

Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, баш ҡалалағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр урам-юл селтәрен, тротуарҙарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу буйынса эште көсәйтте.
Әле ҡала урамдарын тәртипкә килтереүгә 226 берәмек коммуналь техника, 582 эшсе йәлеп ителгән. Улар төп магистралдәргә, күперҙәргә, юл үткәргестәргә, башҡа хәүефле урындарға боҙға ҡаршы ҡатнашма һибә. Юлсылар шулай уҡ йәмәғәт транспорты туҡталыштарын, тротуарҙарҙы эшкәртә. Әйткәндәй, быйыл көҙ, ҡыш урам-юл селтәрен боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеү өсөн 12,6 мең тонна бионорд һәм минераль тоҙ (галид) һатып алынған, шуның 1,5 мең тоннанан ашыуы тотонолған.
Бынан тыш, ихаталар тәртипкә килтерелә. Был эшкә 632 урам һепереүсе, 129 берәмек ҡарҙан таҙартыу техникаһы йәлеп ителгән. Уларға торлаҡ предприятиеларының 323 хеҙмәткәре ярҙам күрһәтә.
Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтында ҡалалағы коммуналь техника эшенең интерактив картаһы бирелгән. Ул реаль ваҡыт тәртибендә техниканың эшен сағылдыра, шулай уҡ һуңғы 12 сәғәттә транспорт сараһы хәрәкәтен күреү мөмкинлеген бирә. Сайтта йәнә “Ҡарлы Өфө” интерактив картаһы бар. Унда ҡала халҡы ихаталарҙы, урамдарҙы, юлды таҙартмауға ялыу бирә ала.
Ҡала хеҙмәттәре бөтә милекселәрҙе үҙҙәренең ҡарамағындағы биләмәләрҙе ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуға, йәйәүлеләр йөрөгән ерҙе боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеүгә яуаплыраҡ ҡарарға саҡыра.
Фото: ufacity.info/press/news
Сығанаҡ: ufacity.info