

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Рәхмәтулла улы Хөсәйеновтың 75 йәше уңайынан үткән сарала уны республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы һәм Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Ҡырмыҫҡалы районының М. Өмөтбаев исемендәге премияһына, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы исеменән К. Станиславский исемендәге алтын миҙалға ла эйә булды хөрмәтле актер. Юбилярҙы ҡотларға уның ижадын яҡын иткән тамашасылар, дуҫтары, коллегалары йыйылды. Ғүмеренең матур ваҡиғалары менән ҡотлап, билдәле артист менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Тыуған ерем – Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы Ағиҙелдең ураҡ кеүек бормаланып аҡҡан урынында урынлашҡан. Бынан 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Абдрахман батыр, Башҡортостандан тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова, ике тапҡыр Ленин ордены кавалеры Фәрзәнә Хөсәйенова, академик, доктор, профессорҙар Ғайса Хөсәйенов менән Роберт Байымов, филология фәндәре кандидаты, уҡытыусым, мәктәп директоры Рим Искәндәров сыҡҡан. Ошондай шәхестәрҙе үҫтергән Үтәгән ауылынан ни өсөн бер халыҡ артисы сыҡмаҫҡа тейеш?! Уныһы инде мин үҙем булам (көлә – авт.).
– Бала сағығыҙ ауыр йылдарға тура килгән…
– Беҙ – һуғыштан һуң тыуған быуын. Сабата кейеп үҫтем. Яҙ серек бәрәңге йыйып, шуны иҙеп, кәржәмә бешерә инек – шунан да тәмлерәк ризыҡ булманы. Икмәк юҡ ине, уны 1953 йылда 1-се класҡа уҡырға төшкәндә тәмләнем. Әсәйем Өфөгә барып, йәйге көн ине, емеш һатып, ҡалас, бауға бәйләнгән керәндил алып ҡайта торғайны.
– Бала саҡтың ниндәй хәтирәһе иҫегеҙҙә ҡалған?
– Ашау етешмәгәс, биш йәштән колхозға эшкә төштөм. Йәй малайҙар менән бесәндә ат башында йөрөп, күбә тарттырҙыҡ. Төшкө аш ашата инеләр. Уҡырға төшкәнсе ат башында йөрөнөм, район гәзитендә мине маҡтап яҙып та сыҡтылар.
– Һеҙ йырсы булырға теләгәнһегеҙ, йырлай инегеҙме?
– Атайымдың да, әсәйемдең дә тауышы матур ине, мин дә уларға эйәреп йырлай торғайным. Йырсы булырға хыялландым. Баритонға яҡын тенор тауышы ине миндә. Ауылда тәүҙә тышҡа табаҡ кеүек ҙур радио ҡуйҙылар, унан өйгә лә үткәрҙек. Концерттарҙы тыңлай торғайным, халыҡ йырҙарын яраттым, үҙем дә уларҙы йырланым. Артист артист бит инде, театр артисы йә йырсымы – уны айырманыҡ беҙ бала саҡта. Имтихандарҙы тапшырҙыҡ, ҡабул иттеләр, ләкин театр өсөн икәнен һуңынан белдем. Өсөнсө курста тамағым шеште, күкрәгем һыҙлап, ун көн ауырып яттым. Әсәйем килеп, мәтрүшкә, башҡа төрлө дарыу үләндәре эсереп, йүнәлтеп алды. Шеш ҡайтты, ләкин тауышым ҡалынайҙы. Үкенмәйем, барыбер театрҙа артист исемен күтәреп йөрөйбөҙ. Ә йырҙарҙы һаман да үҙ итәм, айырыуса И. Солтанбаевтың “Буранбай”ын. С. Абдуллин, Р. Йәнбәков, А. Солтановтың йырҙарын да яратам.
Тыуған ауылым Өфөнән 60 саҡрым, поезд йөрөй. Әсәйем йыш килде, ҡапсыҡлап-ҡапсыҡлап балан йыйып, шуны һатып, миңә аҡса ҡалдыра ине. Бергә уҡыған егеттәр Фидан Ғафаров, Рафаэль Шафиҡов, Әхмәт Йәнбулатов менән ҡайта инек ауылға.
Беҙ барлығы 16 кеше уҡырға индек, әле академтеатрҙа беҙ дүртәү – Фидан Ғафаров, Рәмзиә Хисамова, Тәнзилә Хисамова һәм мин. Көслө курс булдыҡ, беҙҙең менән бергә уҡығандарҙың 90 проценты театрҙарҙа эшләне. Барыһы ла халыҡ артистары, ҙур-ҙур кешеләр булды, “Рәсәйҙең халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ кешеләр ҙә бар.
– Театр, сәнғәт донъяһына һеҙҙе кемдәр алып инде?
– Барыһы ла бала саҡтан килә. Артистар ауылға килә ине. Салауат театры – йышыраҡ, “академтеатр” ике-өс йылға бер тапҡыр килде. Спектаклдәрҙе ҡарарға яраттыҡ. Балаларҙы индермәһәләр ҙә, яйын табыр булдыҡ: клубтың нигеҙен ҡаҙып, баҙҙан кереп, ярыҡтан булһа ла ҡарай торғайныҡ.
– Уҡытыусыларығыҙ кем булды?
– Беҙҙе Илшат Йомағолов уҡырға алды. Сәхнә теленән – Зәйтүнә Бикбулатова, сәхнә хәрәкәте, бейеү буйынса Тамара Хоҙайбирҙина белем бирҙе. Улар һәр ваҡыт “сәнғәт, сәнғәт, сәнғәт” тип торҙо, үҙҙәре лә ижад өсөн яралған кешеләр. “Әгәр сәнғәтте яратмаһағыҙ, китегеҙ, икенсе һөнәр һайлағыҙ”, – тиҙәр ине.
– Хеҙмәт юлын ҡайһы театрҙа башланығыҙ?
– Мине академтеатрға ҡалдырҙылар, ләкин Салауат театры ауылыбыҙға яҡын булғас, шунда ебәреүҙәрен һораным. Салауатҡа барғас, ундағы газ еҫенә түҙә алманым. Йыл ярым да булманы, бында эшләй алмайым, лутсы ауылға ҡайтам, завклуб булам, тинем. Мәҙәниәт министрлығына килдем, ул ваҡытта Клара Төхвәтуллина министр ине. “Юҡ, ҡайтмайһың, – ти. – Беҙҙең театрҙарҙа артистар етмәй”, – тип “академ”дың директорына шылтыратты. “Һиңә бына бер егетте ебәрәм, эшкә алығыҙ”, – тине. Ике көн эсендә Өфөлә эш башланым. Илшат ағай беҙҙең диплом спектаклен – “Крепостнойҙар” әҫәрен ҡуя ине, шунда үҙемдең ролде – Платоновты уйнаным.
– Ошо йылдар эсендә нисә роль уйнанығыҙ икән?
– Иҫәпләп ҡарағаным бар – ике йөҙгә яҡын.
– Ролдәрегеҙ араһында һағындырғандары бармы?
– Уларҙың барыһы ла һағындыра. Бына, мәҫәлән, “Тиле йәшлек”тәге Хәниф роле. Был спектаклде 25 тапҡыр ҡараныҡ, ти торғайны тамашасылар. М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында Исмәғил ролен ныҡ яраттым, Ғайса Хәсәнов сирләп киткәс, мине ролгә индерҙеләр. Ҡайҙа барһаҡ та: “О, үҙебеҙҙең Исмәғил килгән икән”, – тип ҡабул иттеләр, тимәк, халыҡ образымды яратҡан.
– “Тиле йәшлек” менән төрлө мажараларға ла тарығанһығыҙ бит?
– Ҡыйғы районында гастролдә йөрөгәндә буш көнөбөҙ бар ине. Муллаян Сөйәрғолов спектаклде тәҡдим итергә Йыланлы ауылына китте, унда иһә: “Спектаклде Салауат районынан килеп уйнанылар”, – тигәндәр.Ҡайтҡас, ул: “Егеттәр, мин “Таңсулпан”дың афишаһын ҡалдырҙым”, – ти. Билеттар һатылып бөткән, клуб тулы. Спектакль алдынан Муллаян ағай: “Иптәштәр, беҙҙең Мөбәрәк ағай ауырып китте, “Таңсулпан” спектакле килә алманы, шуға күрә беҙ һеҙгә “Тиле йәшлек” спектаклен күрһәтәбеҙ”, – тине. Халыҡ гөжләй башланы. “Тауышланмағыҙ, беҙ билетығыҙҙы йыртманыҡ, спектакль оҡшамаһа, һуңынан аҡсағыҙҙы алырһығыҙ”, – тине. Спектакль бөткәс, халыҡ дәррәү ҡул сапты, береһе лә билетын кире тапшырманы.
– Әхәт ағай, һеҙ төрлө хикәйә-юморескалар ҙа яҙаһығыҙ…
– Уҡығанда этюдтарым шәп сыға ине. Илшат ағай: “Әхәт, ҡара әле, ошоларҙы яҙһаң, матур хикәйәләр буласаҡ, ҡәләм тот әле”,– тине. Ул ваҡытта фекеренә иғтибар итмәнем. Стәрлетамаҡта эшләгәндә йәнә: “Әхәт, һин тотаһыңмы-юҡмы ҡәләм?” – ти. “Юҡ, ағай”, – тим. Ул мине күндерҙе, һәм мин халыҡ телендә йөрөгән “Һөйҙөргөс бетеүе”н яҙҙым. “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Тамаша” журналдарында, гәзиттәрҙә баҫылдым. Ғөмүмән, үҙем өсөн генә яҙам, ҡыҙыҡ булған өсөн генә.
– Кинола ла төшәһегеҙ…
– Эйе. Тәүҙә режиссер Руслан Юлтаев “Сируси” тигән 11 сериялы фильмға саҡырҙы. Бер мәл автобуста киләм, ҡаршымда ике егет ултыра. Миңә ҡарап: “Һеҙ бит Хикмәт бабай, эйе бит, ағай?”– тине берәүһе. Түгел, мәйтәм, мин – Әхәт ағайығыҙ. “Юҡ, кинола төшкән”, – ти. Көлөп ебәрҙем. “Образығыҙ миңә бик оҡшаны”, – ти. Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән”, “Өс таған” фильмдарында ла уйнаным.
– Бенефисығыҙҙа “Ҡара йөҙҙәр” спектакленән Фәхри ролен башҡарҙығыҙ…
– Эйе, әлеге ваҡытта шул ролем күңелемә ныҡ яҡын. “Ҡара йөҙҙәр”ҙе быға тиклем ике ҡуйылышта күрҙем: беренсеһендә Фәхри ролен – Ғәлимйән Ҡарамышев, икенсеһендә Илшат Йомағолов башҡарҙы. Икеһе лә уңышлы образ ижад итте. Өсөнсө тапҡыр ҡуйылғанында мин уйнайым. Айрат Абушахмановтың спектаклен алдағылар менән сағыштырып булмай, үҙенсәлекле драма барлыҡҡа килде, халыҡҡа бик оҡшаны. Мин Ғәлимәнең атаһын уйнайым. Ул образда рәхәтләнеп уйнайым да, кинәнеп илайым да…
– Һеҙҙең ижадты ниндәй режиссерҙар күтәрҙе?
– Мин Вәли ағай Ғәлимов ваҡытында театрға килдем. Лек Вәлиев ун йыл буйы художество етәксеһе булды, унда ла эшләнем. Унан һуң Рифҡәт Исрафилов килде, ул бер ваҡытта ла миңә дублер бирмәне. “Ниңә миңә дублер бирмәйһегеҙ?” – тип һорағанға: “Әхәт, барыбер һинең һымаҡ уйнай алмайҙар, үҙең генә эшлә лә ҡуй”, – ти торғайны. Рифҡәттең үҙ алымы бар ине. Айрат Абушахманов үҙенсә ижад итә, уның менән дә эшләүе еңел, рәхәт. Ул үҙенсә ҡуя, бөтөнләй күренмәгән нәмәләрҙе килтереп сығара, яңылыҡ индерә. Айрат мине бер спектакленән дә ҡалдырманы тиерлек.
– Һеҙ китап, гәзит-журналдарҙы ла күп уҡыйһығыҙ.
– Гәзитһеҙ, китап-журналһыҙ йәшәп булмай. Уҡымайһың икән – хәтерең дә насарая. “Китап” магазинына ай һайын инәм. Ҡыҙҙарға: “Миңә яңы повестар, романдар ҡалдырығыҙ”, – тип әйтеп ҡуйғанмын. Рәхмәт инде, үтенесемә ҡолаҡ һалалар.
– Һыу буйында балыҡсы – был һеҙҙең турала әйтелгән һымаҡ.
– Мин бит йылға буйында үҫкән малай. Элек Ағиҙелдә балыҡ бик күп ине, хәҙер генә бөттө ул. Әле инде күлдә балыҡ тотам, был шөғөл күңелемә ял бирә.
– Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләгеҙ әле.
– Бер нисә тапҡыр ғаилә ҡорҙом, һуңғы ҡатыным Алла баҡыйлыҡҡа күскәс, башҡаса өйләнмәнем. Ҡыҙҙарым, ейәнсәрҙәрем бар. Былтыр Сулпан ҡыҙымды ерләнем, бейеүсе, йырсы ине, һуңғы йылдарҙа театрҙа гример булды.
– Һеҙҙе директор итеп тә тәғәйенләгәндәр.
– Ун йыл Стәрлетамаҡта эшләп алдым. Шуның һигеҙ йылын башҡорт театрында директор булдым, Стәрлетамаҡ рус театрында – һигеҙ ай, бейеү театрында – бер йыл.
– Артистарға ниндәй талаптар ҡуйылырға тейеш?
– Беҙ бер талапҡа тоғро ҡалып йәшәйбеҙ – үҙ һөнәреңә тоғро булыу. Ошо сифат булмаһа, театрҙа һөйрәлеп йөрөүҙән мәғәнә юҡ. Беҙ театрға хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Хеҙмәт итеү – ул театрға, халҡыңа кәрәк булыу. “Әгәр ҙә кәрәгем юҡ икән, тураһын әйтегеҙ, һеҙгә еткәндер инде тип. Һеҙгә рәхмәт уҡып ҡына китермен”, – тигәнем бар етәкселәргә. Ғәмәлдә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Ниндәй хәлдә лә театр мине ҡотҡарып ҡалды. Ҡатыным ун йыл элек, 1 ғинуар көнөндә вафат булды, ә 10 ғинуарҙа эшкә сыҡтыҡ. Миңә өс роль бирҙеләр. Роль тураһында уйлай башлағас, ҡайғым ситкә китте, үҙемдә йәшәүгә көс тойҙом. Әгәр ҙә шунда роль бирелмәһә, бәлки, күптән ер ҡуйынында булыр инем.
– Әхәт ағай, замандаштарға ҡарата ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Йырсыны тыңлай белергә кәрәк. Театр артисы ла образы менән нимә әйтергә теләй – тамашасы шуны аңларға өйрәнһен ине. Театрға килһендәр, даими йөрөһөндәр.
– Әхәт Рәхмәтулла улы, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Ошо көндәрҙә А. Дударевтың “Эңер төшкәс” спектакленең премьераһында тамашасы алдына сыҡтығыҙ, яңы ролегеҙ менән шатландырҙығыҙ, ул да сәхнәлә уңышлы булһын!
Динара ҠӘЙҮМОВА әңгәмәләште.