Йәмғиәт
14 Декабрь 2021, 07:30

Өйһөҙҙәргә ярҙам итә

Эшҡыуар килем килтерер эшен ташлап, өйһөҙҙәр һәм түшәктә ятҡан сирлеләр өсөн мунса төҙөүгә тотонған.

Өйһөҙҙәргә ярҙам итәӨйһөҙҙәргә ярҙам итә
Өйһөҙҙәргә ярҙам итә

Ерҙә изге күңеллеләр барыбер күберәктер ул: кемдәрҙер ҡарауһыҙ йөрөгән урам эт-бесәйҙәренә ярҙам итә, ҡайһыларылыр ни сәбәптәндер урамда ҡалған асарбаҡтарға...


Бына шундай миһырбанлы кешеләрҙең береһе - Өфө эшҡыуары Владислав Насретдинов. Ул тормоштан төңөлгән кешеләр өсөн Шаҡша биҫтәһендә мунса төҙөү уйы менән яна. Ябай ғына ла түгел, ә тулы социаль комплекс. Хыял иткән комплекс яңы йылға асылыр тип күҙаллай ул. Аңлашылғандыр: мунсала йыуыныу түләүһеҙ буласаҡ.

Эште ул буш урында башламаған: Шаҡшаның үҙәгендәге ныҡ иҫкергән ҡунып сығыу приютын ҡуртымға алып, үҙгәртеп төҙөкләндерә башлаған. Унда душ, йыуыныу, ял бүлмәләре буласаҡ. Сәс алғыс бүлмәһе булдырыу ҙа күҙаллана. Унда эшләргә теләк белдереүсе лә бар. Фельдшер ҙа буласаҡ.

Владислав Насретдинов шулай уҡ асарбаҡтарҙы таҙа кейем менән тәьмин итеүҙе лә хәл итергә уйлай. Бында инде ул халыҡҡа - кәрәкмәгән әйберҙәрен килтереүселәргә - өмөт итә. Бында килеүселәрҙе ашатып сығарыу ҙа планда бар. Йөрөй алмаған ауырыуҙар ҙа, оҙатып йөрөүсе булғанда, йыуынып сыға ала.


Биләмә ике өлөшкә бүленеп, күпселек өлөшө - 90 проценты - ныҡ сирлеләр өсөн, ә ҡалғаны асарбаҡтар өсөн ҡулланыласаҡ. Был аҙымға 27 йыл түшәктә ятҡан дуҫы һәм коронавирус сире этәргәне тураһында ла белдергән изге күңелле ир.


Әлбиттә, бындай оло эшкә бер кешенең генә тырышлығы етмәй, уны хуплаусылар, күтәреп алып, ярҙам итеүселәр булһа, эш тағы ла йәнлерәк, тормош йәмлерәк булыр ине.


Фото:социаль селтәрҙән.

 

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас