

Быуындар сылбырының өҙөлмәүе, тарихи үткәндәрҙең онотолмауы һәр заман өсөн көнүҙәк. Ни тиһәң дә, тарихи үткәндәрһеҙ бөгөнгөнө һәм киләсәкте күҙаллауы ауыр. Был хәҡиҡәт хаҡында һис онотмай стәрлебаштар. Тап ошо маҡсатта быйыл Стәрлебаш районында, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Ҡуғанаҡбаш, Табылды, Хәлекәй, Йәшергән һәм Баҡый аылдарында өс обелиск барлыҡҡа килде, икәүһе ҡайтанан тергеҙелде.
Күптән түгел Стәрлебаш районының Баҡый ауылында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙар хөрмәтенә стела асылды. Район үҙәгенән 12 километр арауыҡта урынлашҡан был ауыл. Стәрлетамаҡтағы тимер юл станцияһына тиклем 72 километр самаһы. Республикабыҙҙағы һәр ауыл халҡы кеүек, баҡыйҙар ҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм Бөйөк Еңеү яулағандар хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо батыр яугирҙәр һаны йылдан-йыл кәмей. Баҡый ауылы хакимиәте башлығы Фәнүр Вәлишиндең һүҙҙәренә ҡарағанда, әле Баҡый ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөфәр Ғәфиев йәшәй. Ул Японияға ҡаршы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ленин ордены менән бүләкләнгән.
– Һәммәбеҙҙе бергә йыйған бөгөнгө ваҡиға бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай. Шулай итеп, замандар бәйләнешен тергеҙәбеҙ: Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә һәйкәл асабыҙ. Илебеҙҙәге барлыҡ халыҡ кеүек, яҡташтарыбыҙ ҙа фронт яуҙарында үҙен аямай, ҡаһармандарса һуғышҡан, тылдағылар ҙа фронт һәм Еңеү өсөн үҙ көсөн дә, йәнен дә йәлләмәгән, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән. Беҙҙең ауыл биләмәһенән фронтҡа 467 кеше киткән. Уларҙың 121-е – Баҡый ауылынан, – тине сығышында Фәнүр Вәлишин. – Илебеҙҙәге меңләгән обелиск-һәйкәлдәр, ҡәберлектәр беҙгә ошо ҡәһәрле һуғышты хәтерләтә. Үткәндәр хаҡындағы хәтер – әлеге эштәребеҙ. Был үҫмерҙәрҙә, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: тиҙҙән, 20 декабрҙә, ауылыбыҙҙа йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөфәр Ғәфиевтең 95 йәшлек юбилейын билдәйәсәкбеҙ.
Фәнүр Әмин улы, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, халыҡ, бағыусылар, район бюджеты һәм төп өлөш – республика бюджетынан бүленгән ярҙам һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән был һәйкәлдең олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ ҡаһарманлығына баш эйеү урынына әйләнәсәгенә ышаныуы хаҡында әйтте. Ул республика һәм Стәрлебаш районы хакимиәте етәкселегенә, бағыусы “Правда” агрофирмаһына, ауыл биләмәһе халҡына һәм ошо изге эште атҡарғандарҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәт белдерҙе.
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов был сараның мөһимлеген билдәләне.
– Урындағы халыҡ, ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә, тарихына вайымһыҙ булмаған кешеләрҙең башланғысы менән барлыҡҡа килгән изге эштәрҙең бик яҡшы кимәлдә атҡарылыуын күрәбеҙ. Ошоноң менән беҙ: “Тарихын онотмаған халыҡ йәшәй һәм йәшәйәсәк”, – тигән һүҙҙәрҙе йәнә раҫлайбыҙ. Был иҫтәлекле урын үҫеп килгән быуын вәкилдәре даими килер майҙанға әйләнер һәм әһәмиәтле тарихи мәғлүмәттәр уларға еткерелер, тип ышанам, – тине Флүр Әмир улы.
Сарала Михаил Пеногеевтың әйтеүенсә, уның туғандары Николай Пеногеевтың, Аким Коховтың исемдәре стелала мәңгеләштерелгән. Леонид Зайцев үҙенең яҡындары Петр Зайцев менән Алексей Яковлевтың яуҙа батырҙарса һәләк булыуы хаҡында тулҡынланып һөйләне.
– Беренсе туғаным Курск өлкәһендә һәләк булған, икенсеһенең ғүмере Украинала өҙөлгән. Стела асып, ифрат изге эш атҡарҙылар. Бигерәк тә балаларыбыҙҙың, йәштәрҙең, ейәндәребеҙҙең үткәндәр хаҡында хәтерләүе мөһим, – тине Леонид Иванович.
Әйткәндәй, ошо стела Баҡый ауылындағы мәктәп филиалы алдында урынлашҡан. Белем усағы етәксеһе Наилә Байтимерова мәктәптәге музей экспонаттары менән таныштырҙы. Наилә Нәбиулла ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәниә Яппарова менән берлектә тарихи үткәндәрҙе сағылдырған экспонаттарҙы ҡәҙерләп һаҡлай, тергеҙә. Шулай итеп, стелаға килгәндә, урындағы мәктәптәге тарихи ҡомартҡылар менән дә танышырға мөмкин.
...Үҙеңдең йәки башҡаларҙың тормошон яҡшыраҡ итәйем тиһәң, ҡул ҡаушырып ултырыу һис килешмәй: тап бына бөгөн киләсәк өсөн изге ғәмәлдәр ҡылыу фарыз. Әйткәндәй, ошо юҫыҡта республикала тормошҡа ашырылған социаль проекттар бар. Уларҙың береһе – үрҙә телгә алынған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы. Уның асылы – граждандарҙың үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы хәл итеү өсөн үҙ ҡарарын ҡабул итә, тос өлөш индерә алыуында. Тап бына ошо программаға ярашлы, Стәрлебаш районындағы Ҡабыҡҡыуыш ауылы халҡы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҡташтарына ҡуйылған һәйкәлгә ағымдағы ремонт эштәрен атҡарыу тураһындағы проект әҙерләгән.
Уларҙың маҡсаты – һәйкәлде яңыртыу, киләсәк быуындарға тарихи үткәндәрҙе еткереү һәм ҡалдырыу. Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илнур Һөйәрғолов беҙҙе һәйкәл менән таныштырғанда яҡташтарының тап ошондай уй-теләген ғәмәлгә ашырасағы хаҡында белдерҙе. Уларҙың был изге ниәттәре тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА.