Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 16:30

Ҡыйғы эшҡыуары ниндәй өлгө күрһәтә?

Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Ҡыйғы эшҡыуары ниндәй өлгө күрһәтә?Ҡыйғы эшҡыуары ниндәй өлгө күрһәтә?
Ҡыйғы эшҡыуары ниндәй өлгө күрһәтә?

Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында пост ҡуйҙы.

"Эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеүгә килгәндә, федераль, республика кимәлендә күрһәтелгән ярҙам бар, был саралар төптән уйланылған һәм яҡшы тормошҡа ашырыла. Бизнес-шерифтар институты көсәйә бара. Улар тураһында - Ҡыйғы районы эшҡыуарҙарының береһе Фидан Минһажев миҫалында.

Фидан Динар улы етәкселек иткән "Юлбаҫар ҡаяһы" туристик базаһы һоҡланғыс матур урында — Ҡолмәт ауылы янында, Әй йылғаһы буйында урынлашҡан. Йылғаның уң ярында ҡунаҡхана һәм кафе эшләй, һул яҡ ярында ҡунаҡ йорто, мунса, арҡан паркы, ашарға бешереү өсөн ҡоролмалар, палаткалар һәм ял итеү майҙансыҡтары урынлашҡан. Штаты 15 кешенән тора.

Бында йыш ҡына Йыланлы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары өсөн хәйриә экскурсиялары үткәрелә. Көнө буйы уйнайҙар, ярышалар, ҡая, тау мәмерйәләре тураһындағы легендаларҙы, хикәйәттәрҙе тыңлайҙар.

Фидан Минһажев — Туризм буйынса федераль агентлыҡтың һәм Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетының гранттарына конкурстарҙа ҡатнаша. 2020 йылда республика ҡаҙнаһынан 150 мең һум, ә 2021 йылда Ҡыйғы районының урындағы ҡаҙнаһынан тағы ла 224 мең һумлыҡ субсидия алған. Дотацияға документтар әҙерләгәндә урындағы белгестәр эшҡыуарға һәр яҡлап ярҙамға килә, даими консультациялар үткәрә.

Бындай бәләкәй, әммә ҡыҙыҡлы проекттар республикабыҙ өсөн бик кәрәк. Бигерәк тә беҙҙә туризм өлкәһендә булған ҡеүәт ғәйәт ҙур, әммә тулыһынса файҙаланылмай. Ҡыйғы районының сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Фидан Минһажевтың ғәмәлдәге туристик үҙәкте киңәйтеүе, атап әйткәндә, бөтә уңайлыҡтары булған глэмпинг майҙансығы төҙөү тураһындағы тәҡдиме ҡаралды. Планлаштырылған инвестициялар күләме өс миллион һум тәшкил итә.

Әле унда туристар өсөн уңайлыҡтары булған тағы ике йорт төҙөлә, уларҙы тиҙҙән тамамларға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ лагерь етәксеһе беҙҙең төбәк халҡының мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған музей асырға ниәтләй.

Фидан Минһажев беҙҙең "Глэмпинг академияһы"нда туризмды ойоштороу буйынса белем алған, тимәк, проектты эшләү йүнәлеше уйланылған һәм табышлы.

Эшҡыуарҙар өсөн тағы ниндәй ярҙам күрһәтелә икәнен белер өсөн ошо һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://investrb.ru/ru".

Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге диуарынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас