

Бөгөн таңғы сәғәт 5-тә Өфөнөң Совет районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында биш кеше ҡазаланған. Был хаҡта республиканың ЮХХДИ идаралығы хәбәр итә.
"Volkswagen Touareg" автомобиленә идара иткән йәш кеше Октябрь проспектынан Октябрҙең 50 йыллығы урамына төшөп барғанда идара итеү һәләтен юғалтып, магазинға килеп бәрелә. Водитель һәм уның дүрт пассажиры дауаханаға оҙатыла. Водителдең хәле ауыр, ти табиптар. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Шулай уҡ иртән Комсомол урамында “Рено Сандеро” автомобиленә идара иткән ир 89 йәшлек әбейҙе бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаға китеп барған оло кеше юлды рөхсәт ителмәгән ерҙән үтергә ынтылған. Төрлө тән йәрәхәттәре менән уны дауаханаға оҙатҡандар.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, һәр аварияға кеше сәбәпсе: ҡабаланыу, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Ошо ике шартты теүәл үтәү ҙә бәләнән аралап ҡала ала.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Сибай, Күмертау ҡалаларында, Әлшәй, Архангел, Бишбүләк, Благовещен, Бөрө, Борай, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Тәтешле, Туймазы райондарында авариялар һаны артҡан.
Өфө, Нефтекама, Салауат, Сибай, Күмертау ҡалаларында, Бөрө, Мәләүез, Туймазы, Әбйәлил, Әлшәй, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Кушнаренко, Тәтешле, Өфө, Саҡмағош, Архангел, Бөрйән, Йәрмәкәй, Йылайыр һәм Шаран райондарында кешеләрҙең һәләк булыуына килтергән аварияларҙың күбәйеүе теркәлгән.
Быйыл республика юлдарындағы юл-транспорт ваҡиғаларының 2649-ында водителдәр ғәйепле булһа, 267-һендә – йәйәүлеләр. Шулай уҡ эскән килеш рулгә ултырған водителдәр тарафынан 291 авария ҡылынған һәм уларҙа 61 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Быйыл ун айҙа республика юлдарында 3090 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 409 кешенең ғүмере өҙөлгән, 1338-е йәрәхәтләнгән һәм һаулыҡтарына зыян килгән.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡарлы ямғырҙар арҡаһында урамдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килгән. Шул арҡала баш ҡала урамдарынан йөрөүе хәүефле. Ә ошо көндәрҙә республикала ҡар яуыуы, юлдарҙа буран сығыуы сәбәпле күреүсәнлек насараясаҡ. Юлға сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!
Фото: ЮХХДИ хеҙмәтенән алынды.