

Ошо көндәрҙә Өфөлә Республикаға идара итеү үҙәгендә “Төбәктәрҙең йоғошло сирҙәр хәүефһеҙлеген ойоштороуҙа заман технологиялары. COVID-19: яңы саҡырыу” Бөтә Рәсәй медицина форумы үтте.
Сара сиктәрендәге пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов, төрлө төбәк һәм Беларусь, Ҡаҙағстан, Израиль кеүек илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләгән власть органдары вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Форум программаһы киң булды. “Башҡортостан Республикаһында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең инфраструктураһын үҫтереү буйынса саралар” темаһына фекер алыштылар, телекүпер аша Сибай һәм Туймазы ҡалаларында төҙөлә башлаған госпиталдәрҙе асыу тантанаһын күрһәттеләр, төбәктәрҙең йоғошло ауырыуҙарға бәйле хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән заман технологияларын ойоштороу мәсьәләләрен, социаль-иҡтисади ҡарарҙар ҡабул итеүҙә дәүләт ролен тикшерҙеләр. Шулай уҡ Ырымбур, Белгород, Силәбе өлкәләрендә барған төҙөлөштәр менән танышыу мөмкинлеге лә булды.
“Башҡортостан COVID-19-ға ҡаршы” күргәҙмәһе ойошторолғайны, унда республикабыҙҙа коронавирус пандемияһы осорондағы көрәш барышын күрергә мөмкин ине.
Төрлө дәүләттәрҙең һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләгән белгестәре һәм етәкселәре, Рәсәй ҡалаларының, шул иҫәптән Өфө дауаханаларының баш табиптары видеобәйләнешкә инде һәм эш үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, видеобәйләнеш аша мөрәжәғәт итеп, коронавирус пандемияһы тотош донъя өсөн етди һынау булды, һаулыҡ һаҡлау тармағына бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килде, тип билдәләне. “Башҡортостан пандемия башланып торғанда уҡ яңы инфраструктура булдырыу йәһәтенән барыһына ла яҡшы өлгө күрһәтте, республикала ҡыҫҡа ваҡытта ике ковид үҙәге төҙөлдө, госпиталдәрҙе тиҙ төҙөү өсөн яңы технологиялар тапты һәм уны ғәмәлдә ҡулланды”, – тине ул.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһап, 2020–2021 йылдарҙа Башҡортостан ҡаҙнаһынан пандемия менән көрәшкә 16,6 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан да ҙур ярҙам күрһәтелгән (ике йылда – 11, 3 миллиард һум), тип белдерҙе.
“Әлеге ваҡытта сирләгән кешеләр һаны кәмеүен күҙәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта пандемияның бишенсе тулҡынына әүҙем әҙерлек алып барабыҙ”, – тине Андрей Назаров.
Бөтә Рәсәй медицина форумы сиктәрендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Сибай һәм Туймазы ҡалаларындағы ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлөшөнә старт бирҙе. Был төҙөлөштәр тураһындағы ҡарар ағымдағы йылдың октябрендә ҡабул ителгәйне. Тап ошо биләмәләрҙе һайлауҙары ла юҡҡа түгел: Өфөнән алыҫ булыуы, төбәктә йәшәгән халыҡ һаны иҫәпкә алынған. Әлеге ваҡытта финанслау, проектлау буйынса эштәр тамамланған. Госпиталдәр ике айҙан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә һалынып бөтөргә тейеш.
Форум сиктәрендә видеобәйләнеш аша пандемия шарттарына халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү тәжрибәһе менән Ҡаҙағстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу департаменты етәксеһе Азамат Дюсенов, Беларусь Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Дмитрий Пиневич, Израилдәге “Horev Medical Centre” клиникаһы етәксеһе Роман Барак таныштырҙы.
“Башҡортостандағы кеүек йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрен бөтә донъяла төҙөһәләр, был сирҙе күптән еңер инек. Израилдә коронавирус буйынса күрһәткестәр донъяла иң түбәндәр иҫәбендә. Был йәһәттән беҙҙә медицина персоналы эше камиллаштырыла, белем кимәлдәрен даими күтәрәләр”, – тине Роман Барак.
Сиктәр асылғас, ул Башҡортостан вәкилдәре менән осрашыуға ышаныс белдерҙе һәм тәжрибә уртаҡлашырға әҙерлеген билдәләне.
Бөтә Рәсәй медицина форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәре араһынан 45 кешегә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнгәндәр араһында коронавирус инфекцияһына ҡаршы әүҙем көрәшкән табиптар, шәфҡәт туташтары бар.
– Оло хөрмәт, сикһеҙ рәхмәт тойғоһо менән бар республика халҡы исеменән иң изге һүҙҙәрҙе еткерәм. Һеҙҙең иңегеҙҙә – ҙур йөкләмә. Ике йыл инде бергәләп мәкерле сиргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Ауыр юл үттек. Кешелек сифаттарығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ арҡаһында бихисап кешене дауаланығыҙ, ҡотҡарҙығыҙ, тик күптәрҙе юғалттыҡ та, – тине сығышында Радий Фәрит улы. – Ғәҙәттән тыш хәлдә эшләһәк тә, төп маҡсатыбыҙ – пандемияны туҡтатыу.
Республика Башлығы пандемия осоронда һаулыҡ һаҡлау тармағының 36 хеҙмәткәрен – шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, табиптарҙы – юғалтыуыбыҙ хаҡында әйтте, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙең мөһимлеген билдәләне.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА, Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.