Йәмғиәт
15 Декабрь 2021, 14:00

Ауылдарҙа өмәләр гөрләй!

Яҡшымбәттә йәштәр күпләп ҡала, улар яңы йорттар төҙөп, тыуған төйәгендә төпләнә.

Ауылдарҙа өмәләр гөрләй!Ауылдарҙа өмәләр гөрләй!
Ауылдарҙа өмәләр гөрләй!

Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында татыу, эшһөйәр ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе – Гөлгөнә һәм Рәүеф Абдуллиндар.

Рәүеф Тимерхан улы урындағы “Искра” хужалығында келәт мөдире булып эшләй, ә ҡатыны Гөлгөнә Юнир ҡыҙы Яҡшымбәт урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Татыу ғаиләлә ике ул тәрбиәләнеп үҫкән. Байрас юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөй, ә Таһир – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты.

Ошо көндәрҙә Абдуллиндар халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы итеп ҡаҙ өмәһе уҙғарған. Улар быйыл 25 ҡаҙ, 50 бройлер тауығы үҫтергән.

– Беҙҙең ауыл хакимиәтенә ҡараған бөтә ауылдарҙа ла халыҡ мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто күпләп аҫрай. Көҙгөһөн көндәр һыуыныу менән өмәләр гөрләй. Халыҡ “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға рәхмәтле, сөнки хужалыҡ һалам, бесән, мал аҙығы мәсьәләһендә һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә, - тип һөйләне Рәүеф Абдуллин.

Шуныһы ҡыуаныслы: ауылда йәштәр күпләп ҡала, улар яңы йорттар төҙөп, тыуған төйәгендә төпләнә.

Фото: Абдуллиндар ғаиләһенең шәхси архивы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас