

Күптән яҙырға йыйынһам да, уларҙың бар булмышын тулыһынса асып һалырға һүҙ байлығым етмәҫ тип, оҙаҡ ҡына ҡулыма ҡәләм алырға баҙнат итмәнем. Исеме лә, есеме лә тотош моңдан, матурлыҡтан яралған Фирүзә апайым тураһында бәйән итмәксемен. Сибәр ханымды Мәҡсүт кенә түгел, тотош Күгәрсен районы тамашасыһы ла бик яҡшы белә. Төрлө концерттарҙа, мәртәбәле конкурстарҙа, күңелле кисәләрҙә ҡатнашып, үҙенең моңло тауышы менән бик күптәрҙең күңелен әсир итергә өлгөргән туғаным.
Тау-урмандар ҡосағына, сылтырап ҡына аҡҡан саф шишмәләр ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған 1-се Дәүләтҡол ауылында Гөлсирә менән Хөрмәт Бикҡоловтарҙың ишле ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һалған бер ҡыҙ бала. Фирүзә тип йырлап торған исем ҡушалар сабыйға. Фирүзә ташы – йөҙөк ҡашы, тип ҡабатларға яратҡан ауылдаштары.
Ғаиләлә баш бала булараҡ, үҙенән һуң тыуған ике ҡустыһы һәм өс һеңлеһенә күҙ-ҡолаҡ булыу, өй эсендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе башҡарыу Фирүзәнең иңенә төшә. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки атай менән әсәй көн буйы совхоз эшенә йәлеп ителгән. Ошондай ығы-зығылы тормошта ла йөрәк тулы көй-моң йөрөтөргә мөмкинме икән?! “Был хәтлем моң ҡайҙан килә икән?” тип аптырай торғайным. Моғайын да, тотош нәҫелгә тәбиғәттән бирелгән һәләттер ул.
Фирүзәнең атаһының да, әсәһенең дә мәжлестәрҙә матур итеп йырлағаны хәтерҙә. Гөлсирә апай хатта йәштәргә үҙе генә белгән һирәк йырҙарҙы өйрәтте. 1-се Дәүләтҡол ауылын уратып алған Ярыҡтауы, Маяҡлы тауы, Йылан төшкән һәм Шәкирйән шишмәләре, Бүләк башы, Биләм башы, Төпкөл туғайы һәм башҡа хозур тәбиғәт ҡосағы кеше күңелен бөтмәҫ моңға күмә.
Ауыл бәләкәй генә булһа ла, заманында ул гөрләп торҙо. “Октябрь” совхозының ҡымыҙ бешеү цехы иһә ауылдың янында ғына булды. 1-се Дәүләтҡол ялан-туғайҙарының һутлы үләнен утлаған йылҡыларҙың ҡымыҙы ла иң шифалыларҙан һаналды.
Күгәрсен урта мәктәбен тамамлағандан һуң, үҫмер ҡыҙҙы Басира апаһы Ташкент ҡалаһына эшкә алып китә.
Бында трамвай йөрөтөүселәр курсында уҡып, оҙон Ташкент урамдары буйлап “тимер ат”та елдерә яҡташыбыҙ. Азия тарафтарында йәшәү нисек кенә уңайлы булмаһын, барыбер ҙә Башҡортостан һағындыра, 1-се Дәүләтҡол тәбиғәте төштәренә инә.
Берҙән-бер көн Фирүзә апай тыуған төйәгенә ҡайтырға ҡарар итә. Тап ошо ваҡытта ғаиләләре атаһының тыуған ауылы Үрге Сирбайға күскән була. Ҡәҙерлем бында хужалыҡта һауынсы булып эш башлай. Йөрәге тулы моң, үҙе ныҡ сибәр ҡыҙға күрше егете Әхәттең күҙе төшә. Шулай итеп, ике йәш йөрәк бер-береһен оҡшатып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Күп тә үтмәй, йәш ғаилә Мәҡсүт ауылында нигеҙ ҡора. Уларҙың мөхәббәт емеше булып улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.
Әхәт Фәттәхов юғары вазифалар биләне, бихисап наградалар менән бүләкләнде. Үҙ сиратында, Фирүзә апайым иренә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырҙы. Йорт мәшәҡәттәрен үҙенең өҫтөнә алыуы, балаларҙы хәстәрләүе һәм башҡа күңелле мәшәҡәттәргә күмелеүе шуға асыҡ миҫал.
Бына нимә тураһында уйлайым – әгәр ҙә Фирүзә апайыма ваҡытында сәнғәт йүнәлешендә юғары белем алыу мөмкинлеге тыуҙырылһа, бөгөн ул билдәле йырсы булып танылыр ине. Әхәт еҙнәйем иһә өҙҙөрөп баянда уйнай. Ҡыҫҡаһы, табын-мәжлестәрҙә икеһе лә моңло көйҙәре менән йөрәктәргә ял бирә, күңелдәрҙе күтәрә.
Хәлиҙә БИКҠОЛОВА.