Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 17:30

“Ниндәй шәп башҡорт!”

Шафрандан инглиз теле уҡытыусыһы "Мөғжизәләр яланы"ның финалына сығып ҡына ҡалманы...

“Ниндәй шәп башҡорт!”“Ниндәй шәп башҡорт!”
“Ниндәй шәп башҡорт!”

Яҡташыбыҙ, Шафран ауылынан инглиз теле уҡытыусыһы Фәнзилә Рәйес ҡыҙы Хажиғәлиева “Мөғжизәләр яланы” телешоуында ҡатнашты, тип хәбәр иткәйнек инде.

Бөгөн ошо тапшырыуҙы “Беренсе канал”да күрһәттеләр. 31 йыл уҡытыусы булып эшләгән Фәнзилә Рәйес ҡыҙы уйынға музыкаль ярҙам – Раевка сәнғәт мәктәбе директоры Наил Садиҡов менән юлланғайны. Ул ҡурайҙа шәп уйнаны һәм йәш талант Рамаҙан Садиҡов менән бергә йыр башҡарҙы. “Ниндәй шәп башҡорт!” – тине тапшырыуҙы алып барыусы Леонид Якубович.

Инглиз теле уҡытыусыһы финалға сығып ҡына ҡалманы, “Мөғжизәләр яланы” еңеүсеһе лә булды. Бүләккә ул электр самокатын һайланы.

Шуныһы һөйөнөслө: залдағыларҙың барыһына ла әлшәйҙәрҙең сығышы оҡшаны. Улар килтергән башҡорт бауырһағы һәм башҡа күстәнәстәр ҙә оҡшағандыр тип уйлайбыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнзилә Рәйес ҡыҙы өсөн сәйәхәтте балалары ойошторҙо. Был Әсәләр көнөнә бүләк ине. Садиҡовтарға финанс йәһәттән иһә эшҡыуарҙар Ринат Зарипов, Илдар Ризванов, Нияз Алтынғужин ярҙам итте.

Фото: Ф. Хажиғәлиеваның сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас