Йәмғиәт
13 Декабря 2021, 16:45

Хәрби йыйын бара

Өфө ҡалаһы Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары менән данлыҡлы.

Хәрби йыйын бараХәрби йыйын бара
Хәрби йыйын бара

Өфө дәүләт авиация техник университеты майҙанында Үҙәк хәрби округы хәрби полицияһы етәкселеге составының йыйыны тантаналы йыйылыш менән асылды.

Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, Үҙәк хәрби округының инспекторы, генерал-майор Тимофей Азаров, Үҙәк хәрби округы буйынса хәрби полицияның төбәк идаралығы начальнигы – округ штабы начальнигы урынбаҫары Константин Смирнов һәм башҡалар ҡатнашты.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө – күп милләтле йылдам үҫешкән миллионлы ҡала, ул иҡтисад тармағында һәм социаль үҫеш йүнәлешендә ҙур потенциалға эйә. Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы.

Шул иғтибарға лайыҡ, Өфө ҡалаһы Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙары менән данлыҡлы. Бында йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү тәңгәлендә ҙур эштәр башҡарыла. Өфө Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ флоты караптарына шефлыҡ бәйләнештәре булдырған. Балтика флотының “Сообразительный” корвет экипажы өфөләр өсөн татыу ғаилә кеүек, ул һәр ваҡыт баш ҡала һәм ҡала округы депутаттарының иғтибары үҙәгендә. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы хакимиәте кадет хәрәкәтенә булышлыҡ итә, 56 кадет класы һәм бер кадет мәктәбе, шулай уҡ 20 хәрби-патриотик клубы бар.

Бындай йыйындар йыл да үткәрелә. Быйыл хәрби полицияның 10 йыллығы. Хәрби йыйындар 13-17 декбарҙә уҙғарыла. Башҡортостанға 38 гарнизондан Үҙәк хәрби округы хәрби полиция подразделениелары етәкселәре килде.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас