Йәмғиәт
16 Декабрь 2021, 10:00

13-сө пенсия булырмы?

“Яңы йыл алды” пенсияһын эшләгән пенсионерҙарға ла, шулай уҡ хәрби һәм дәүләт пенсияһы алыусыларға ла түләү тәҡдим ителә

13-сө пенсия булырмы?13-сө пенсия булырмы?
13-сө пенсия булырмы?

РФ Хөкүмәтенә һөҙөмтә сығарыу өсөн “Яңы йыл алдынан йыл һайын түләнә торған пенсия тураһында” закон проекты йүнәлтелгән. “Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, проект РФ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты тарафынан эшләнгән.

“Яңы йыл алды” пенсияһын эшләгән пенсионерҙарға ла, шулай уҡ хәрби һәм дәүләт пенсияһы алыусыларға ла түләү тәҡдим ителә. Уның күләме гражданға ошо датаға түләнгән пенсия күләме менән тиң булырға тейеш, тип иҫәпләй закон проекты авторҙары.

Өҫтәмә пенсия федераль бюджеттан түләнәсәк, тип күҙаллана. 2022 йылда ошо маҡсатта 786,2 млрд һум талап ителәсәк.

Фото: martvestnik.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас