

Хәҙер инде күркәм йолаға әүерелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсы ауылдарыбыҙға сәләмәт тормош алып барыуға этәргес көс бирҙе. Әле конкурстың муниципаль этабында ҡатнашырға теләк белдергән ауылдарҙың байтаҡ булыуы ла был сараның бәҫен күтәрә. Улар араһында кинйәкәйҙәр ҙә бар. Күптән түгел ошо ауылда булып, халыҡтың йәшәү-көнкүреше менән танышып, уй-ниәттәрен белешеп ҡайттыҡ.
Тәрбиә көсө
Кинйәкәйҙә 113 йорт хужалығы иҫәпләнә, 240-лап кеше йәшәй. Социаль объекттарҙан башланғыс мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Ауылда тәртипте үҙ ҡулдарына алған, йәнтөйәктәренең яҙмышына битараф булмаған әүҙем ир-уҙамандары, ихтирамлы ағинәйҙәре булыуы менән дә көслө Кинйәкәй.
– Был ауыл халҡы тырыш булыуы менән оҡшай. Үҙҙәре башланғыс алып, дәррәү өмәләргә сығып, зыяратты кәртәләп бөтөп киләләр. Ауыл советы бары тик төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск, мәсет халыҡ тырышлығы менән барлыҡҡа килде. Яҙ етһә, әйтеп торғанды ла көтмәй, ауылдың тирә-яғын йыйыштырырға сығалар. Халыҡтың эскелеккә кире ҡарашы һөҙөмтәһендә ауылда суррогат алкоголь һатыу нөктәләре бөтөрөлдө. Магазинда ла ҡеүәтле спиртлы эсемлектәр һатылмай. Хәҙер инде беҙҙең маҡсат – эскене үҙ итеүселәрҙе лә был яман ғәҙәттән арындырыу, – тине Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко.
Ауылда мәҙәниәт йортоноң эшләп килеүе лә халыҡта мәҙәнилекте тәрбиәләй. Клубта булып, унда эшләп килгән “Ынйылар” фольклор ансамбле менән таныштыҡ. Ололарҙы ла, йәштәрҙе лә туплаған был ансамбль төрлө байрам сараларын биҙәп кенә ҡалмай, конкурстарҙа ҡатнашып та үҙҙәренең оҫталығын һынай. Унда шөғөлләнеүселәрҙең иң өлкәне Райхана апай Йәһүҙинаның ауылдың башҡа сараларында ла әүҙем булыуын белдек. Ул – ветерандар советы рәйесе лә, ағинәйҙәр ойошмаһын да етәкләй. Оҙаҡ йылдар Кинйәкәй мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы бөгөн дә тәрбиәүи сараларҙан ситтә ҡалмай.
– Мәктәп эскәмйәһенән балалар күңелендә эскелек кеүек насар ғәҙәттәргә кире ҡараш тәрбиәләү мөһим. Уларҙы файҙалы, матур шөғөлдәргә йәлеп итеү – беҙҙең, ағинәйҙәрҙең, төп маҡсатыбыҙ. Әле яңы сир килеп сыҡҡанға тиклем үк балаларға төрлө йолаларҙы күрһәтеү юҫығында әүҙем эш алып барҙыҡ. “Кәкүк сәйе”, “Ҡар һыуына барыу”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек саралар ойошторҙоҡ. Ауылыбыҙҙың тарихын белеп үҫеүҙәре өсөн дә иғтибар бирәбеҙ. Ғөмүмән, беҙ мәктәп, клуб, ФАП, ауыл советы менән бер төптән эшләйбеҙ, – тип һөйләне Райхана Йәүҙәт ҡыҙы.
Райхана апай үҙенең тырышлығы менән булдырылған мәктәп музейын да күрһәтте. Унда боронғо ҡомартҡыларҙы туплауҙы ла йәш быуын менән бергәләп башҡарғандар.
Иманлы тормошҡа ынтылыш билдәһе
Һүҙ менән түгел, үҙеңдең өлгөң менән тәрбиәләү һөҙөмтәһенең көсө күптән һыналған. Сәләмәт тормошҡа ынтылыш кинйәкәйҙәрҙең көндәлек тормошонда сағыла. Мәҫәлән, ауылда скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр матур өлгө күрһәтә. Хаҡлы ялдағы Рәзидә Ғафарованан нисек итеп был шөғөлгә ылығыуы тураһында һораштыҡ.
– Үҙем Кинйәкәйҙә тыуып үҫтем. Утыҙ өс йыл ауыл китапханаһында эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, скандинав йөрөшө менән мауығып киттем. Тәүҙә үҙем генә йөрөнөм, аҙаҡ башҡа ауылдаштарым да ҡушылды. Ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, көн һайын кис сығырға тырышабыҙ, кәмендә бергәләп 4-5 километр юл үтәбеҙ. Бер саҡ буран ваҡытында сыҡмай ҡалғайныҡ, тәндәге ауырлыҡ шунда уҡ тойолдо, – тип һөйләне ул.
Рәзидә апайҙың әйткәндәренә Зөлфиә Лоҡманова ла ҡушылды:
– Кис шулай йөрөп инһәк, тәнгә лә еңел, йоҡлауы ла рәхәт, күңел дә күтәрелеп китә, – тине ул.
Кинйәкәй ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Ләйсән Һөйәрғолованы ла скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгән апайҙар араһында күреп шатландыҡ. Һаулыҡ һаҡлауға, сәләмәт тормошҡа ынтылыш ошондай саралар аша һалына ла инде. Әйткәндәй, Ләйсән Һөйәрғолова 2013 йылдан ауыл ФАП-ын етәкләй. Кинйәкәйҙәр һаулығы һағында тора.
– Эш өсөн шарттар яҡшы, бина йылы. Быйыл интернет үткәрелеүе, ноутбук менән тәьмин ителеү ҙә беҙҙең эште еңеләйтте. Былтыр пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Ауыл халҡы ла төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам итеп тора, – тип һөйләне Ләйсән Шамил ҡыҙы.
ФАП-ты инеп күреп сыҡҡан арала ауыл халҡының фельдшерҙарынан ҡәнәғәт булыуы тураһында ишеттек.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, әле балалар спорт майҙансығы ҡорола. Бында бәләкәстәргә уйнау өсөн дә, өлкәнерәктәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә мөмкинлек буласаҡ.
Яман ғәҙәттәрҙән аралауҙың йәнә бер һөҙөмтәле ысулы – дингә тартылыу. Дин кешене изгелеккә өндәй, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға саҡыра. Ауылда халыҡтың күмәк көсө менән Иман йорто төҙөлөшө тамамланыу алдында. Мәсеткә нигеҙ бынан 5–6 йыл элек, боронғо мәсет урынында һалынған. Әлеге көндә ут, газ үткәрәһе һәм документ эштәре ҡалған.
– Иҫерткес эсемлек хәрәм. Бер нисә генә кеше эсһә лә, ауыл өсөн был йәмһеҙ күренеш. Шуға ла ауылыбыҙ менән бөгөн “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкә сыҡтыҡ, – тине мәсеттең имам-хатибы Миҙхәт хәҙрәт Хәлитов.
Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында ла дингә ынтылыусылар, намаҙ уҡырға өйрәнергә теләүселәр арта. Был күренеш – халыҡтың тәртипле, иманлы тормошҡа ынтылыш билдәһе.
“Йәшел йылан”ға юл ябыҡ!
Ауылда буҙа һымаҡ милли эсемлектәр әҙерләү оҫталары булғанда, спиртлы эсемлектәргә урын юҡ. Фәнирә апай Кинйәбаеваның күптән инде буҙа эшләүсе тигән даны бар. Был юлы ла уны ошо эсемлекте әҙерләгән мәлендә тап иттек.
– Биш йыл элек Учалыға барған сағымда буҙа әҙерләргә өйрәнеп ҡайттым. Шул ваҡыттан буҙанан өҙөлгән юҡ, күстәнәскә лә алып барам, үҙемә килеп өйрәнеүселәр ҙә аҙ түгел. Байрамдарҙа һәр ҡайһыбыҙҙың өҫтәлдәрендә араҡы түгел, ошо файҙалы милли эсемлегебеҙ урын алһын ине, – тине ошо ауылға килен булып төшөп, хәҙер 50 йылға яҡын Кинйәкәйҙә ғүмер итеүсе Фәнирә апай.
Беҙҙе лә ул буҙа эшләү серҙәренә өйрәтеп ҡайтарҙы. Бәлки, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ла ҡыҙыҡһыныусылар булыр тип рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн 6 литр һыуға 300 грамм геркулес һалабыҙ һәм 50 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Артабан 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки май өҫтәйбеҙ. Был масса һыуынып, йылымыс хәлгә килгәс, ярты литр әсетке һалабыҙ, ул булмаһа, ҡымыҙ өҫтәргә мөмкин. Бер тәүлек тирәһе ойоп ултырғандан һуң, һөҙөп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, шунан эсә башларға ла була.
“Буҙаны йотомлап, тәмләп кенә эсегеҙ”, – тигән кәңәштәрен дә бирҙе буҙасы апай.
Фәнирә Шәһи ҡыҙы менән һөйләшкән арала, уның күптән дингә килеүен, 13 йыл намаҙҙа булыуын белдек. Был сифаттары уға ҡарата ихтирамыбыҙҙы тағы ла тәрәнәйтте.
Өҫтәлдәренә һис ҡасан спиртлы эсемлектәр ҡуймаған, эскелекте үҙ итмәгән ғаиләләрҙә балалар ҙа әхлаҡи яҡтан тәрбиәле, көслө рухлы булып үҫә. Кинйәкәйҙә йәшәгән Ғәлиә менән Марат Хәлитовтарҙың күп балалы ғаиләһе – ошо йәһәттән йәш быуынға күркәм өлгө. Был ғаиләлә Илназ, Азамат һәм Азалия исемле балалар үҫә. Өлкән улдары – өсөнсө класта, уртансылары беренселә белем ала, иң кеселәренә өс йәш тулып килә.
– Өйләнешкәс, ауылда төпләнергә ҡарар иттек. Ығы-зығылы ҡала тормошо беҙҙеке түгел, ауылда иркенерәк тә, рәхәтерәк тә. 2016 йылда яңы йорт төҙөп сыҡтыҡ. Мал-тыуар ишәйтеп, шулай тырышып донъя көтәбеҙ, – тип һөйләне ғаилә башлығы.
Ауылда буш ваҡыт бик эләкмәһә лә, яйы сыҡҡанда Хәлитовтар ғаилә менән тәбиғәткә сығып ял итергә ярата. “Эске булған өйҙә тормош артҡа тәгәрәй, ул донъяны түбәнгә һөйрәй”, – тигән фекерҙә хәмергә ҡарата Хәлитовтар. Шуға үҙҙәре лә был яман ғәҙәттән йыраҡ тора. Йәшәү йәмен матур итеп донъя көтөүҙә, тәрбиәле балалар үҫтереүҙә күрә белгән ошондай йәш ғаиләләрҙә ауылдың киләсәге һәм көсө.
“Айыҡ ауыл бәйгеһенә,
Сыҡ, ауылдаш, ярышҡа!
“Йәшел йылан”ға юл ябыҡ,
Күтәрелдек алышҡа!”
Ауылдың ағинәйе Райхана Йәһүҙина яҙған ошо шиғырҙы девиз итеп, кинйәкәйҙәр айыҡ тормошто яҡлап көрәшкә сыҡты. Берҙәмлек булғанда, улар был маҡсаттарына, һис шикһеҙ, өлгәшер.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
Ишембай районы.