

Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан ялыуҙар йыш һәм төрлө йүнәлештә килә. Әйткәндәй, бында башҡорт телендә лә мөрәжәғәт итәләр икән. Был турала Башҡортостан республикаһы менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Урал Рисов белдерҙе. Үҙ сиратында, халыҡҡа улар яуапты башҡорт телендә бирә.
Үткән тәүлектә башҡортостандар ниндәй мәсьәләләргә йыш туҡталған? Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәге тарафынан ыңғай хәл ителгән мәсьәләләр тураһында һөйләнеләр.
Һуңғы ике аҙнала халыҡтың йәмәғәт транспорты эшенә дәғүәһе күп булған. Статистика күрһәтеүенсә, транспорт хәрәкәте тураһында 101 кеше яҙған, автобустар һаны хаҡында – 42 һәм яңы маршрут өҫтәүҙе һорап 28 кеше мөрәжәғәт иткән. Мәҫәлән, кешеләр Өфөләге 290-сы маршрут эшенә битараф түгел. Уны “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерә.
Белгестәр мөрәжәғәттәрҙе Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм Өфө ҡала хакимиәте менән бергә тикшергән. Әле был маршрут буйынса 45 автобус халыҡты хеҙмәтләндерә, автобустар яҡынса биш минут һайын йөрөй.
Бөтәһе лә яйға һалынған кеүек. Ә ни өсөн халыҡ ҡәнәғәт түгел? Баҡтиһәң, графиктан тайпылыуға юл ҡуйыла икән. Сәбәптәре – юлдағы тығындар, һауа торошоноң көйһөҙлөгө, техниканың төҙөк булмауы. Ә инде автобустың туҡталышҡа яҡынлауын "Аҡыллы транспорт" һәм “2ГИС” мобиль ҡулланмаһы аша белергә мөмкин.
Бынан тыш, пассажирҙарҙың ҡала-ара маршруттарына ла дәғүәһе бар. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылы халҡының мөрәжәғәте шуға миҫал. Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан Өфөгә автобус йөрөмәгән. Ауыл бик ҙур, күптәр баш ҡалала эшләй йәки уҡый. Был ҡырҡыу мәсьәлә шулай уҡ тикшерелгән. Һөҙөмтәлә октябрь айынан “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы “Өфө – Иҫке Ҡыйышҡы–Өфө” тигән яңы маршрут асҡан.
Тағы ла бер мәсьәлә хаҡында халыҡ айырыуса борсола. Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында һыйыр малында ауырыу табылғайны. “Ни өсөн һыйыр малы юҡ ителә?”, “Йорт малдарына вакцина эшләнерме?”, “Тикшереү үткәреләсәкме?” Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреүҙәрен үтенгәндәр.
Ысынлап та, һыйыр малындағы төйөрлө дерматит – үтә хәүефле сир. Тиҙ арала һыйыр малынан арынып ҡына унан ҡотолорға мөмкин. Был осраҡта вакцина әлеге сир алдында көсһөҙ.
Башҡортостан ветеринария хеҙмәтенең бурысы – бүтән урындағы һыйыр малдарын һаҡлап алып ҡалыу. 1-се Төркмән ауылы халҡына бөгөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тараталар, тиҙҙән һәр кем юҡ ителгән малдары өсөн, баҙар хаҡтарына тура килтереп, мотлаҡ компенсация аласаҡ.
Фото: king-long.com