

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә матур пост ҡалдырҙы.
“Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы Дан паркы хәҙер ошолай. Нимә эшләгәндәрен һынап тормайым – барыһы ла күренеп тора. Был паркты этаплап төҙөкләндерәбеҙ, киләһе йылда тамамлаясаҡбыҙ.
Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 146 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерҙек. Бындай проекттар беҙҙең ауыл һәм ҡалаларҙы ныҡ үҙгәртә, ҡайһы бер майҙан һәм скверҙарҙы ҡапыл ғына танырлаҡ та түгел.
Киләһе йылда 122 аллея, йәйәүлеләр зонаһы, парктар һәм скверҙарҙы яңытырға йыйынабыҙ. Шулай уҡ 2022 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ҡасабаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңгән алты проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Был Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы.
Фото: "Бәйләнештә".