Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 09:01

Хеҙмәт хөрмәткә мохтаж

Ауылдарға яңы һулыш өрөргә кәрәк.

“Намыҫ менән эшләп үҫкән егет

Дандар алды иген ҡырында,

Күкрәгендә балҡый Алтын Йондоҙ,

Йыр йырлайыҡ батыр турында”.

Ғорурланырлыҡ шәхестәр

 

Был шиғри юлдар тыумышы менән – Советтар Союзынан. “Ялан батыры” тип атала ул. Ҡ. Даян һүҙҙәренә Х. Әхмәтов яҙған, 60–70-се йылдарҙа популяр булған ошо йырҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр ағай Хисмәтуллин башҡара торғайны. Тураһын әйткәндә, бөгөн бындай эскерһеҙ ижадты күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, сөнки ни бары ҡырҡ йыл эсендә илдә социаль ҡоролош ҡырҡа алмашыныу (1917 йылдың октябрен дә хәтерләтеп ҡуя ул) менән йәмғиәттәге кәйефтәр ҙә етди үҙгәрештәргә дусар ителде.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткә дан йырланмаһа ла, уның тәғәйенләнеше үҙгәрмәне, һаман да кешелек донъяһын йәшәткән иң мөһим, алмаштырғыһыҙ сығанаҡ булып ҡала килә. Ә инде тарихҡа киткән Советтар Союзын иҫкә алғанда, йыш ҡына уға хас булған (ә камил социаль ҡоролош Ер шары цивилизацияһында бер ҡасан да күҙәтелмәгән) етешһеҙлектәр күтәрелеп сығыуға ҡарамаҫтан, бөгөн күптәр һағынып телгә алған хәл-күренештәре лә етерлек. Үрҙә шуның береһе аталды ла инде. Хәйер, шундай сифаттары булмаһа, бер генә социаль ҡоролош та оҙаҡ йәшәй алмаҫ ине.

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары, Алтын Йондоҙ миҙалы менән нығытылған “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән маҡтаулы исем… Исемдәренән үк күренеүенсә, ундай юғары баһаға, ысынлап та, эшкә йәне-тәне менән бирелгән шәхестәр лайыҡ була торғайны. Бер нисәһен булһа ла билдәләп үтәйек: башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәрим, мәғариф алдынғыһы Фатима Мостафина, КПСС хеҙмәткәре Тәлғәт Рахманов, һауынсылар Эльвира Гулина, Шәүәли Вахитов, механизаторҙар Риза Яхин һәм Вафир Тайсин һәм башҡалар.

Ике орден кавалеры Мөнәүәрә апай Басирова уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында Стәрлебаш районының иң алдынғы һауынсыһы булып, байтаҡ йылдар социалистик ярышта бер кемде лә алдына сығарманы. Һәр һыйырҙан – йылына 4-әр мең килограмдан ашыу һөт! Был күрһәткес ул эшләгән Иҫке Ҡалҡаш һөтсөлөк фермаһында уртаса йыллыҡ һауымдан ике тапҡырға тиерлек юғары ине. Хәйер, ул замандарҙа күпселек фермаларҙа аҫралған симменталь тоҡомло һыйырҙарҙан күберәкте өмөт итеү мөмкин дә булмағандыр.

Ә бына Благовещен районының “Степановка” совхозы һауынсыһы Эльвира Гулина йыллыҡ һауымды 7 мең килограмдан арттырыуға өлгәште. Бының да аңлатмаһы бар: уның тәрбиәһендәге ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар ҡарап тороуға Басирова һауған малдан кәмендә бер ярым тапҡыр эрерәк һәм, әлбиттә, елендәре лә ҙурыраҡ ине. Мөһабәт сырайлы, кәүҙәгә лә ирәбе был апайҙың Социалистик Хеҙмәт Геройы булыуы тәбиғи ине.

Ирҙәр затынан берҙән-бер һауынсы Күмертау районының “Таймаҫ” совхозында дан яулаған Шәүәли ағай Вахитов менән осрашыу мөмкинлеге булманы. Ул да тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән социализм төҙөгән илдең тарихына инеп ҡалды. Һүҙ ҙә юҡ, Советтар Союзында хеҙмәттең дәрәжәһе юғары булды, эш урынында фиҙакәрлек күрһәткәндәрҙе күрә һәм күтәрә белделәр, исемдәре матбуғат биттәренән төшмәне, телеэкрандарҙа ла сағылыш тапты.

Ҡыйғы районының “Йондоҙ” колхозына ҡараған Иҫке Мөхәмәт ауылынан Нәҡиә Ғәлина (наградалары иҫтә ҡалмаған) ҡатын-ҡыҙҙар араһында берҙән-бер тракторсы ине.

 

Кеше хеҙмәт рәтен белгән

 

Хеҙмәт алдынғылары, әлбиттә, күп йылдар ауыл хужалығы тармағында беренселекте ҡулдан ысҡындырмаған Илеш райо­нында булып, КПСС район комитетының беренсе секретары Тәлғәт Рахманов үҙе Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә тәүгеләрҙән лайыҡ булды. Башҡаларының исем-шәрифе хәтерҙән сыҡҡан, ә бына “Искра” колхозына күп йылдар етәкселек иткән Социалистик Хеҙмәт Геройы Тимерхан Нәжмиев менән осрашыу бөгөнгөләй хәтерҙә. Ихлас әңгәмәсе, әҙәпле һәм ихтирамлы шәхес булып сыҡты ул. Колхоз үҙәге Ябалаҡ ауылында ҡалҡыу урында һөйләшеп торғанда, уның уң ҡулы менән көнбайыш тарафтарына күрһәтеп, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында һөйләшкәне хәтерҙә уйылып ҡалған.

80-се йылдар башында илештәрҙең үксәһенә ут күршеләре – Дүртөйлө районы уңғандары баҫа башлап, унда ла хеҙмәт алдынғылары күбәйҙе. Шуларҙың береһе “Маяҡ” колхозы рәйесе Хәүис Ҡәйүмов менән дә осрашырға тура килгәйне. Күп йылдар Иҫке Яндыҙ ауылы тирәләй берләшкән өс-дүрт ауылға уңышлы етәкселек итеп, үҙенең баһаһын тойған ағай, билдәле, дәрәжәһен белеп һөйләшә ине. Элек артта ҡалыусылар рәтендәге күрше ике-өс хужалыҡты ла “Маяҡ” тарафтарына ҡабул итеп, эште яйға һалғас, уның да күкрәген Алтын Йондоҙ биҙәне.

Хеҙмәткә бирелгәнлек тойғоһо көслө, ойоштороу һәләте ташып торған шәхестәр тураһында һүҙ алып барғанда, 60-сы йылдарҙа даны бөтә Стәрлебаш районына яңғыраған “Маяҡ” колхозы рәйесе Вәғиз Мөхәмәтшинды ла телгә алмаһаҡ, хилаф булыр ине. Ул йылдарҙа иң күп һөт һауған, иң күп иген һуҡҡан хеҙмәт уңғандары менән маҡтана алған хужалыҡ, ысынлап та, “Маяҡ” ине. Ләкин, тора-бара ишетелеүенсә, Вәғиз Мәзит улы, район етәкселәре менән һүҙгә килеп, ситкә сығып китә һәм “Маяҡ”тың даны һүрелә башлай, сөнки Ҡабыҡҡыуыш ауылында уға тиң булырҙай кеше табылмай.

Ул йылдарҙа күрше Стәрлетамаҡ райо­нында КПСС-тың беренсе секретары булып Федор Машкин эшләй ине. Аҙаҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы булған был шәхес үҙенең кешеләргә йылы мөнәсәбәте менән айырылып торҙо. Вәғиз Мәжит улы кеүек әҙерлекле етәксене ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн ул “Коммунар” колхозына рәйес булып барырға тәҡдим итә һәм хаталанмай. Әйткәндәй, күп милләтле Стәрлетамаҡ районына Федор Иванович күп йылдар етәкселек итте һәм алмашҡа байтаҡ етәксе кадрҙар әҙерләне. Шуларҙың береһе Хәйҙәр Шаһиев һуңынан район хакимиәте башлығы вазифаһында уңышлы эш башҡарҙы.

70-се йылдар аҙағында Вәғиз Мөхәмәтшинды Стәрлебаш районында яңы ойоштороласаҡ Табылды хужалыҡ-ара предприятиеһына директор итеп саҡыралар. Күп тә үтмәй, был хужалыҡ 60-сы йылдар “Маяғы” тәжрибәһен ҡабатлай башланы: иң юғары һауым ҡайҙа – Табылдыла, иң юғары уңыш ҡайҙа – тағы ла Табылдыла… Яңы етәксе өр-яңы машина-трактор оҫтаханаһын, уның эргәһендә стационар ашхана, медицина пункты, йәштәр өсөн торлаҡ төҙөтә. Ауылда йәштәр ҡала башлап, өр-яңы урам барлыҡҡа килә.

Әйтергә түгел, СССР-ҙа хеҙмәттең роле юғары ине. Быны, моғайын, үҙен эшсе-крәҫтиәндәр дәүләте, пролетар дәүләт тип иғлан иткән һәм һүҙҙә булһа ла коммунизм төҙөргә хыялланған етәкселектең халыҡты эшкә егеү өсөн заманына күрә отошло юл таба алыуы менән аңлатырға мөмкиндер. Батша Рәсәйен ғәмәлдә иҙеүсе һәм иҙелеүсе синыфтарға бүлеп, уның мираҫынан ҡырҡа баш тартҡан большевиктар тәүҙә хәрби коммунизм, унан – яңы иҡтисади сәйәсәт иғлан итеп ҡарай, коммуналар ойоштора, ахыр килеп, хеҙмәтте пропагандалау юлын һайлай. КПСС хакимлыҡ иткән йылдарҙа һәр бер район һәм ҡала комитеттарында пропаганда һәм агитация бүлектәре эшләүе тәбиғи күренеш булды.

Ҡасандыр күҫәк ярҙамында тамаҡ аҫраған, мәмерйәләрҙә йәшәгән һәм, тәүҙә ат менеп, артабан автомобилгә һәм поезға атланған әҙәм балаһы хәҙерге уңайлы йәшәү мөхите өсөн, әлбиттә, хеҙмәткә бурыслы. 

 

Йәштәр ҡалаға тартыла…

 

Күсәгилешлек традицияларына тоғролоҡ тураһында Советтар Союзында күп телгә алыныуға ҡарамаҫтан, большевиктарҙың был йәһәттән ата-бабаларҙан ҡабул итеп алған өлгөләре ғәмәлдә юҡ ине. Шуға күрә лә илде индустриялаштырыу өсөн арзан эшсе ҡулдарға пропаганда юлы менән генә иҫәп тоторға мөмкин булған. Ата-бабалары ни бары ике быуын элгәре крепостной булған крәҫтиәндәрҙе колхоздарға ылыҡтырыуҙа ла коммуналар өлгөһөндә һынап ҡаралған ысул эшкә ҡушыла.

Шул уҡ ваҡытта илебеҙ тарихының айырып алғыһыҙ өлөшө булған СССР дәүерен тик ҡара төҫтәргә манып күрһәтергә ынтылыу ғәҙел түгел. Донъяла берҙән-бер эшсе-крәҫтиән дәүләтенең бөгөн дә юғары баһаға лайыҡ ҡаҙаныштары байтаҡ. Шуларҙың хәл иткесе, моғайын, ауыл хужалығына мөнәсәбәткә ҡағылалыр. Ә бит уҙған быуаттың 70-се йылдарынан башлап тармаҡ техник тәьминәткә мохтажлыҡ кисермәне, ә 1982 йылда аҙыҡ-түлек программаһы ғәмәлгә ингәндән һуң машина-тракторҙарҙы колхоздарға мәжбүри рәүештә тиерлек бирә башланылар.

Ҡайһы бер даирәләрҙә “торғонлоҡ осоро” тип аталған был дәүер ауылдар тормошонда иң уңышлыһы булды: эш хаҡы арттырылды, ауылдарға юлдар һалынды, мәҙәниәт йорттары һәм клубтар күтәрелде, халыҡ, бер-береһе менән ярышып тигәндәй, торлағын яңыртты һ.б. Район үҙәктәрендә механи­зацияланған төҙөлөш ойошмалары, ремонт-техник, ауыл хужалығын химиялаштырыу предприятиелары һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары, комплекслы ҡабул итеү пункттары кеүек эш урындары асылды. Колхоз ауылында “эшһеҙлек” тигән төшөнсә онотолдо. 2010 йылда булһа кәрәк, “Комсомольская правда” гәзитендә баҫылып сыҡҡан ике битлек яҙмала 1978 йылда СССР-ҙа ете тиҫтәнән ашыу яңы төҙөлөш объекттарын сафҡа индереү буйынса эш алып барылыуы тураһында хәбәр ителде.

Дөрөҫ, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, хеҙмәттең баһаһы уға түләүҙең күпмелегендә сағылыш табырға тейеш – капитализмдың яҙылмаған ҡануны шундай. Әммә феодализм ҡалдыҡтары көслө булған Рәсәй империяһынан Советтар Рәсәйенә һикереү, үрҙә телгә алыныуынса, пропаганда һәм шәхестәр өлгөһөндә ғәмәлгә ашырыла. Алтын Йондоҙ күкрәген биҙәгән хеҙмәт геройҙары, әлбиттә, ауыл хужалығында ғына түгел, сәнәғәттә лә, төҙөлөштә лә, мәғариф һәм мәҙәниәттә лә һәм башҡалар булды.

СССР-ҙа тормош шулай йүнәлештә барҙы. Рәсәй империяһында, 90 проценттан ашыу халҡы ауылдарҙа көн иткән дәүләттә, тап шул энтузиазм ерлегендә бер-бер артлы ҡасабалар, ҡалалар барлыҡҡа килә. Башҡорт АССР-ының Ишембай, Октябрьский, Нефтекама, Дүртөйлө ҡалалары үҙҙәренең тыуыу тарихын нефть менән бәйләһә, Күмертау – күмер сығарыу, Салауат нефть химияһы ерлегендә ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҫеп сыҡты.

Рәсәй шарттарында капитализмдың яңынан тергеҙелеүе хеҙмәттең баһаһын төшөрҙө, һәм был айырыуса ауыл хужалығында сағылыш таба. Йәштәр ҡалаларға тартыла, хатта сит тарафтарға, әлбиттә, төшөмлө эш эҙләп юллана. Исем-шәрифе хәтерҙә һаҡланмаған бер философтың, крәҫтиәнгә мөнәсәбәтенә ҡарап, хөкүмәттең баһаһын билдәләргә мөмкин, тигәне иҫкә төшә. Илде туйындырған тармаҡҡа бындай мөнәсәбәт менән килешеп булмай. Яңғыҙ хужалыҡ, әйҙә, фермер ҙа булһын, ти, ауылдарҙы бөлгөнлөктән һаҡлап ҡала алмаясаҡ, хоҡуҡ төшөнсәһе һанға һуғылып бармаған йәмғиәт өсөн был көс еткеһеҙ бурыс. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, В.И. Лениндың кооперация тураһындағы идеяһын иҫкә төшөрөп, ғәмәлгә индереү генә ауылдарға яңы һулыш өрөргә һәләтле.

“Эх, бригадир мин үҙем, комбайнер һәм тракторист, кәрәк икән, булам танкист, ял иткәндә гармонист”.

Шәп әйтелгән бит, ә?

 

Тимер ЮРМАТИН.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас