Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 09:35

“Өс көнгә килгәйнем”

Гөррр-гөррр-гөррр! Тәҙрә башында күгәрсендәр гөрләй. Мағаш тауы аръяғынан сыҡҡан апрель ҡояшы икһеҙ-сикһеҙ күк көмбәҙендә көньяҡҡа табан яйлап ҡына тәгә­рәй. Ваҡыты-ваҡыты менән әсе ел иҫһә лә, болоттар араһынан кү­ренеп ҡалған ҡояш шәлкем-шәлкем йылы нурҙарын бөтә донъяға һибә.

Тәҙрә башында гөрләшкән кү­гәрсендәр ҙә, урамдағы ҡарт өйәңкелә һайрашҡан сыйырсыҡтар ҙа, баҡсалағы муйылда сырҡыл­дашҡан турғайҙар ҙа, аҙбар ҡыйы­ғында сырсыулаған ҡарлуғастар ҙа тәбиғәт уяныуға шатлана. Улар ошо ихатаны күптән үҙҙәренең төбәге иткән, һәр береһенең үҙ биләмәһе бар. Ә бынау ҙур өйҙә йәшәгән кешеләрҙе хужалары тип белә, сөнки улар, айырыуса балалары, ҡоштарҙы ашатып, яратып-ҡурсалап ҡына тора.

Гөррр-гөррр-гөррр! Урамда шау-гөр килеп уйнап йөрөгән дүрт бала, шул ҡыҙыл тәпәйле күк күгәрсендәрҙең муйындарын бер-береһенә һоноп, үҙ-ара наҙлы итеп гөрләшкәненә ҡарап, мөкиббән киткән. Инә күгәрсен сипылдашҡан балаларын йылы ҡуйынына алып, уларға яғымлы яуап бирә, ә ата күгәрсен ҡанаттарын ҡағып-ҡағып ҡыуана-ҡыуана бейеп, бер урында ғына сыҙап ултыра алмай, тәҙрәнең әле бер башына, әле икенсе яғына барып ҡуна. Ул ҡанатын ҡаҡҡан һайын, ҡояш нурҙарында алтынланып зәңгәрһыу-күгелйем төҫтәге йөндәре ҡойолоп төшә лә ел уларҙы әллә ҡайҙа осортоп алып китә.

– Был минеке! – тип Фаил, өйрөлөп кенә осоп төшөп килгән күгәрсен йөнөн тотоп алып, яңы уйын тапты.

– Ә был минеке! – тине Фәниә.

– Мә, туғаным, һиңә булһын, – тип төрлө төҫтәге матур йөндө Флизәгә тотторҙо ағаһы. Наҙгөл менән Фаил кемуҙарҙан һикергеләп һәр бер төшкән йөндө тотоп алырға тырышты. Шунан өй буйына ҡойолған йөндәрҙе йыйып алдылар ҙа урам буйына сығып йүгерҙеләр.

Улар өй ҡаршыһындағы бәләкәй генә аҡланда уйнарға ярата. Был асыҡлыҡта йөндәрҙең ҡайһы береһе һауаға артылып, күккә олғашты, ҡайһылары аяҡ аҫтына килеп ятты, бәғзеләре яҡындағы Ҡаҙиса күленә барып төштө. Ҡайһы ваҡыт һалҡын ел иҫеп китһә лә, балалар бирешерлек түгел, өҫтә­рендә – ҡалын куртка, баштарында – йылы башлыҡ, аяҡтарында – резина итек. Улар, ел ыңғайына сабышып китеп, рәхәтләнеп уйнай.

Шул саҡ урам мөйөшөнән “УАЗ” машинаһы килеп сыҡты ла уларҙың ҡапҡа төбөндә туҡтаны. Ауылда машина һирәк күренә, ә бындайҙа (халыҡса “бобик”та) тик ҙур түрәләр йөрөй инде, кемдәр икән, тип аптырашты балалар. Машинанан зат­лы кейемдәге өс ир төштө. Улар берсә балҡып торған өйгә, берсә буялған төҙөк кәртә-ҡураға, берсә тап-таҙа итеп һеперелгән урамға   оҙаҡ ҡына һоҡ­ланып ҡарап торҙо. Тирә-яҡҡа хуш еҫле яңы бешкән икмәк еҫе таралған.

Өйгә инергә тип күтәрмәгә килеп еткәс, тағы ла хайран ҡалдылар. Һап-һары күтәрмә тап-таҙа итеп йыуылған, ялтырап ята. Уның беренсе иҙәненән үк һуғылған балаҫ йәйелгән. Соланға үткәс, ҡаршыла түшәк-яҫтыҡтар өйөп ҡуйып йы­йыштырылған карауат тора, мө­йөштә һыуытҡыс эшләп ултыра.

Күн менән тышланған өй ишеген асып инеүгә, йөҙө алһыуланған бер ҡатын, ап-аҡ итеп аҡланған мейестән икмәк сығарып, өҫтәлдәге ап-аҡ таҫтамалға теҙеп һалып тора. Өйҙәге йылылыҡҡа, илерткес икмәк, талғын ғына ҡайнап ултырған аш еҫенә ир-аттар баҙап ҡалды.

– Һаумыһығыҙ, хужалар өйҙә­ме? – тип шаулашып иҫәнләш­теләр.

– Һаумыһығыҙ! Хужа өйҙә юҡ ине шул, эштә.

– Беҙгә ни былай, Миңлегөл апай кәрәк ине! Һеҙ булаһығыҙмы?

– Эйе. Мин булам. – Үҙе шул арала быуын бөркөп ҡайнап сыҡҡан, көҙгөләй ялтырап торған самауырының мөрйәһен алып, башын баҫты ла, йәһәтләп өҫтәлгә ултыртты.

– Үтегеҙ әйҙә! Түргә уҙығыҙ!

Ир-ат бөтә ерҙән бөхтәлек, сафлыҡ бөркөп торған, ҡыйып баҫҡыһыҙ итеп йыйыштырылған өйгә нисек үтергә белмәй, тупһа янында бер аҙ аҙарынышып баҫып торҙо.

Ҡатын ҡаласа кейенгән ир-уҙамандар араһында райкомдың беренсе секретарын танып алды. Был абруйлы ҡунаҡтар тиктәҫкә йөрөмәҫ, исмаһам, ире лә төшкә ҡайтып етмәгән, тип уйлап ҡуйҙы.

– Миңлегөл апай, һеҙгә бер ҙур бүләк алып килгәйнек бит әле.

– Бәй-бәй, ниндәй бүләк?

– Һеҙҙе иҫән-һау ун бала табып, матур итеп тәрбиәләүегеҙ менән ҡотларға килдек.

Көтөлмәгән шатлыҡтан Миңлегөл ҡаушап китте, шулай ҙа:

– Әйҙәгеҙ, улай булғас, оло яҡҡа уҙайыҡ, – тип түрҙәге бүлмәгә саҡырҙы.

Өй эсе зауыҡ менән йыйыш­тырылған, һәр нәмә үҙ урынында: ике яҡлап карауатта ҡабартып ҡуйылған япмалы мендәрҙәр, оло диван, яңы телевизор, алтын ялатылған тамсылы ап-аҡ фарфор люстра, тәҙрәләге биҙәкле селтәр-шаршауҙар, зәңгәрһыу төҫтәге мейес, һап-һары буяулы иҙән, сте­налағы келәм, иҙәндәге балаҫ ҡурсаҡ өйө һымаҡ үҙенә тарта ине. Шул һиллектә, өйҙөң уртаһында, ап-аҡ селтәр менән ҡапланған сәңгелдәктә иҙрәп китеп йәш бала йоҡлап ята. Ҡунаҡтар йомро өҫтәл тирәләй ултырҙы.

– Һеҙҙең балалар ҡайҙа һуң ул, апай? Шул тиклем баланан өйҙә берәү генә, уныһы ла йоҡлай.

– Шөкөр, үҫтеләр инде. Өсәүһе ҡалала уҡып йөрөй, икәүһе мәктәптән ҡайтып етмәгән, ҡалғандары әле генә уйнарға сыҡты. А-а-ана, Ҡаҙиса буйында йөрөйҙәр, – тип тәҙрәнән күрһәтте.

– Күпме донъя күрҙем, бындай ҡотло өйҙө, ғаиләне күргәнем юҡ ине әле. Өйөгөҙ нур сәсеп тора. Күреп торам: бәхетле ғаилә. Ҡарап торам-торам да, тағы бер һоҡланып ҡуям. Ишетә белә инем, ләкин был тиклемен көтмәгәйнем. Яҡшы ҡатын – өй ҡото, ир яҡшыһы – ил ҡото, тиҙәр. Бындай донъя ҡорған атай ҙа маҡтауға лайыҡ. Татыу ғаилә ил күрке икәненә инандым инде хәҙер.

Райком секретары тороп баҫты:

– Миңлегөл апай, һеҙ, Баш­ҡортостан АССР-ы Президиумы указына ярашлы, “Герой-әсә” ордены менән бүләкләнәһегеҙ. Һеҙҙе был оло награда менән ысын күңелдән ҡотлайым. Рөхсәт итегеҙ түшегеҙгә ҡаҙарға.

– Ай, Алла, өҫтөмдө лә алмаштырмағайным бит әле.

– Һеҙҙе был кейемдә күргәҙмәгә ебәрерлек әле, апай! Юҡҡа борсолмағыҙ. – Хәбәрсе йәһәтләп фотоға төшөрөп тә алды.

Был ваҡытта тышта уйнап йөрө­гән балалар, ят ҡунаҡтар һаман өйҙән сыҡмағас, оло яҡтың тәҙрә­һенә килеп ҡапланды. Ҡыҙыҡ та инде! Ҡараһалар, әсәләре карауат янында баҫалҡы ғына йылмайып тора.

Миңлегөл хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ни тиклем сәй эсергә ҡыҫтамаһын, улар “ҡабаланабыҙ” тип ултырманы.

– Улайһа, бына күстәнәскә бер әпәй бирәм, ҡайтҡас ауыҙ итерһегеҙ. Әпәй юлда йөк булмаҫ, – тип ап-аҡ таҫтамалға төрөп, беренсе секретарға тотторҙо.

Машина ҡуҙғалып китеү менән, балалар йүгерешеп өйгә инде.

– Әсәй, кемдәр килде ул? Һинең түшеңдә әллә алтын миҙалмы? Һиңә ни өсөн бирҙеләр ул? – тип бер-бер артлы һорау яуҙырҙылар.

– Бына бәләкәс һеңлегеҙ тыуған өсөн хөкүмәтебеҙ миҙал ғына түгел, алтын орден бирҙе бит!

– Әсәй, унда “Мать-героиня” тип яҙылған, һин һуғышта ҡатнашма­ғанһың да инде! – тине Наҙгөл.

– Балалар, килегеҙ әле яҡы­ныраҡ, – тип серванттан сепрәккә уралған төргәк алды. – Бына был миҙалды Нурзидә апайың тыуғас биргәйнеләр, быныһы – Фаил, һинеке, быныһы – Наҙгөлдөкө, ә былары – һеҙҙеке, – тип Фәниә менән Флизәгә тотторҙо. – Ә унынсы балаға алтын орден бирелә икән. Нәзирә апайыңдыҡы ла бар ине лә, “күбәләк” тағам да тағам тип, юғалтып ҡуйҙы.

Балалар геүләшеп китеп ми­ҙалдарҙы тотоп-тотоп ҡараны ла, күңелдәре булғас, тағы уйнарға сығып китте. Бала шатлығы – әсә шатлығы, шундай бәхетле ғәмһеҙ ваҡыттары оҙаҡҡараҡ һуҙылһын, тип теләп ҡалды ул.

...Миңлегөл, шау-шыуға уянған ҡыҙын ҡосаҡлап алып, имеҙергә ултырҙы ла үткән йылдарын кино таҫмаһы һымаҡ күҙ алдынан үткәрҙе. Ҡәһәрле һуғыш йылдарынан һуң тамаҡ икмәккә туймаған, өҫ кейемгә тейенмәгән иҫ киткес ауыр йылдар ине. Бала килеш кенә ололар рәтенә фермаға эшкә төшөп, алдынғы һауынсы булып эшләп йөрөй ине.

Алһыҙ-ялһыҙ эшләһә лә, йәшлек үҙенекен итә. Бер көн әхирәттәре менән клубҡа милли уйынға сыҡты. Бейей генә башлағайны, ҡаршы­һына фырт ҡына кейемдә, мыҡты кәүҙәле, бөҙрәләнеп торған сәсле егет килеп баҫты. Ул кис буйы эргәһенән китмәне. Уйын бөткәс, ҡыҙ йүгереп ҡайтты ла китте, оҙатырға тип сыҡҡан егет һемәйеп тороп ҡалды.

Шулай ҙа икеһе лә бер-береһе тураһында кешеләрҙән белеште. Егет күрше ауылдан булып сыҡты, ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Йәш булһа ла, һуғышта ла ҡатнашҡан. Армияла сағында атаһы менән ҡустыһы мәрхүм булған, әле әсәһе һәм ике туғаны менән йәшәй икән. Ҡайтҡас та буровойға эшкә ингән, кәртә-ҡураһын рәтләп, һыйыр алып ебәргән, әсәһенең бөтә заемдарын түләгән, хатта өр-яңы велосипед та һатып алған. Тормош көтөрҙәй күренекле, хәлле кеше, тинеләр. Егеткә лә Миңлегөлдөң бик тәр­биәле, егәрле һәм уҡымышлы икәнен еткерҙеләр.

Бер көн ҡыҙ дежурлығында ферма өйөн йыйыштырып йөрөһә, Кашбулла килеп инде.

– Һылыу ҡыҙ, һыу эсер әле. Көн бик эҫе икән, һыуһатты.

Ҡыҙ аптырап китте.

– Миңлегөл, ниңә һин клубҡа сыҡмай башланың ул? Мин бит һине күрергә генә киләм.

– Эш күп бит. Иртә торола, арыта.

Шул көндән егеттең фермаға юлы йышайҙы. Бер көн киске һауындан һуң кисләтеп кенә килде лә, әйҙә йөрөп киләйек, тип урамға саҡырҙы.

– Миңлегөл, мин һиңә тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Сыҡ миңә кейәүгә. Никах уҡытырбыҙ, туй эшләп тороп булмаҫ инде.

Ҡыҙ риза булып башын эйгәйне, велосипедына ултыртып алып ҡайтты ла китте.

“Ҡыҙыҡ инде мин, – тип хәтеренә төшөрҙө Миңлегөл. – Өс көн генә йәшәп ҡарайым әле, тип килгәйнем, бына егерме йыллап ғүмер уҙып та киткән”.

Һис үкенмәй: татыу, бәхетле ғүмер итәләр. Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер, ти ололар. Хоҙайға рәхмәт, балалары – уларҙың иң ҙур байлығы, тәүфиҡлы булып үҫһендәр. Йүнсел ире табып килтереп биреп тора, үҙе кәрәгенсә еткерә белә. Бер түгел, ике өй һалып инделәр, аҙбар тултырып ҡош-ҡорт, мал аҫрайҙар, әллә күпме умарталары бар. Барына шөкөр итеп, булғанына риза булып йәшәйҙәр.

Шул ваҡыт оло балалары мәктәптән, ире эштән ҡайтып инде. Ҡояштай йылмайып торған әсә, ҡотло өй ҡаршы алды уларҙы. Атаһы шарҡылдап көлгән төпсөк ҡыҙын күккә күтәреп, бер нисә тапҡыр сөйҙө лә һикегә ебәрҙе.

Урамдан балаларҙың шат тауышы ишетелде.

– Был минеке!

– Ҡара әле, минеке ҡайҙа осоп китте!

Ә тәҙрә башында мөхәббәтле күгәрсендәр һаман бәхетле гөрләшә ине.

– Гөррр, гөррр, гөррр!

 

Гөлназ ҒӘБИТОВА.

 

Ғафури районы.

Читайте нас