- Иртән торғас та сәй эс.
- Эшең бармаһа, беренсе ҡағиҙәгә ҡара: тәүҙә сәй эс.
- Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар мәшәҡәттәрҙе хәл итә.
- Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң, сәйҙе – ҡоймаҡлап, һыуһаһаң – ҡарағатлап, өшөһәң – баллап, эҫелә ҡоротлап эс.
- Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
- Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
- Күршеңә ҡунаҡ килһә, ҡунаҡты сәй янына ал.
- Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
- Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
- Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
- Йома көндө йома сәйе эсер.
- Ҡәйнә булһаң – кейәү сәйе, бейем булһаң – килен сәйе эсер.
- Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.
- Йәй сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, ҡайнатма ҡайнат.
- Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
- Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп, сәй эс.
- Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә: кофе эскәндән һуң мотлаҡ сәй эс!
(“Киске Өфө” гәзитенән).
Фотолар: асыҡ сығанаҡтарҙан.