

Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университет студенттары «Щетка, бирел!» тип аталған экологик акция иғлан иткән. Акцияның ойоштороусылары булып студенттарҙың экологик клубы, Экология министрлығының «Йәшел ҡалҡан», «Рәсәйҙең йәшел вуздары», «Йәшел Башҡортостан» эко-проекты тора, тип белдерә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Акцияның шарттары ябай: бары тик тотонолған теш щеткаларын ташламай, тәғәйен урынға килтереү. Әммә шуныһы - электр щеткаларҙы, ағастан эшләнгәндәрен, аяҡ һәм өҫ кейеме щеткаларын, төрлө теш соҡоғостарҙы тапшырырға ярамай. Был акция 2022 йылдың 31 майына тиклем барасаҡ.
Шулай итеп, тотонолған иҫке теш щеткаларығыҙҙы ташламағыҙ, ә уларҙы БДАУ-ҙың 2-се корпусына (8 Март урамы, 17) алып килегеҙ. Һау-сәләмәт булыу өсөн, теш щеткаларын өс ай һайын алмаштырып тороу зарур икәнлеген дә иҫтән сығармағыҙ.
Фото "Башинформ".