Йәмғиәт
12 Декабрь 2021, 10:30

AIBAT HALLYAR – еңеүсе!

"Урал данын яҡлау – беҙҙең өсөн оло мәртәбә", – ти Марат Нәсхетдинов.

AIBAT HALLYAR  – еңеүсе!AIBAT HALLYAR  – еңеүсе!
AIBAT HALLYAR – еңеүсе!

10-11 декабрҙә Өфөлә Туризм буйынса федераль агентлыҡтың II “Гастрономия туризмы” Яңы мөмкинлектәр” форум-фестивале сиктәрендә урам аҙығы фестивале булды.

Рәсәйҙең төрлө төбәк вәкилдәре гастрономия проекттары менән таныштырҙы. Сарала Уралдағы иң яҡшы урам ризығын билдәләү конкурсына йомғаҡ яһанылар. “Russian Street Food Awards” типа аталған төп Рәсәй урам гастропроекттары премияһының һайлап алыу турында Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре проекттар көс һынашты. Беренсе урынды Өфөләге AIBAT HALLYAR беренсе милли фастфутының “ҡыҫтыбый”ы, икенсене – "Kumpan Сafe”ның “башҡорт рафаэллоһы”, өсөнсөнө Венера һәм Илдар Бикҡужиндарҙың “Бишбармаҡ” милли аш-һыу оҫтаханаһы ашамлығы – “бишбармаҡ” алды.

"Өс еңеүсе иҫәбенә ингән ризыҡтарҙың урындағы эшҡыуарҙар тарафынан етештерелеүе әһәмиәтле. Улар төбәктә гастротуризмды беренсе йыл ғына үҫтермәй. Киләһе йыл улар Russian Street Food Awards премияһы финалында Урал аш-һыуы менән таныштырасаҡ", – тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Әйткәндәй, еңеүсе, AIBAT HALLYAR проекты авторы Марат Нәсхетдинов киләһе йыл августа Калининградта үтәсәк Russian Street Food Awards премияһы финалында үҙенең ашамлығы менән таныштырасаҡ. Сараға шулай уҡ еңеүсене генә түгел, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулағандарҙы ла саҡырғандар.

"Тойғоларҙы һүҙ менән аңлатып бөтөрлөк түгел, командабыҙ еңеүгә бик шат. Russian Street Food Awards финалында ла еңеүгә өлгәшергә мотлаҡ тырышырбыҙ. Урал данын яҡлау – беҙҙең өсөн оло мәртәбә", – тине Марат Нәсхетдинов.

Мәғлүм булыуынса, сараны Street Food Russia берекмәһе ойошторҙо.

Фото: Туризм буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас