Йәмғиәт
15 Декабрь 2021, 18:15

Рудник халҡына - ҙур бүләк

Һуңғы йылдарҙа биҫтәлә ыңғай күренештәр күп.

Рудник халҡына - ҙур бүләкРудник халҡына - ҙур бүләк
Рудник халҡына - ҙур бүләк

Яңы йыл алдынан Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡаланың Рудник биҫтәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөп тапшырҙы.

Социаль объект өсөн аҡса бүлеү ҡарары ҡала етәкселеге мөрәжәғәтенә ярашлы ҡабул ителә.

Яңы балалар майҙансығы үҙәк урамда урынлашҡан. Быға тиклем бында булған балалар таусыҡтары эргәһендә яңы уйын элементтары, йүгереү юлы, мини футбол, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Туп менән уйнау өсөн тәғәйенләнгән ике майҙансыҡ та заманса металл кәртәләр менән уратып алынған. Төҙөүселәр уйын элементтарын сифатлы, ә иң мөһиме - балалар өсөн хәүефһеҙ итеп урынлаштырған. Әлегә майҙансыҡтарға асфальт түшәлгән, яҙ етеп, көндәр йылынғас, хәүефһеҙ резина япма һалынасаҡ.

Һуңғы йылдарҙа биҫтәлә ыңғай күренештәр ныҡ һиҙелә. Күптән түгел, мәҫәлән, эсәр һыу проблемаһы хәл ителгән.

“Мин бигерәк тә майҙансыҡ тирәләй йүгереү юлдары һалынғаны өсөн шатмын. Күршем Фәриҙә Яҡупова менән көн һайын скандинав йөрөшө менән мауығабыҙ, көнөнә биш-алты километр үтәбеҙ. Хәҙер әллә ҡайҙа барып аҙапланмаҫбыҙ, махсус япмалы юл буйлап ҡына йөрөрбөҙ. Майҙансыҡҡа урынлаштырылған спорт тренажерҙары ла бик һәйбәт күренә. Уларҙа ла шөғөлләнәсәкбеҙ. Балаларыбыҙ ҡалала йәшәй, ял көндәре ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән беҙгә киләләр, яңы уйын элементтары, һис шикһеҙ, уларға ла оҡшаясаҡ”, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты оҙаҡ йылдар ҡатырға-рубероид заводында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан, сәләмәт тормош рәүешен һайлаған Фатима Насирова.

Төҙөүселәр һүҙенән, бөтә ҡорамалдар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, һәр ҡайһыһының сертификаты бар. Иң мөһиме - майҙансыҡтар кәртәләнеп алынған. Рудник халҡына уларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, ипләп тотонорға ғына ҡала.

Автор фотоһы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас