Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 09:22

Барыһы ла яҡшыға

Ҡулымда – 1971 йылда Ленинградта нәшер ителгән “Пограничник” гәзите. 50 йыл элек баҫылыуына ҡарамаҫтан, гәзит һарғаймаған да, таушалмаған да, сөнки мин уны фотолар менән бергә альбомда ҡәҙерләп һаҡлайым.

Ул гәзиттә “Сыновья семьи единой” тигән мәҡәлә һәм карапта бергә хеҙмәт иткән матростар: Мирзайән Вәлиулла (татар), Сергей Драшко (украин), Валера Трофимов (рус), Алексей Капора (белорус) һәм мин (башҡорт) ҡосаҡлашып төшкән фотоһүрәт баҫылған. Эйе, был егеттәр менән бер карапта бер туғандар кеүек бик татыу хеҙмәт иттек. “Дедовщина”, “Бабайсылыҡ”ты, милләт-ара ыҙғыштарҙы күр­мәнек. Барыбыҙ ҙа Анапаның хәрби диңгеҙ мәктәбен та­мамланыҡ.

Был уҡыу йортонда Азиянан, Кавказдан, Балтик буйы илдәренән уҡыусылар юҡ ине. Украиндар менән белорустар бик булдыҡлы, эшсән, тырыш кешеләр булараҡ хәтеремдә һаҡлана, айырыуса Сергей Драшко менән дуҫ инем. Уның менән дуҫлыҡ Анапаның хәрби диңгеҙ мәктәбенә уҡырға килгәс үк башланды.

Дәфтәр, конверттар, шампунь, теш щеткаһы кеүек кәрәк-яраҡты киосктан алдым. Ә һабын һауыты һатылып бөткән, хуш еҫле һабын да тапманым. Шул сағында Сергей Драшко миңә: “Хафаланма, Дима, бушаған шампунь һауытын киҫәһең дә, һабын һауыты эшләйһең. Кер һабынын шунда һалып ҡуйһаң, ул да хуш еҫле­гә әйләнер, аҡсаң да янда ҡа­лыр”, – тип бик аҡыллы кәңәш бирҙе. Мин, ысынлап та, шулай эшләнем. Уның менән бер йыл уҡыу осоронда айырылмаҫ дуҫтарға әйләндек. Хәҙер ҙә мин Сергей Драшконы йыш ҡына иҫкә алам. Ул бик тәжри­бәле, ярҙамсыл кеше ине. Фотоальбомымда ҡосаҡ­лашып төшкән фотоларҙы һаҡлайым.

50 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан,  бергә хеҙмәт иткән йәш­тәштәрҙе бик йыш иҫкә алам. Их, бер осрашып, күрешеп, һөйләшәһе ине улар менән. Юҡ, булмай шул, осрашыу­ҙарға кәртә ҡуйылды. Элек Украинаға, Эстонияға барып ҡайтыу бик еңел ине. Дуҫ, татыу йәшәнек. Һәр хәлдә беҙ, ябай халыҡ, шулай уйлай инек. Нисек кенә булмаһын, мин бындай хәлдәр ваҡытлыса ғына, үтер әле, тип уйлайым. Аллаға шөкөр, коронавирус сирен дә әкренләп еңеп киләбеҙ бит. Барыһы ла яҡшы булыр. Иң мөһиме, күңел күтәрен­келеге, сәләмәтлек ташла­маһын.

 

Дилфәр ХӘСӘНОВ.

 

Ижевск ҡалаһы.

Читайте нас