Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 09:50

Иң һылыуын бергә һайлайыҡ!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!

Йыл дауамында гәзитебеҙҙә барған “Башҡортостан гүзәле” конкурсына йомғаҡ яһар мәл етте. Тап һеҙҙең ярҙам менән интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һы­лыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк. Еңеүсенең фоторәсеме “Башҡортостан” гәзитенең 2022 йылғы календарын биҙәйәсәк.

Тауыш бирергә:

https://vk.com/app7198399_-104965500#poll61aef42fd9a2..

Дуҫтар, еңеүсене билдәләү нәҡ һеҙгә тапшырыла. Бының өсөн:

* “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйлә­нештә” селтәрендәге төркөмөнә яҙылырға: https://vk.com/gazetabashkortostan;

* ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;

* лайыҡлы тип тапҡан һылыуҡай өсөн тауыш бирергә кәрәк.

Конкурс 21 декабргә тиклем дауам итә. Шул көндә киске сәғәт 9-ҙа иң күп тауыш йыйған һылыуҡайҙың исеме асыҡланасаҡ. Бынан тыш, БИШ ГҮЗӘЛКӘЙ төрлө номинацияларҙа билдә­ләнәсәк. Улар хаҡында баҫмабыҙҙа мәҡәлә донъя күрәсәк, шулай уҡ еңеүселәр баҫмабыҙҙың дипломы менән бүләкләнәсәк. Уңыштар теләйбеҙ!

Еңеүсене билдәләгәндә төркөмгә

(https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алына.

Читайте нас