Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 09:04

Хоҙайбирҙиндар конкурста көс һынай

Йорттары сафҡа теҙелгән һалдаттар кеүек.

Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылы тарихы 1587 йылдарға барып тоташа. Ауылдың элекке исеме – Бесәнсе.

...Бик борон хәҙерге Бесәнсенән алыҫ түгел ергә Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуынан Йома исемле бер бай килеп төпләнгән. Алтмышҡа еткәс кенә уның улы тыуған. Уға Те­ләүҡа­бул тип исем биргәндәр. Ә Теләүҙең улы – Бесәнсе. Ул Керәү­ле йылғаһы буйына иң гүзәл ерҙе һайлап ҡына өй һалып сыға, өйлә­нә. Ваҡыт үтә килә, уның янына бүтән яҡтарҙан күсеп килеп ултыра башлайҙар. Ауылға тәүге нигеҙ хужаһының исемен ҡушалар, шулай итеп, Бесәнсе ауылы барлыҡҡа килә. 1924 йылдың 22 декабрендә БашЦИК ҡарары менән ауылдың исеме Хоҙайбирҙин тип үҙгәртелә.

Ауыл Ағиҙелдең Урал тауҙары яғынан ағып килеп, боролош алған тапҡырҙа, йәғни Керәүленең үҙенә ҡушылған ерендә ултыра. Керәүле тармаҡланып, төрлө ерҙән йәйелеп аға. Уға бәләкәй генә инештәр ҙә ҡушыла. Борон был ерҙәрҙе төйәк иткән ата-бабалар көрәп, йылғаны бер үҙәндән ағыҙған. Шуға ла йылға Көрәүле, халыҡса әйткәндә, Керәүле исемен алған. Элек йылға мул һыулы булған.

Ауылдың көньяғында Тибеҙлек яланы йәйелгән. Һутлы үләнгә бай был урынды ауыл халҡы көтөүлек итеп файҙаланған. Һуғыштан һуң был ерҙәрҙе һөрөп, иген сәскәндәр, бесән дә сапҡандар.

Уйһыулыҡ, сағылдар теҙмәһе­нән торған Ҡыҙҙар тауы бар. Уның бер түбәһен Исхаҡ тауы тип тә йөрөтәләр. Элек, тау баштары ҡарҙан әрселеү менән, бала-саға, йәштәр ошо тауға сығып, төрлө уйын уйнаған, ял иткән. Урыны бик йәтеш: тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп тора.

Исхаҡ тауының тарихы былай. Исхаҡ ауылдың абруйлы, белемле кешеһе булған. Тура һүҙле булғанға, ғәҙеллекте яратҡанға, уны байҙар күрә алмаған.  Ағыулап үлтерелгәс, ябай халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған Исхаҡты тау башына ерләйҙәр. Был изге урынға әйләнеп китә. Әгәр оҙаҡ ямғыр яумаһа, ҡоролоҡ булһа, ҡатын-ҡыҙҙар Исхаҡ тауы башына көйәнтәләп һыу ташып, уның ҡәберенә һипкән.

Ауыл осонда Шәһит Хоҙай­бир­ҙин хөрмәтенә стелаһы ҡуйылған. Тирә-яғы тәрбиәле. Халыҡ, ошо ергә йыш ҡына йыйылып, ауылдан сыҡҡан баһадир улдарын хәтергә ала.

Хоҙайбирҙиндар үҙенең данлыҡ­лы шәхестәренең исемен мәңге­ләштереүгә күп көс һала. Исеме киң билдәле Шәһит Хоҙайбир­ҙиндан тыш, бынан дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, алдынғы эшселәр, хәрбиҙәр, табиптар сыҡҡан. Ауылдаштары уларҙың һәр ҡайһыһы менән ғорурлана.

Республика әһәмиәтендәге оло юл буйында урынлашып, Күгәрсен районына ҡапҡа булып торған ауыл үҙенең бөхтәлеге, таҙалығы, матурлығы менән билдәле. 2006 йылда “Башҡортостан” телера­диокомпанияһы ойошторған “Матур ауыл” телевизион конкурсында еңеүселәр рәтендә булды. Әйт­кәндәй, ауыл осонда юлаусылар өсөн Иман йорто – күркәм мәсет төҙөлөп килә. Был эш хәләл көс менән, ошо ауылда тыуып үҫкән кешеләр һәм ауылдаштар ярҙа­мында ғәмәлгә ашырыла.

Һоҡланғыс ғаиләләре, тырыш уҙамандары, ихлас ағинәйҙәре, матур йолалары менән ғорурлана бөгөн хоҙайбирҙиндар. “Бесәнсе” фольклор ансамбле район буйынса уҙғарылған конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Мәҙәниәт йортонда “Шатлыҡ” бейеү ансамбле уңышлы ғына эшләп килә. Йыл һайын күрше ауыл бейеүселәрен туплап, ауыл мәҙәниәт йортонда Тамара Хоҙайбирҙина исемендәге “Бейеү алиһәһе” исемле конкурс уҙғарылып тора.

Һанай китһәң, Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән һәр ғаилә лә үҙенсә күркәм, һоҡланғыс. Бында бик сәмле, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Улар үткәнде онотмауы, йәштәргә өлгө булып донъя көткән хеҙмәт ветерандарын ҡәҙер итеүе менән дә оло хөрмәт уята. Быйыл, мәҫәлән, Роза менән Рәшит Яппаровтарҙың алтын туйҙары, бергә татыу ғүмер итеү­ҙәренә 50 йыл тулыуы уңайы­нан уларҙы ауылдаштары тәбрик­ләне. Әйтергә кәрәк, бындай байрамдар Хоҙайбирҙин ауылында айыҡ сара рәүешендә үтә. Донъя­лыҡтағы бүләк итеп кенә бирелгән һәр көндө айыҡ аҡыл менән йәшәүгә бер ни етмәй, ти хоҙайбирҙиндар.  

Ауыл уртаһында Шәһит Әхмәт улы тыуған өй нигеҙе бар. Матур йорт күтәреп, бөгөн унда Шәһиттең бер туған ҡустыһы Заһиҙулланың Фәнүр исемле ейәне ғаиләһе менән йәшәй. Әле иҫән сағында Тамара Шәһит ҡыҙы ла был йортҡа йыш ҡайтып йөрөгән.

Бында йорттар сафҡа теҙелгән һалдаттар кеүек тигеҙ, олпат. Киләсәк быуынды дөрөҫ тәрбиәләү өсөн “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проектына ярашлы төҙөлгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары даими эшләй. Унда мәктәп балалары ғына түгел, ауылдың оло йәштәге кешеләре лә килеп шөғөлләнә, төрлө конкурс-ярыштар ҙа ошонда уҙа. Сәләмәт тормош алып барған ауылдың киләсәге өмөтлө.

Киләсәккә ҡыйыу аҙымдар менән барыр өсөн айыҡ аҡыл менән йәшәү – тәүге дөрөҫ ҡарар икәнен хоҙайбирҙиндар яҡшы аңлай. Әйткәндәй, Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылына “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнаша.

 

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Күгәрсен районы.

Читайте нас