Йәмғиәт
15 Декабрь 2021, 06:00

Фәхирә инәй коронавирустың юҡҡа сығыуын күрәҙәлек итә

 Ул улы Рөстәм менән килене Юлиәнең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтә.

Фәхирә инәй коронавирустың юҡҡа сығыуын күрәҙәлек итәФәхирә инәй коронавирустың юҡҡа сығыуын күрәҙәлек итә
Фәхирә инәй коронавирустың юҡҡа сығыуын күрәҙәлек итә

Тыумышы менән Йәрмәкәй районының Атамкүл ауылынан булған Фәхирә Ғәлиәхмәтова ғүмер буйы коллектив хужалыҡтың яҡты киләсәге өсөн көндө төнгә ялғап тир түккән, ни ҡушһалар - шуны үтәгән. Ире Рифҡәт менән балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгәндәр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юлдашы бынан егерме йыл элек вафат булған. Бөгөн ул Иҫке Сүлле ауылында килене Юлиә һәм улы Рөстәмдең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтә.

– Бәй, минең ҡунаҡтарым килеп тә еткән, – тип ҡәҙерле кешеләрен ҡаршы алғандай беҙҙең янға ашыҡты 84 йәшлек Фәхирә инәй. – Машина тауышы сыҡҡанға тәҙрәгә ынтылып ҡарағайным, һеҙ икән. Әйҙүк, төпкә үтегеҙ, унда уңайлы, шунда уҙайыҡ.

Хужабикәнең шатлығы сикһеҙ, улар менән ихлас уртаҡлашты. Бөгөн донъяларҙың имен тороуы, ризыҡтан өҫтәлдең һығылып тороуы, көндәлек тормоштағы уңайлыҡтар, тыныс ҡартлығы һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.

Фәхирә Хәйрулла ҡыҙының көйөнөсө лә юҡ түгел. Әле бишектәге сабый ғына белмәгән коронавирус сиренең тиҙерәк бөтөүен көн-төн теләй, сирҙең юҡҡа сыуығына бөтә күңеле менән ышана.

– Киләһе йыл Көнсығыш календары буйынса минең йылым, – ти ул. – Барыҫ йылы минең өсөн тағы ла яҡшыраҡ булмаҡсы. Хәйер, миңә хәҙер күп тә кәрәкмәй, иң мөһиме, халыҡ-ара хәл-торош яҡшы булһын инде. Һуғышты һәм беҙ кисергән аслыҡты берәүгә лә күрергә яҙмаһын. Миндә йәнә әҙме-күпме һиҙемләү һәләте лә бар. Шуны күрәҙәлек итәм: 2022 йылдың урталарында был ауырыу мотлаҡ сигенәсәк.

Фото: Юлиә Ғәлиәхмәтова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас