

Бөгөн, Аллаға шөкөр, дәүләттән йә ҡайҙандыр көтөп ятмай, матур эштәрҙе ниәт итеп, шуларҙы үҙ көстәре, ныҡышмаллыҡтары менән һауаплы ғәмәл рәүешендә башҡарып, халыҡ өсөн яҡшы һөҙөмтә килтереүселәр бихисап. Ҡыпсаҡ сығышлы Иҫке Собханғол уҙаманы Илнур Булат улы Шәмиғолов – шулар иҫәбендә.
Юғары белемле юрист бөгөн – шәхси эшҡыуар. Алағуян йылғаһы буйындағы ҡыҫынҡы ғына ерҙе тигеҙләп, үҙе әйтмешләй, 500 КамАЗ-дан артыҡ таш түктереп, заманса матур йорт һалып сыҡҡан. Өс бала тәрбиәләгән атай ҙа, мәсет юлын һыуындырмаған мосолман да ҡәрҙәшебеҙ.
Илнурҙың бынан ике йыл әүәл Республика көнөнә ҡарата газ заправкаһын төҙөтөп эшкә ҡушҡанын беләбеҙ. Яңыраҡ ул Мәжит Ғафури, Тыныслыҡ урамдарында һәм Алағуян үрендә йәшәгән халыҡты йылға аша күпер төҙөп тә ҡыуандырҙы.
– Ете йыл әүәл Алағуян аръяғына күсеп ултырҙым. Белә-күрә йөрөйөм – халыҡтың күбеһе, юл туралатып, ошо йылға аша йә таҡтанан, йә ике бүрәнәнән арлы-бирле һәм ваҡытлыса әтмәләнгән баҫманан йөрөй. Аҙыҡ-түлек комбинатына эшкә йөрөүселәргә лә бер ыҙа йылға аша сығыу. Үҙем шаһит булғаным бар – бала-саға, күпер аша үткәндә тайып ҡолап, мәктәпкә китеп барған еренән кире борола. Туҡта, мәйтәм, бер һауаплы ғәмәл, джәриә саҙаҡаһы (һауабы оҙаҡ – ошо күпер ҡасан иҫкереп, туҙып, емерелеп бөткәнсе, йәғни халыҡ уның менән оҙаҡ файҙаланған осорҙа килеп торған) булһын, тип тотондом был эшкә. Егеттәр ҙә “ҡуй” тимәне – Алмас Мырҙағолов, Рөстәм Әбдрәхимов, мосолман динен ҡабул иткән Илья ҡәрҙәшебеҙ, беҙҙең урам кешеһе Әмир Шәһивәлиев, Ришат Шәрипов эшкә ихлас тотондо. Мин күпер төҙөү өсөн кәрәкле материал менән тәьмин иттем. Зилә апайҙың улы Ришат бағаналарҙы ҡағып сыҡты. Тәлғәт Ишбулатов бер көн КамАЗ-ы менән ярҙам итте. Күмәк көс менән бына тигән күпер хасил булды – әйҙә, кешеләр файҙаһын күреп ҡыуанһын, – ти Илнур.
Илнур Шәмиғоловтың уй-ниәте лә матур ғына – ул әле төҙөлөш-кәрәк ярағын һата торған ябыҡ баҙар төҙөү ниәте менән янып йөрөй.
– Аллаһы Тәғәлә насип итһә, 18х70 метр ҙурлыҡта ябыҡ баҙар була бында. Бөтә уңайлы шарттары менән. Киләсәктә хостел (мосафирҙар, аҡсаһыҙҙар өсөн ҡунып сығыр урын), хәләл кафе, комплекслы автосервис асырға иҫәп, – ти Илнур Булат улы.
Бөгөн эре тоннажлы баҙар өсөн (төҙөлөш материалы, профнастил, торба һ.б.) офис бинаһы күтәрелгән дә инде. Төҙөүсе егеттәр Рәмзил Иҫәнбаев, Илфир Хәйруллин, Ғәзиз Көмөшбаев, Радик менән Фәнил Мөфтәхетдиновтар эш өҫтөндә.
Төҙөлөш ҡайнай, ниәттәр бойомға ашырыла. Ҡуртымға алынған бер гектар 64 сутый ерҙә хәҙерге заман эшҡыуары Илнур Шәмиғоловтың хыялдары бина рәүешендә ҡалҡа, бағана булып ултыра, ҡом-таш өйөмө өйөлә.
– Хәҙерге заман эшҡыуарҙарының күбеһе, үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көн менән йәшәй. Ә бит беҙ киләсәккә – балаларыбыҙ өсөн инвестиция һалырға тейеш. Эшҡыуарҙар араһында мосолмандар байтаҡ. Берҙәм, маҡсатлы булып, бер төптән эшләһәк, джәриә саҙаҡаһына торошло эштәр атҡарһаҡ, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, уртаҡ файҙа өсөн нимәлер төҙөһәк, эшләһәк, һауапҡа ла өлгәшер, киләсәкте лә ышаныслы итер инек. Бөгөн беҙгә тарҡаулыҡ, битарафлыҡ тигән сифат ҡамасаулай, – ти ул.
Матур ниәт – ярты ғәмәл, тип белмәй әйтмәгән башҡорт. Ана бит, Илнур Булат улының да күпме ниәте күркәм ғәмәл булып һынланған. Уға эйәргән йәштәребеҙ, изге эштә ярышыусылар ғына күмәк булһын.
Айһылыу Ғарифуллина.
Бөрйән районы.