ҡәтғилек, башын юғары, кәүҙәһен төҙ тотоп, осрашҡан һәр кемгә яҡшы хәбәрен ҡушып китеп барыуы.

“Уҡытыусы өсөн уҡыусыла­рының яратыуы, ихтирамы, олоғайғас та, мәктәпте бөткәненә байтаҡ йылдар үтһә лә онотмауы  Хөкүмәт биргән әллә ниндәй юғары исемдәрҙән дә, орден-миҙалдарҙан да өҫтөн һәм юғары. Мин бик бәхетле уҡытыусы – уҡыусыларым, урамда күрһә, Әнисә Әхәтовна тип килеп ҡосаҡлап ала, байрамдарҙа шылтыратып ҡотлай, хәл-әхүәлде белешә, ауылға ҡайтһалар, сәскәһен тотоп, күстәнәсен алып килә һалып етәләр.

Уҡыусыларыма шул хәтлем рәхмәтлемен. Бер мәл тышҡа сыҡһам, аптырап киттем, сәскәләр тотоп, бер ихата булып элекке уҡыусыларым тора – ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ минең өсөн!” – ти 40 йыл хеҙмәт стажына эйә РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар район хакимиәтенең мәғариф бүле­гендә методист булып эшләгән дан уҡытыусы Әнисә Әхәт ҡыҙы.

Иҫке Собханғол мәктәбендә эшләгәнендә талантлы балаларҙан фольклор ансамбле төҙөй ул. Уның ҡул аҫтында байтаҡ йәш ҡумыҙ­сы, бейеүсе, йырсы тәрбиәләнә. Әнисә Мофаззалова һәр дәресен балаларҙың һәләтен үҫтереүгә арнай, дәрестән һуңғы сараларҙа балаларының талантын баҙы­ғайтыу өҫтөндә ныҡышмал эшләй, халыҡ ижады гәүһәрҙәрен сабый күңеленә һеңдерә.

 

Ҡартлыҡтары – үҙе шатлыҡ

 

Әнисә апай – Тәнзилә апай Бәшәрова менән бергә районда иң беренселәрҙән булып скандинав таяҡтары менән йөрөй башлаған кеше. Һаулыҡты ҡайғыртмай булмай, көн һайын саф һауала йөрөү – минең бурыс, ти ул. Ауыл ағинәйе – райондың мәҙәниәт һарайы янында эшләп килгән “Мираҫ” өлгө­лө халыҡ фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы. Район ҡоролтайында ла, ҡатын-ҡыҙҙар советында ла күп йылдар эшләгән кеше. Былтыр ҡышты Илүзә ҡыҙҙарында сыҡ­ҡандар. Резедаларында ла байтаҡ ҡунаҡлап ятҡандар. Ҡартайғас, ҡайҙа уңайлы, яҡшы, шунда йөрөү хуп, ти ололар.

Балалары килеп донъяларын таҙалап, рәтләп, ремонт эштәрен башҡарып китә икән. Әнисә Мофаззалова бөгөн дә тик ята торған пенсионерҙарҙан түгел – элекке башланғыс класс уҡытыусыларын йыйып, кафела матур осрашыуҙар үткәрһенме, спорт менән шө­ғөлләнеп, әүҙем тормош алып барһынмы, үҙенең урамдаштарынан мәсет төҙөлөшө өсөн аҡса йыйһынмы, ҙур донъяһына саң ҡундырмай, хәләлен тәрбиәләп, матур итеп ҡараһынмы, былай ҙа ҡотло өйөн ҡотайтып күп итеп гөлдәр, баҡса үҫтерһенме – барыһына ла өлгөрә.

Бер-береһе өсөн өҙөлөп, янып-көйөп, ихтирамды беренсе урынға ҡуйып, матур ғаилә йәшәй был йортта, шуға ла унда нур, ҡот һәм Аллаһ биргән бәрәкәт бар.

 

Айһылыу Ғарифуллина.

 

Бөрйән районы.

Читайте нас