Йәмғиәт
13 Декабря 2021, 13:30

Көн тәртибендә – эпизоотик хәл һәм милли проекттар

Премьер-министр республика менән сиктәш төбәктәрҙә киҙеү вирусының һәм Африка сусҡа тағунының таралыуына бәйле борсолоу белдерҙе.

Көн тәртибендә – эпизоотик хәл һәм милли проекттарКөн тәртибендә – эпизоотик хәл һәм милли проекттар
Көн тәртибендә – эпизоотик хәл һәм милли проекттар

Бөгөн республика Хөкүмәтендә төбәктәге эпизоотик хәлде тикшерҙеләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостанда милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында фекер алышты. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмә видеоконференцэлемтә тәртибендә муниципаль берәмек башлыҡтары ҡатнашлығында үтте.

Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса тәүге алты төбәк иҫәбенә инә. Республикала малсылыҡ, ҡошсолоҡ, сусҡасылыҡ уңышлы үҙә. Әле бөтә категориялағы хужалыҡтарҙа 900 мең баш мал һәм ҡош-ҡорт аҫрала. Премьер-министр республика менән сиктәш төбәктәрҙә киҙеү вирусының һәм Африка сусҡа тағунының таралыуына бәйле борсолоу белдерҙе.

Республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та Рәсәйҙә һәм республикала малдың һәм ҡош-ҡорттоң сирләүенә буйынса киҫкен хәл тыуыуын билдәләне. Быйыл илдә йоғошло, шул иҫәптән хәүефле ауырыуҙың 1692 сығанағы теркәлгән, шуларҙың 295-е – Волга буйы федераль округында һәм бишеһе – Башҡортостанда.  6 октябрҙә Туймазы районының “Алтын ҡаҙ” ауыл хужалығы предприятиеһында юғары патогенлы киҙеү ҡош-ҡортто күпләп һәләк итте. 17 ноябрҙә ошо ауырыу Благовар районында теркәлде. Һөҙөмтәлә “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводы 90 меңдән ашыу ҡаҙ, өйрәген, фермер Әминевтың хужалығы биш мең ҡаҙын юғалтты. Был райондарҙа Башҡортостан Башлығы Указы менән карантин иғлан ителде.

 – Киҙеүҙең предприятиеларға үтеп инеүенең сәбәбе – ауыл хужалығы ҡоштарының ҡырағай һәм синантроп ҡоштар менән осрашыуы, ҡош-ҡортто аҫрауҙа яуапһыҙлыҡ, мал аҙығын контролһеҙ һатып алыу, ташыу, – тине Илшат Фәзрахманов. – Ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн ҡош-ҡортто ябыҡ биналарҙа аҫрарға, карантин саралары үткәргәндән һуң ғына, ветеринария хеҙмәте менән килешеп ташырға кәрәк.

Министр мал аҙығы сифатына ҡәтғи контроль системаһын ғәмәлгә индереү, ҡошсолоҡ предприятиеларын зоосанитария йәһәтенән һаҡлау эшен көсәйтеү, ҡоштарҙы вакцинациялау зарурлығын билдәләне.  

Илшат Фәзрахманов шулай уҡ 22 ноябрҙә Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында малдың төйөнсөл дерматит менән күпләп сирләүен телгә алды.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская республикала эпизооотик хәлгә бәйле халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне. Андрей Назаров муниципалитет хакимиәттәренә район биләмәһендә мал көтөүҙе контролгә алырға, бөтә малды ветеринария хеҙмәте системаһында электрон теркәүҙе тәьмин итергә, ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә районда мал һәм аҙыҡ һатыуҙытыйырға, карантин һәм ветеринария нормалары талаптарын үтәргә ҡушты.

Кәңәшмәлә шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Илшат Тажетдинов муниципалитеттарға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бюджет аҡсаһын үҙләштереү кимәле тураһында хәбәр итте. Рәсәй Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса урындағы бюджеттарҙа ҡаралған бюджет аҡсаһы күләме 1 декабргә 11,5 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. 7 декабргә ул 10 миллиард һумдан ашыуға йәки йыллыҡ планға ҡарата 88 процентҡа тикрелек үтәлгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй.

Кәңәшмәлә “Мәҙәниәт”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекттарына ярашлы төҙөлгән ҡайһы бер ҙур муниципаль объекттарҙың, шулай уҡ киләһе йылға күскән объекттарҙың әҙерлек графигындағы тайпылыштар тикшерелде.

Был мәсьәләне ҡарау йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарына бөтә эштәрҙе тамамларға һәм 2021 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән бюджет аҡсаһын тулыһынса үҙләштереүҙе тәьмин итергә ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас