

Өфө ҡалаһында уҙған “Ислам һәм мәғариф” халыҡ-ара форумында дингә ҡағылышлы, исламдың донъяла тотҡан роле менән бәйле мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Уның сиктәрендә “XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре” тигән XIII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли форумы уҙҙы.
Форумды ойоштороусылар – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Ислам мәҙәниәтенә, фәненә һәм мәғарифына булышлыҡ итеү фонды.
“Ислам һәм мәғариф” форумының изге Ҡөрьәнде уҡыуҙан башланыуына аңлатма биреү кәрәкмәй.
– Донъяла коронавирус менән бәйле хәлдәрҙе үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, шулай булыуға ҡарамаҫтан, әле форсат табып, форумды үткәреүгә булышлыҡ итеүселәргә рәхмәт, – тине Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Рәсәй ислам университетының ректоры, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының мәғариф буйынса координацион советы рәйесе Артур Сөләймәнов. – Фекер алышыу, ныҡлап аралашыу майҙаны булған ошондай сараларҙы уҙғарыу зарур. Бынан тыш йыйынға онлайн форматында ҡушылыусыларҙың да күплеге шатлыҡлы.
– Ислам һәм белем биреү – бик мөһим мәсьәлә, әхлаҡҡа өйрәтеү, йәштәрҙе тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе, – тине Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.
Тәлғәт Тажетдин форумда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән, Рәсәйҙән ҡатнашыусыларға, ғөмүмән, кешелек донъяһының барыһына ла һаулыҡ теләне, сараның йыл да үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, уның ислам белем биреү тармағына йәш кадрҙар әҙерләү йәһәтенән файҙаһы ҙур икәнлегенә баҫым яһаны.
Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, форумда имамдар әҙерләү тураһында етди һөйләшеү алып барылған, өҫтәүенә, кадрҙар мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булған. Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар ҙа исламдың яҡшылыҡҡа саҡырыуына, диндең изге эштәргә өндәүен һыҙыҡ өҫтән алды.
Фото: Илдар Аҡъюлов.