

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының күренекле артисы, республикалағы “Һылыуҡай”, “Башҡорт йыры” кеүек ҙур сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, “Салауат Юлаев” хоккей клубының тылсымлы “Хоттабыч” бабайы, күптәрҙең туйҙарын һәм мәжлестәрен йәмләүсе дәртле тамада, телевидение һәм радио тапшырыуҙары геройы, хатта реклама баннерҙарында ла күренеп ҡала. Беҙ уның менән осрашып, иркенләп һөйләшергә булдыҡ.
– Һине күптәр белә тиһәк тә, ҡайһы яҡтан булыуың тураһында ентекләберәк һөйлә әле, Шәһит.
– Шәһит Зәйет улы булам! Ырыуым – Тамъян, йылғам – Ҡыҙыл, ҡошом – Ҡарға, ағасым – Тирәк, ораным – Тутыя. Мин быларҙы ҙур ғорурлыҡ менән һөйләйем. Үҙем Әбйәлил районының Буранғол ауылында бишенсе бала булып тыуғанмын. Мине шыршы төбөндә Яңы йыл бүләге итеп табып алғандар, тип шаяртырға яратам, сөнки 1 ғинуар таңында тыуғанмын.
– Төпсөк балаһың, тимәк?
– Өс ҡыҙ, ике малай үҫтек. Мин төпсөк, әсәйемдең артынан ҡалмай эйәреп йөрөгән шуҡ малаймын. Көн һайын Бразилия сериалдарын ҡарар өсөн икәүләп ауылдың икенсе осона Таңһылыу апайға барабыҙ. Уның ғына матур күрһәткән телевизоры була торғайны. Шулай уҡ һинд киноларын да ҡарап үҫтем мин. Ҡайтышлай иһә, һис оялып тормайынса, үҙемде Митхун Чакраборти тип күҙаллап, уныңса аҡ шарфымды урап алам да, уға оҡшатырға тырышып, ҡысҡырып һинд йырҙарын йырлап ҡайтам.
Атайым етди кеше булған, өлкән апай һәм ағайҙарымды эшләтеп тәрбиәләгән. Беҙгә, йәғни һуңғы ике балаға иһә еңелерәк тура килгән, иркәрәк булғанбыҙ. Ҡыҙғаныс, атайым мин бәләкәй саҡта арабыҙҙан китте...
– Бер кемдән дә тартынмау, оялмау, ҡыйыулыҡ шул бәләкәй саҡтан килгән сифаттарыңмы?
– Бәләкәй саҡтан уҡ һис оялмай торғайным. Ә ҡыйыулыҡты миңә интернат бирҙе. Беренсе класты ауылда тамамлағандан һуң, ике йыл Сибайҙа махсус музыка лицей-интернатында уҡыным. IV класҡа Өфөләге урта махсус музыка мәктәп-интернатына күстем, шуға күрә бөгөн шуны әйтәм: мине интернет түгел, интернат тәрбиәләне.
Мине сәнғәт йүнәлеше буйынса уҡытыу әсәйемдең ниәте ине. “Улым, унда уҡытмайҙар, ә тәүҙә йырларға, шунан һуғышырға өйрәтәләр”, – тине. Мин ни, бала, рәхәтләнеп киттем. “Уҡырға бараһың”, – тиһәләр, бәлки, ҡаршылашыр ҙа инем. Имтихан алдынан әсәйем тағы бер нәсихәтен бирҙе: “Улым, һинән нимә тип кенә һораһалар ҙа, “эйе” тип яуап бир, икеләнеп “юҡ” тип торма”.
Имтихан башланды, комиссияға барып индем, баһалама ағзалары араһында Наил Ғәйетбай ултыра ине. Матур итеп тороп “Әсәйҙең доғалары”н йырланым. Аҙаҡ ул минән: “Улым, баянда уйнай беләһеңме?” – тип һораны. Әсәйемдең һүҙен иҫкә алдым да, “эйе”, тинем. “Ысынмы?” – ти был. “Эйеее”, – тип һаман үҙемдекендә торам. Ҡыҫҡаһы, алдылар мине. Ә мин йүгереп сыҡтым да әсәйемдән һорайым, “Әсәй, ә баян нимә була ул?” – лаҡап булып ҡалды ошо һүҙҙәрем. Әле лә ауылға ҡайтҡанда ағай-апайҙар шаяртып ала: “Шунан, ҡустым, баяндың нимә икәнен белдеңме?” – тиҙәр.
– Бәләкәй саҡтан туғандарҙан алыҫта үҫеү ауыр булманымы?
– Интернат бутҡаһын ашап үҫтем, уйнап, йырлап, һуғышып, туҡмалып, ғашиҡ булып. III класта тәрбиәсем хат яҙырға өйрәтте. “Һаумы, әсәй! Хәлең нисек, әсәй? Ауылда хәлдәр нисек, әсәй?” – тип эй һағынып яҙа инем. Шунан зарығып яуап көтәм. Дүртенсе класҡа баш ҡалаға киттем. Өфө – Сибай поезы туп-тулы бала-саға тейәлешеп китәбеҙ, шул осор бик күңелле мәл булып хәтерҙә ҡалды.
Өфөләге интернат икмәк ҡәҙерен белергә өйрәтте. Юҡ, асыҡтыҡ тип әйтә алмайым, көнөнә биш тапҡыр ашаттылар, тик барыбер малайҙарҙың үҫкән саҡта, айырыуса төн етһә, ашағыһы килә бит инде. Икмәккә ҡарата ихтирам шул саҡта тыуҙы. Валсығын да ҡойма, тип үҫтерҙеләр беҙҙе. Шуға күрә әле ҡайһы бер кешенең икмәген ашап бөтмәй ҡалдырып китеүен аңлап етмәйем.
– Интернаттан һуң ҡайҙа юлландың?
– Артабан – Өфө сәнғәт училищеһы. Интернатта өйрәнгән уйын ҡоралдары баян менән пианино булһа, училищела төп ҡоралым кларнет булды һәм оркестр менән дирижерлыҡ итеүгә уҡыным.
Училище миңә тормош мәктәбе бирҙе, унда VIII кластан һуң 14-15 йәшлектәр булып барҙыҡ. Ҡыҙғаныслы ваҡыты ла, ҡыуаныслыһы ла күп булды. Әсе-сөсөһөн ныҡ татыныҡ. Аҡсаһыҙлыҡ, аслыҡ, насар ҡылыҡтар менән шаярып ҡарау, сөнки унда тәрбиәсе юҡ, бер кем дә һине ҡарамай. Интернаттан һуң бауҙан ысҡынған эт кеүек инек. Башта бер нимә юҡ, ел уйнай. Ҡыҙғаныс, шул саҡта ҡайһы берәүҙәр наркомания, эскелек юлын һайланы. Тиле йәшлек инде. Әммә яҡшы тормош мәктәбе лә булды ул. Аҡты ҡаранан айырырға, кем менән нисек һөйләшергә, мәмәй булмаҫҡа, теләһә ниндәй хәлдән дә сығыу юлын табырға өйрәндек. Өлкән курс егеттәре беҙҙең менән шаярҙы. Ул саҡта йән көйә, әрней инем. Хәҙер йылдар үтеү менән уларға рәхмәтлемен. Үпкәм ҡалманы, тормош барыһын да тигеҙләй.
– Һөҙөмтәлә театрға нисек барып эләктең?
– Шул “старшактар” ҡулына эләкмәҫ өсөн беҙ күберәк тышта футбол уйнай, театрға йөрөй инек. Нисектер бер Башҡорт дәүләт драма театрына “Нәркәс”кә эләктем. Илай-илай ҡараным, ныҡ уйландым, тетрәндем. Фирүзә Париж менән Азат Йыһаншин уйнаны. Шунан һуң театр факультетына инергә тип хәл иттем. Училищены тамамлаған йылда ғына Өфө дәүләт сәнғәт академияһында тап Милли йәштәр театры өсөн махсус курс йыялар ине. Етәксеһе – Таңсулпан Бабичева. Конкурс бик ҙур булды, бер урынға 25 кеше дәғүә итә.
Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, уҡырға инеп киттем, башҡорт труппаһына 15 кешене һайлап алдылар. Дүрт йыл уҡыныҡ. Үҙ ҡаҙанымда кеүек тойҙом, бик оҡшай ине. Уҡып бөткәс, шунда уҡ театрға барҙыҡ. Үҙебеҙҙең диплом спектакле менән килдек, Мостай Кәримдең әҫәре буйынса әҙерләнгән “Донъяның ярҙары икәү” спектакле ине ул. Труппа беҙҙе ифрат йылы ҡабул итте. Театр артистары, беҙҙең спектаклгә ҡушылып, бергәләп уйнаныҡ, дуҫлаштыҡ. Хәҙер инде яратҡан театрымда эшләп йөрөүемә 12 йыл да булып киткән.
– Ялҡытманымы? Ижади кешеләр, ғәҙәттә, бер төрлөлөктө яратмай.
– Бәлки, театрҙа ғына эшләһәм, ялҡҡан да булыр инем. Театрҙан тыш та эштәрем күп бит минең. Телевидение, радио, төрлө саралар алып барыу, туйҙар, корпоратив кисәләр. Юҡ, һис ялҡытмай. Беҙҙең театр бик үҙенсәлекле, бер юлы ике телдәге ике труппа эшләй. Үҙебеҙҙе уртаҡ театр итеп тоябыҙ, ярҙам итәбеҙ, бер-беребеҙҙең спектаклдәрендә уйнайбыҙ. Яратам мин театрымды. Бындағы эштең ыңғай яҡтары күп ул. Мәҫәлән, дүшәмбе – ял көнө. Кешеләр ауырһынып эшкә киткәндә, өйҙә ятып ҡалаһың. Театрҙа тамаша киске етелә башлана, унда ғына бөтә, рәхәтләнеп тығынһыҙ буш урамдарҙан ҡайтаһың. Ошо ла плюс түгелме ни? Эшкә туғыҙға түгел, 11-гә киләһең.
– Кире яғы, тимәк, эш хаҡы?
– Зарланырлыҡ түгел. Минең өсөн эш хаҡы беренсе урында түгел, теләк кенә булһын. Тормошто яратырға кәрәк. Алып барыусы булараҡ, “Газпром”дың инвалид балалар өсөн “Кәртәләрҙе емереп” тигән проектында ҡатнашырға тура килгәйне. Шунда физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың йәшәргә тырышыуы хайран ҡалдырҙы. Үҙҙәре күрмәй, ишетмәй, атламай, әммә йәшәргә, ижад итергә тырышып ята. Ауырлыҡтар аша йылмая. Уларҙың ата-әсәһенең рух ныҡлығына иҫем китте. Шунан һуң үҙемә “Мыжымаҫҡа, зарланмаҫҡа, уфтанмаҫҡа!” тигән девиз ҡуйҙым. Аяҡ-ҡул бар, эшләй алам, ҡыуанып йәшәргә кәрәк.
– Һине комик ролдәрҙә күберәк күрергә була...
– Кеше мине шулай ҡабул итһә лә, мин төрлө ролдәр башҡарам ул. “Донъяның яры икәү” спектаклендә Кендек роле миңә ныҡ ярҙам итте, тип иҫәпләйем. Уның аша мин образдар күрергә өйрәндем. Актер һәр саҡ эҙләнергә һәм күҙәтергә тейеш. Бер мәл ауылға ҡайтҡайныҡ, кире Өфөгә сығырға йөрөһәк, машинаға себен инде. “Сыҡ” тим, сыҡмай. Оҙаҡ ҡына сығара алмағас, “Ярар, киттек Өфөгә” тип алып киттем. Шулай итеп, Әбйәлил себене Өфөгә барып етте лә тышҡа осоп сығып китте. Уның артабанғы яҙмышын бер нисә көн уйлап йөрөнөм, ни эшләне икән был, тип ҡайғырҙым. Ошондай күҙәтеүҙәр һөҙөмтәлә образ өҫтөндә эшләгән саҡта ныҡ ярҙам итә. С. Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” спектакле, мәҫәлән, трагедия, мин унда бик трагик герой ролен башҡарам. Ғөмүмән, режиссер актерҙы “һындырыу” өсөн төрлө ролдәрҙә һынап ҡарарға, йәғни артистарҙың үҙе белмәгән һәләттәрен дә асырға тейеш, тип иҫәпләйем. Шунда ғына үҫеш була.
– Республикалағы ҙур сараларҙы, концерттарҙы оҫта алып бараһың. Импровизацияларға алдан әҙерләнәһеңме, әллә улар үҙенән-үҙе шулай уңышлы килеп сығамы?
– Алып барыусы эше бик оҡшай, яратып йөрөйөм. Ваҡытында уңышлы итеп шаяртыр өсөн, әлбиттә, алдан эшләргә, әҙерләнергә кәрәк. Ниндәй сара, кем менән эшләргә, ҡунаҡтарҙың йәше, контингенты – барыһын да белеү шарт. Күберәк мәғлүмәт йыям, миңә шулай еңелерәк. Юмор ҡыҙығыраҡ булһын өсөн, артист тураһында беләм, уны өйрәнәм. Сценарий буйынса ғына эшләмәйем һәм был ғәмәлдә халыҡҡа оҡшай.
– Хоттабыч нисек барлыҡҡа килде?
– Өфөлә иң күп кеше йөрөгән урын – “Өфө-Арена”. Һигеҙ мең кеше йөрөй, тимәк, реклама өсөн һәйбәт урын. Театр ошо спорт-концерт комплексына тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Беҙҙән образ, һеҙҙән реклама, флаерҙар таратыу мөмкинлеге бирегеҙ, тине. Улар ризалашты, килегеҙ, эшләп ҡарайыҡ, тинеләр. Бер егет Батыр булды, мин Хоттабыч образын һайланым. Биш йыл инде хәҙер был образға. Халыҡҡа бик оҡшаны, мин тәүге барған көндә еңделәр ишеү беҙҙекеләр. Айырыуса балалар һоҡлана, ышана, һаҡалдан тартып, командаға еңеү һорайҙар. Маркетинг аҙымы уңышлы килеп сыҡты.
Ваҡыт үтә, клубтың элекке командаһы китте. Проектты ябып ҡуйырға ла уй бар ине, тик кешеләр барыбер Хоттабычты көтә, уға ышана, шуға күрә ваҡытым булғанда, айырыуса плей-офф уйындарына һаман тылсымсы ҡарт булып йөрөйөм.
– Ғаиләң тураһында ла бер-ике һүҙ ишетке килә.
– Ҡатыным – Айһылыу, ҡыҙым – Ҡәҙриә, уға ике йәш тулып килә. Бала тыуғас, ҡала янында өй һатып алырға ҡарар иттек. Мунса төҙөп ятабыҙ. Яңы йылға һалып бөтәм, тип торам. Ҡыҙыбыҙҙы үҙебеҙҙең йолаларға таянып, сәнғәткә һөйөү тыуҙырып үҫтерәбеҙ. Көн дә баянда бейетәм уны, башҡортса һөйләшәбеҙ. Ғаилә – көс туплау урыны. Көндәлек мәшәҡәттәргә батмаҫ өсөн, үҙебеҙҙең матур йолаларҙы булдырабыҙ, тормошобоҙҙо төрләндерәбеҙ. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ, шөкөр.
– Рәхмәт, Шәһит. Уңыштар һиңә!
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.