

Зөләйлә Фарси ҡыҙына - 66 йәш. Санкт-Петербургтан Дүртөйлө районына ҡайтҡас, яҡындағы ауылдағы йортон һата һәм Түбәнге Маншыр ауылынан йорт һатып ала. Пенсионерҙарҙы колхозға эшкә алмайҙар. Ә әүҙем, көсө ташып торған ҡатын нимә эшләргә тейеш? Файҙа ла, күңел тыныслығы ла килтерәсәк эш табып, яҙмышты үҙ ҡулыңа алыу – иң дөрөҫ юл. Хәҙер уның йорто - туғандары баш тартҡан өс оло йәштәге кешене һыйындырған урын. Бындай батырсылыҡҡа барған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ул.
- Мин уларҙы килем алыу өсөн алғанымды йәшермәйем, — тип асыҡтан-асыҡ һүҙ башланы әңгәмәсем. — Ноябрҙә мин улар өсөн 22 мең эш хаҡы алдым. Өҫтәүенә пенсия килеп тора.
"Башҡортостанда оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн патронат ғаиләләр тураһында" Закон нигеҙендә өлкәндәрҙе, шулай уҡ балалар йорттарынан балаларҙы алыу мөмкинлеге бар. Әммә Зөләйлә ханымды үҙ мәнфәғәтендә был мөмкинлекте файҙаланыуҙа ғәйепләргә тел әйләнмәй. Уның ҡарттары кейенгән, бер нәмәгә лә мохтаж түгел, тәмле итеп ашай. Ябай һәм изге тәбиғәтле ҡатын иртә таңдан тороп өй тирәләй эшен атҡарып ҡуя. Изге күңелле, бөтмөр ул: ҡарауға алған ҡарттарҙың пенсияларын үҙҙәренә үк тотона. Йәйен бройлерҙар ала, өйрәк һәм ҡаҙҙар көтә, кәзәһе бар. Ҡарауға алған ололарҙы ит, һөт, йомортҡа менән һыйлай.
Ололар тышҡа йөрөмәһен өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙытып, бәҙрәф тә эшләтеп ҡуя.
Зөләйлә апай билдәләнгән көндә уның янына киләсәгебеҙҙе белә ине, әммә ниндәй ваҡытта икәнен теүәл әйтә алманыҡ. Беҙҙе Камчатканан ялға ҡайтҡан улы ҡаршы алды. Әсәһе ололарҙы ашатҡан мәлгә килеп етеп, улар өсөн ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Яңы киҫелгән һалманан боҫрап торған аш бүлеп бирҙе. Икмәкте лә үҙе бешерә, компоттар ҡайната.
Мирзахан Хәтмуллиндың был йортта йәшәүенә биш йыл. Өс тапҡыр тәүҙә уға ҡунаҡҡа килә, һуңынан был хәстәрлекле ҡатындың өйөндә яҡшыраҡ буласағын аңлап, тороп ҡалырға ҡарар итә. Ә ошо йылдың сентябрендә уға Муса Нафиҡов һәм Рәйес Ғүмәров ҡушыла.
Улар күсенер алдынан хужабикә һыйыр һатып алған.
- Карантин булғанға, кандидаттар менән ҡойма аша ғына һөйләштек. Береһе ныҡ йортома эләгергә теләне һәм бик ярарға тырышты. Баҡһаң, элекке енәйәтсе икән. Мин уны үҙемә алып ҡайтырға ҡурҡтым... - тип һөйләй хужабикә.
Өйҙәгеләр вирустан ҡурҡа. Лимонды киҫәктәргә бүлә, антивирус препараттары эсә — ҡарттар ихатанан урамға сыҡмай тиерлек. Әммә ҡай саҡ Дүртөйлөгә барырға, дауаханаға күренеп торорға кәрәк.
Мирзахан бабай хужабикә бәйләгән ойоҡбаштарҙы ярата. Тиҙҙән юбилейын ҡаршыларға йыйына.
Инвалид коляскаһында йөрөгән Муса көн дә күнегеүҙәр эшләй. Хыялы – яҙға атлап китеү. Нефтекама интернатында уҡыған, шахмат менән шөғөлләнгән.
Рәйестең кәүҙәһен яртылаш фалиж һуға, телмәре насар. Йәй балыҡ тоторға йөрөй, ҡышын телевизор ҡарап үткәрә.
— Минең өсөн кемделер алыу мөһим ине. Ҡыйын түгел, хатта күңелгә тыныс булып ҡалды, — ти Зөләйлә ханым. — Һәр кемдең, әлбиттә, үҙ холҡо бар, ҡартлыҡ һәм ауырыуҙар эҙ ҡалдыра. Улар камил түгел, әммә аңлашып йәшәргә тырышабыҙ.
Бабайҙарҙың береһенең һеңлеләре бар. Улар Зөләйлә ханымдан уның документтарын һәм пенсияһының бер өлөшөн һалып барыуҙы талап итә. Йәнәһе лә, үлгәс, мәрмәр таҡтаташ ҡуйҙырыу өсөн. Әммә ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа уны килеп күрмәгәндәр. Эштәре күп. Балалары менән дә бәйләнеш өҙөлгән.
Икенсеһенә улы даими рәүештә килә. Күстәнәстәр алып килә. Әммә уның ҡатыны ҡайныһын алып ҡайтып ҡарауҙан баш тарта.
Өсөнсөһөнөң ике һеңлеһе иҫән, ҡатыны һәләк булған. Улына 42 йәш. Әммә уны дүрт йыл күргәне юҡ. Атаһының бында йәшәгәнен дә ул белмәй...
Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры:
— Беҙҙең республикала оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы тәрбиәгә алыуҙың яңы формаһы — тәрбиәгә алыусы ғаилә тигән ысулы тормошҡа ашырыла, ул Башҡортостан Республикаһының 2016 йылдың 2 декабрендәге 432-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр тураһында» Законы менән көйләнә. Закон оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреүгә, уларҙы өйҙә даими ҡарауға, социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Интернатта пенсионерҙарға һәм инвалидтарға ярҙам итеү патронат ғаиләгә түләгән пособиеға ҡарағанда өс тапҡырға ҡиммәтерәк. Әммә шул уҡ ваҡытта ғаиләлә йәшәү күпкә уңайлыраҡ, күңеллерәк булып сыға. Балалар йортона ҡарағанда ғаиләлә йәшәү яҡшыраҡ бит – бында шундай уҡ алым.
«Уллыҡҡа алынған» граждандың 75 процентҡа тиклем пенсияһы ғаилә бюджетына күсә, пенсионерҙың 25 проценты үҙенә күсерелә. Ҡарауға алыусылар ай һайын отчет бирергә тейеш. Оло йәштәгеләр өсөн ҡарауға алыусыларҙы һәм ғаилә ағзаларына кандидаттарҙы республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәре һайлай. Шул уҡ ваҡытта бер ғаиләгә өсәүҙән ашыу кеше алырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта пенсионер менән ҡарауға алған кеше туған булырға тейеш түгел.
Ҡарауға алған ғаилә ай һайын 6200 һум аҡсалата пособие алырға хоҡуҡлы. Оло кеше 80 йәштән артһа йәки беренсе төркөм инвалидлығы булһа, түләү 30 процентҡа арттырыла, дөйөм алғанда, 8 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Ольга Котельникова, Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры:
— Патронат ғаилә — оло йәштәгеләр һәм инвалидтар менән эшләүҙең яңы формаһы. Бында уны үҙенән күпкә йәшерәк кешеләр уратып ала, улар менән үҙен ышаныслыраҡ тоя, был уның һаулығына ыңғай йоғонто яһай.
Башҡортостанда 2017 йылдан оло йәштәгеләр өсөн 200-ҙән ашыу патронат ғаилә булдырылған.
Яңғыҙ оло йәштәге кешене йәки инвалидты ҡабул итергә теләүселәр психологик яраҡлылыҡ һәм бәләкәй генә әҙерлек курсы үтергә тейеш. Бынан һуң ҡарауға алыусылар менән килешеү төҙөлә.
Патронат ғаиләлә булыу мөҙҙәте, ике яҡтың да теләгенә ҡарап, бер айҙан бер нисә йылға тиклем дауам итә ала.
БЕЛЕШМӘ:
Бөгөн оло йәштәгеләр һәм инвалидтар республиканың 15 ҡалаһында һәм 46 районында патронат ғаиләләрҙә йәшәй. Уларҙың күбеһе Балтас (19), Өфө (18), Ауырғазы (13), Шаран һәм Мәләүез райондарында — 10.
Закон ғәмәлдә булған осорҙа Благовещен, Иглин, Ғафури, Краснокама, Йылайыр, Бүздәк райондарында һәм Межгорье ҡалаһында бер генә патронат ғаилә лә булдырылмаған.
Оло йәштәге кешегә ниндәй документтар кәрәклеге тураһында бөтә мәғлүмәтте Башҡортостандың социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә шылтыратып алырға мөмкин: +7 (347) 286-51-05, +7 (347) 286-21-73 (Өфө, Менделеев урамы, 136, 2-се йорт).
Гүзәл ИБРАҺИМОВА.
Дүртөйлө районы.
Автор фотолары.