

“Атайсал” проекты, яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын маҡсат итеп ҡуйған йәмәғәт программаһы булараҡ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне.
Учалы районында ла ул уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо көндәрҙә проект нигеҙендә Сәфәр ауылында өр-яңы теннис залы асылды. Унда спортты үҙ итеүселәргә теннис менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Сәфәр районда ҙур ауыл биләмәләренән һанала, унда мең ярым тирәһе кеше йәшәй. Ауыл ҡаланан 22 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡтың байтағы шәхси хужалығында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә. Хеҙмәт йәшендәге халыҡтың күбеһе ҡала предприятиеларына, учреждениеларына, биләмәнән алыҫ түгел урынлашҡан Башҡортостан алтын сығарыу компанияһына, “Урал таштары”на һәм Саңғалыҡ диорит карьерына йөрөп эшләй.
Бында шәхси төҙөлөш бик йылдам үҫә. Йәштәр ер майҙаны алып, тыуған ауылында төпләнергә тырыша. Яңы биҫтәлә йыл һайын матур һәм уңайлы итеп төҙөлгән йорттар ҡалҡып сыға. Йәш ғаиләләр күп булғас, балалар һаны ла арта.
Сәфәр урта мәктәбендә 195 бала уҡый, уларға тәжрибәле, ижади ҡарашлы 22 уҡытыусы, заман талаптарына ярашлы, лайыҡлы белем бирә. Уҡыусыларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурстарҙа призлы урын яулауы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә ойошторолған. Йыл һайын сығарылыш кластары уҡыусыларының байтағы юғары уҡыу йорттарына инә. Спортҡа ла ҙур иғтибар бирелә, мәктәптә волейбол, баскетбол, көрәш, туризм, шахмат буйынса секциялар уңышлы эшләй.
Былтыр хеҙмәт йылдарының байтаҡ өлөшөн Себер яҡтарында үткәреп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайтҡан спортсы Рәшит Рәмиев мәктәп директоры Илшат Кинйәкәевкә өҫтәл теннисы буйынса секция асыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Директор ризалыҡ биргәс, ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт залында теннис менән шөғөлләнә башлай. Әммә, волейбол, баскетбол, көрәш секциялары үткән залда теннис өҫтәлдәрен һәр ваҡыт йыйып, кире һүтеү ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
– Башҡорт алтын сығарыу компанияһы ауылыбыҙға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә даими ярҙам итеп тора. Мәктәбебеҙҙе лә хәстәренән айырмай. 2016 йылда хоккей майҙансығы төҙөп бирҙеләр. Уны балалар ғына түгел, йәштәр, хатта ололар ҙа үҙ итте. Бигерәк тә ҡыш майҙансыҡтан кеше өҙөлмәй, коньки прокаты ла эшләй. Дүрт теннис өҫтәлен дә улар бүләк иткәйне. Был юлы ла ярҙам һорап Башҡортостан алтын сығарыу компанияһы етәкселегенә мөрәжәғәт иттек. Предприятие директоры Ирек Ғиззәтуллин кире бороп сығарманы, һәр ваҡыттағыса ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, – ти мәктәп директоры Илшат Вәли улы.
Июнь аҙаҡтарында мәктәп биләмәһендә 200 квадрат метр майҙанлы өр-яңы бинаны төҙөүгә лә тотоналар. Сэндвич-панелдәр тип аталған заманса материалдан тиҙ ҡоролған модулле конструкция дүрт ай эсендә әҙер була.
Ошо көндәрҙә теннис залы ишектәрен асты ла инде. Ул, ысынлап та, яҡты, күркәм килеп сыҡҡан. Залда спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған – һыу үткәрелгән, душ кабиналары ҡуйылған, сисенеү бүлмәләре, бәҙрәф хәстәрләнгән. Алты теннис өҫтәле, спорт ҡорамалы менән йыһазландырылған. Бинаның тирә-яғына асфальт түшәлгән.
Сәфәрҙәрҙең оло ҡыуанысын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килде.
– Хәҙер күнекмәләр уңайлы, яҡты, йылы бинала уҙасаҡ. Уның ҡәҙерен белеп ҡулланырға, файҙаланырға яҙһын. Спортсыларға уңыштар теләйбеҙ, – тип телмәр тотто район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов һәм теннис залына музыкаль үҙәк бүләк итте.
– Балалар – киләсәгебеҙ. Өлкәндәрҙең бурысы – уларҙы шәхес, илгә кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләү. Заманса махсуслаштырылған залдың асылыуы балаларға һәм өлкәндәргә теннис менән уңайлы шарттарҙа шөғөлләнергә, ярыштарҙа уңыштарға өлгәшергә ярҙам итәсәк. Тырышып уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, – тине Ирек Сибәғәт улы.
Сәфәр малайҙары һәм ҡыҙҙары, үҙ сиратында, һынатмаҫҡа, яҡшы уҡырға, көс түгеп эшләнгәнде ҡәҙерләргә һүҙ бирҙе.
Йәш спортсылар менән тренер Рәшит Рәмиев шөғөлләнәсәк. Әйткәндәй, был спорт төрөн иллегә яҡын бала һайлаған.
– Беҙҙең алда ике маҡсат тора. Беренсеһе – балаларҙы күпләп спортҡа ылыҡтырыу. Спорт – сәләмәт быуын тәрбиәләүҙең төп алымы: беҙ балаларҙы үҙ маҡсаттарына өлгәшергә өйрәтәбеҙ, уларҙа иң яҡшы кешелек сифаттары тәрбиәләйбеҙ. Икенсе маҡсатыбыҙ – юғары һөҙөмтәләр, бынһыҙ спорт бер нисек тә үҫешә алмай. Әле залда балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә, һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Ошо спорт төрөн үҫтереүгә әүҙем өлөш индергәне өсөн Ирек Сибәғәт улына, төҙөүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тине Рәшит Рәйес улы.
IX класc уҡыусыһы Рәил Иҡсанов өс йылдан ашыу көрәш менән шөғөлләнә. Ул район, республика ярыштарында призлы урындар яулап та өлгөргән. Быйыл үҫмер шулай уҡ өҫтәл теннисы менән дә мауыға башлаған икән.
– Теннис менән ныҡлап шөғөлләнергә күптән хыяллана инем, әммә ауылда уңайлы шарттар булманы. Хәҙер бер дәресте лә ҡалдырмаясаҡмын, сөнки был спорт төрө миңә ныҡ оҡшай, – тине ул.
Спорт – сәләмәтлек нигеҙе. Был зал балаларға физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да үҫешеү, бер-береһе менән аралашыу урынына әйләнһен, тип теләге килә.
Римма СОЛТАНОВА.

