

Башҡорт тарихы йылына ярашлы, Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы мәктәбе музейында күренекле яҡташыбыҙ, СССР-ҙың самбо буйынса спорт мастеры, Башҡортостандың самбо буйынса күп тапҡыр чемпионы, республикабыҙҙың тәжрибәле тренеры Суфый Әхмәтзыя улы Шәйәхмәтовтың тыуыуына 70 йыл тулыу уңайынан фәһемле сара булды. Уны әҙерләп үткәреүгә мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп музейына етәкселек иткән рухлы, әүҙем ағинәй Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина ҙур көс һалды.
Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер
Осрашыуға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Суфый Шәйәхмәтовтың ҡатыны Зинира Кашафетдин ҡыҙы, уның ҡыҙы Алия, кейәүе Алексей, ейәне Оскар, Екатеринбургтан һеңлеләре Рәбиғә, Рәмилә, Рәфисә, апаһы Зилә, шулай уҡ күренекле тренерҙың тәрбиәләнеүселәре – Рәсәй Федерацияһының ҡул көрәше буйынса спорт мастеры, 2020 йылда самбо буйынса спорт мастерҙары араһындағы донъя чемпионатында бронза миҙал яулаған, Асҡын ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов, “Батыр”ҙың тренеры, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” конкурсында еңгән Йәүһәт Шәйәхмәтов, Ҡарткиҫәк мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, республика ат сабыштарында призлы урындар яулаған, саңғы, еңел атлетика һәм башҡа спорт ярыштарына район чемпиондарын әҙерләгән Вадим Харисов, шулай уҡ Суфый Шәйәхмәтовты белгән ауылдаштар, уҡытыусылар килгәйне.
Сараға йыйылыусыларҙы Ҡарткиҫәк ауылы биләмәһе башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов тәбрикләп, ауылдың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Ауылды төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр, төрлө республика сараларында әүҙем ҡатнашыуҙары тураһында ла телгә алды.
Мәктәп директоры Лилиә Миңлемөхәмәтованың сығышы ла ҡунаҡтар өсөн бик фәһемле булды. Уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың уңыштары тураһында ла ғорурланып һөйләне ул. Оҙаҡ йылдар музейға етәкселек итеп, уны даими тулыландырып, ошо сараны әҙерләп үткәргән Фәнирә Мәүли ҡыҙына рәхмәт белдерҙе.
Артабан Фәнирә Нәбиуллина музей менән таныштырып, бик бай мәғлүмәт еткерҙе. Суфый Әхмәтзыя улының тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында һөйләп, уға арналған стендты, альбомдарҙы күрһәтте.
Көсһөҙҙәрҙе һәр саҡ яҡланы
Фәнирә Мәүли ҡыҙы Суфый Әхмәтзыя улының тыуыуына 70 йыл тулыу алдынан Хәтер кисәһе – туғандары, тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу идеяһы менән яҙҙан башлап янып йөрөй һәм ныҡлы әҙерлек алып бара.
“Башҡорт Википедияһына күренекле яҡташтар тураһында мәғлүмәт йыя башлағас, Суфый Әхмәтзыя улының туғандары – ҡыҙы, һеңлеләре, тормош иптәше, уның тәрбиәләнеүселәре һәм тренеры менән бик күп аралашырға тура килде. Һөҙөмтәлә ауылдаштар, яҡташтар өсөн фәһемле, бай мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы факттар табылды. Хатта туғандары өсөн дә асыштар булды: быға тиклем Суфый Әхмәтзыя улы тураһында белмәгән ҡайһы бер факттар ҙа асылды.
Уйлана торғас, үҙебеҙҙең ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәкимйән улы, мәктәп директоры Лилиә Аснаф ҡыҙы һәм туғандары менән кәңәшләшеп, Ҡарткиҫәк мәктәбендә шундай осрашыу үткәрергә ҡарар иттек. Туплаған материалымды тәртипкә һалып, Суфый Әхмәтзыя улының туғандары ярҙамында бик күп фотолар эшләтеп, музейға Суфый Шәйәхмәтовтың тормош һәм хеҙмәт йылдарын сағылдырған айырым стенд яһаным һәм 100 битлек альбом төҙөнөм.
Һәр ваҡыттағыса, хеҙмәттәшем Нәфүзә Тәлғәт ҡыҙы ярҙам итте. Уға рәхмәт. Осрашыуға ҡайтҡан туғандары уның кубогын һәм Рәхмәт хаттарын да ҡалдырҙы. Бына шулай мәктәп музейында хәҙер чемпиондар тәрбиәләгән күренекле тренерыбыҙға арналған бай материал тупланған матур мөйөш булдырылды. Был киләсәк быуын өсөн дә бик яҡшы ҡомартҡы булыр”, – тине Фәнирә апай.
Әйткәндәй, Фәнирә Мәүли ҡыҙы, киләсәктә күренекле яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, туғандары ярҙамында рус телендә китап сығарырға ла ниәтләнә.
Суфый Шәйәхмәтовтың ҡыҙы Алияның да сығышы фәһемле булды. Ул атаһы тураһында күңел түрендә йөрөткән хәтирәләре менән бүлешеп, Суфый Әхмәтзыя улын тренер булараҡ ҡына түгел, ә күп яҡлы талант эйәһе, тыныс, сабыр, ғәҙел, эшһөйәр, ярҙамсыл кеше булараҡ та асты.
“Атайым бик көслө, маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш, намыҫлы кеше ине. Ул бер ҡасан да ауырлыҡтарҙан ҡурҡманы. Һәр ваҡыт дөрөҫлөк яҡлы булды. Уның өсөн иң мөһиме ғәҙеллек ине. Атайым белмәгән эш тә юҡ һымаҡ: ҡойоп ҡуйған итеп портреттар яҙа, ағастан шул тиклем матур итеп төрлө йыһаз эшләй торғайны, шахмат, футбол уйнарға ла өлгөрә ине. Ял ваҡыттарында балыҡ тоторға яратты. Беҙ бәләкәй саҡта өйгә алып ҡайтҡан бесәйҙе, этте, ҡошто һәм башҡа йән эйәләрен бергәләп дауалай торғайныҡ. Ул шул тиклем кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булды. Көсһөҙҙәрҙе һәр саҡ яҡланы, ярҙам итте.
Беҙ күп ваҡыт үҙебеҙ өйҙә ҡала торғайныҡ. Әсәйем сменалап заводта эшләне, ә атайым төрлө ярыштарға, турнирҙарға йөрөнө. Уны көтөп ала торғайныҡ, сөнки ул һәр саҡ беҙгә күстәнәс, бүләк, кейемдәр алып ҡайта ине. Стенала эленеп торған келәм уның наградалары менән тулы булды.
Беҙ ҙә спортҡа ылығып үҫтек. Өлкән ағайым Азат самбоға ла йөрөнө, бокс менән дә шөғөлләнде. Мин дә Эдик ҡустым менән самбоға яҙылдым. Һуңынан сәнғәт юлын һайлап, дизайнер булып киттем.
Уның еңеүҙәре – әсәйемдең еңеүҙәре лә
Әсәйем атайымды һәр саҡ дәртләндереп, гел генә ярҙам итеп торҙо. Уның еңеүҙәре – ул әсәйемдең еңеүҙәре лә! Беҙҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне. Асҡын районынан да һәр саҡ беҙгә килеп, күпмелер йәшәп, уҡырға инә торғайнылар. Аҙаҡ уҡып сыҡҡас та гел килеп йөрөнөләр. Уларҙы әсәйем һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай ине.
Ейән-ейәнсәрҙәрен бик яратты атайым. Гел улар менән уйнаны, аралашты, кәңәштәрен бирҙе, тәбиғәт ҡосағына алып сыҡты.
2017 йылда ҡәҙерле кешебеҙ инсульт кисерҙе. Беҙ һәр саҡ янында булдыҡ. Һеңлеләре һәм апаһы ла гел килеп хәлен белеп торҙо. Ул һуңғы көндәренә тиклем шахмат уйнаны, бирешмәне, хәлһеҙләнгәнен күрһәтергә тырышманы. Бик көслө, түҙемле, намыҫлы кеше ине һәм беҙҙең йөрәктәрҙә шулай булып ҡалды ла”, – тип атаһы тураһында ғорурланып һөйләне Алия.
Суфый Әхмәтзыя улының тормош иптәше Зинира Кашафетдин ҡыҙы ла, хәтирәләрен уртаҡлашып, бик матур, татыу ғүмер итеүҙәре тураһында һөйләне.
Суфый Шәйәхмәтовтың тәрбиәләнеүселәре Илһам Нурмөхәмәтов, Йәүһәт Шәйәхмәтов, Вадим Харисов та остаздарын йылы һүҙҙәр һәм оло рәхмәт менән иҫкә алды. Ҡасан хәл белергә барһалар ҙа ихлас ҡаршы алған Зинира апайға ла рәхмәттәрен еткерҙеләр. Ғөмүмән, кем генә сығыш яһаһа ла, Суфый Әхмәтзыя улының үҙ эшенең оҫтаһы булған тренер, яҡшы, ярҙамсыл, киң күңелле кеше, хәстәрлекле атай һәм олатай, ышаныслы тормош юлдашы булыуын билдәләне. Йәүһәт Раил улы иһә, гармунын алып, Суфый Әхмәтзыя улы яратып йырлаған йырҙарҙы башҡарып, күптәрҙең күңелдәрен йомшартып хисләндерҙе лә.
Өфөнән башҡорт теле уҡытыусыһы Фидания Тәфкил ҡыҙы Әхмәтйәнова ла осрашыуға ҡайтҡайны. Ул да, ауыл, мәктәп, уҡытыусылар, күренекле яҡташтар менән ғорурланыуын белдереп, рәхмәтен еткерҙе.
Ҡарткиҫәк ауылы халҡы хаҡлы рәүештә Суфый Шәйәхмәтов менән ғорурлана, сөнки нәҡ уның ярҙамы һәм хәстәрлеге менән күптәр үҙҙәренең тормошон спорт менән бәйләп, ҙур уңыштарға өлгәшә. Ҡарткиҫәк ауылы — спорт һөйөүсе ауыл. Яңы тәпәй киткән баланан алып аяғында йөрөгән ололарға тиклем ҡыш саңғыға баҫып, сәләмәт йәшәү рәүешен күрһәтә ҡарткиҫәктәр. Мәктәп уҡыусылары йыл һайын районда спорт ярыштарында беренселекте бирмәй. Ҡарткиҫәктәрҙең спортты үҙ итеүендә, әлбиттә, Суфый Шәйәхмәтовтың роле ҙур. Күренекле тренерҙың изге эштәрен, матур башланғыстарын киләсәктә лә йәш быуын лайыҡлы дауам итер, уның тураһындағы яҡты иҫтәлекте һаҡлар, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Афарин, ҡарткиҫәктәр!
Башҡорт тарихы йылында шулай тарихыбыҙҙы барлап, күренекле шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәт йыйып, уларҙы иҫкә алыу – бик лайыҡлы, матур, изге эш. Афарин, ҡарткиҫәктәр!
Суфый Шәйәхмәтов 1951 йылда Ҡарткиҫәк ауылында тыуған. Атаһы Әхмәтзыя Шәйәхмәт улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Әсәһе Хәйәт Мөғтәбәр ҡыҙы – алдынғы малсы, “Почёт Билдәһе” ордены кавалеры.
Ете бала тәрбиәләнеп үҫкән ғаиләлә иң сабыры, иң тынысы була ул. Бәләкәйҙән малайҙар менән, һеңлеһе Рәфисәне лә алып, ағастан пистолет, автоматтар эшләп уйнайҙар. Тиҫтерҙәрен көрәшергә лә өйрәтә. Һәр кемгә яҡшы мөғәмәлә күрһәткән малайҙың дуҫтары ла күп була. Бер кемгә лә ҡысҡырмай, бөтәһенең күңеленә юл таба белә ул. Бигерәк тә көсһөҙҙәрҙе рәнйетергә юл ҡуймай, яҡлаша, шуға ла уны бөтәһе лә ихтирам итә. 10-сы класты Арбаш мәктәбендә уҡый. Суфый үҫмер йылдарында уҡ район һабантуйҙарында үҙен һынап ҡарай. Көрәшеп, төп приз – тәкә алып, шашлыҡ менән һыйлағанын ауылдаштары яҡшы хәтерләй.
Тормошҡа юлламаны уға хәрби хеҙмәт бирә. Суфый Әхмәтзыя улы Мелитополь хәрби часында десант ҡоролмалары буйынса авиамеханик булып хеҙмәт итә. Ул часта бик күптәр Кавказдан була. Ә уларҙың ауылдарында элек-электән ирекле көрәш буйынса ярыштар үткәрелгән, секциялар эшләгән. Суфый хеҙмәт иткән часта ла спорттың иң популяр төрө көрәш була. Осетин дуҫтары уның беренсе тренерҙарына әйләнә. Кавказда хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡташтарынан бер нисә көрәш алымын өйрәнеп тә килгән була ул. Һәләтле уҡыусыға был спорт төрөн ташламаҫҡа тәҡдим итәләр, үҙе лә инде киләсәк тормошон спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.
Армиянан һуң, 1972 йылда, Өфөләге Башҡортостан республика физкультура техникумына уҡырға инә. Һуңынан был уҡыу йорто Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерелә. Яйлап Стәрлетамаҡ уның өсөн тыуған ҡалаһына әйләнә, бында ул үҙенең булмышын таба. Техникумда уҡыған йылдарында ныҡлап самбо менән шөғөлләнә башлай. Уның остазы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Наил Нәҡи улы Абсаттаров була. 1973 йылда Суфый Шәйәхмәтов самбо буйынса мастерлыҡҡа кандидат була. 1974 йылда техникумды тамамлай.
Тренеры уға, Стәрлетамаҡта ҡалып, спорт менән шөғөлләнеүен дауам итергә, үҙенә тренер булып эш башларға тәҡдим итә. Ул ҡала һәм бер үк ваҡытта 21-се ҡала һөнәрселек техникумында физкультуранан уҡыта. Уның беренсе тәрбиәләнеүсеһе Виталий Алексеев армияға тиклем самбо буйынса мастерлыҡҡа кандидат, һуңынан СССР спорт мастеры, Рәсәй чемпионы була.
Суфый Әхмәтзыя улы СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең 18 спорт мастерын, халыҡ-ара спорт мастерҙарын, Бөтә Рәсәй, Европа, донъя чемпиондарын тәрбиәләгән. Улар араһында Виталий Алексеев, Әнүәр Ибраһимов, Марат Садиҡов, Юрий Мельников, Руслан Кинйәбаев, Светлана Зарипова (Нагаева) һәм башҡа бик күптәр бар.
Суфый Әхмәтзыя улы ҡарткиҫәктәрҙең дә остазы була. Улар араһында Илһам Нурмөхәмәтов, Йәүһәт Шәйәхмәтов, Әлфис Харисов (әлеге ваҡытта мәрхүм), Вадим Харисов та бар.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.

