

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 48 йәшлек ир кеше дүрт йәшлек улын алып, ғәйеп булған.
Уларҙы полиция һәм "Отклик" эҙәрмәндәр ойошмаһы эҙләү ойошторған, тип яҙа "Кп- Өфө". Әүҙемселәрҙең әйтеүенсә, ирҙең исеме Игорь Байстрюк, ә уның улының исеме Антон. Улар кисә, йәғни 12 декабрҙә, аҡ төҫтәге Cevrolet Aveo маркалы машинаға ултырып сығып киткәндәр. Әлегә тиклем уларҙың ҡайҙалығы ла билдәһеҙ.
Фотоға иғтибар итегеҙ: улар тап шулай кейенгән. Игорҙең ҡатыны Светлана тәүлектән ашыу үҙенә урын таба алмай. Кисә кис элекке ире, бала менән йөрөп киләм тип, улын алып сығып киткән. Алдан телефон аша бәйләнешкә ингән булһа, хәҙер бөтөнләй тынып ҡалған. Баҡтиһәң, ирле - ҡатынлы айырылышыу алдында икән. Ир баланы әсәһенә бирмәй маташҡан, үҙе менән йәшәткән, тик Светлана суд аша баланы үҙе менән ҡалдырыуға өлгәшкән. Әммә иргә был бөтөнләй оҡшамаған. Янъял ҡуптарған, ҡатынына ҡул күтәреп, айырылышһаҡ, баланы бөтөнләй күрмәйәсәкһең, тип янаған. Әле Светлана бала өсөн үтә хафалана, сөнки иренең холҡо бик тынысһыҙ икән. Шуға ла ул полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Әгәр ҙә фотолағы кешеләрҙе күрһәгеҙ йә берәй мәғлүмәт белһәгеҙ 89871060601 телефоны аша "Отклик"ҡа шылтыратыу йә 02 телефоны аша бәйән итеү һорала.
Фото "Отклик"тан.