Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 05:21

Тура һүҙле, төплө фекерле ҡәләмдәш

Ул таштар серен дә, һүҙ бәҫен дә яҡшы белә.

Фәрит Әхмәровты күптәр ихлас күңелле кеше, һутлы телле журналист, тормоштағы һәр күренешкә үҙ фекере булған шәхес булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Фәрит Зәбихулла улы 1951 йылдың сентябрендә Йылайыр районының Аралбай ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән. Аралбай, Үрге Ғәле мәктәптәрендә, Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатында белем ала. БДУ-ның филология факультетының I курсын тамамлағас, тормош юлында ҡырҡа үҙгәреш яһай һәм Серго Орджоникидзе исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү геология-разведкалау институтында уҡый башлай. Фәрит Әхмәров – “Ҡояш бабай”, “Һикәлтәле йылдар” китаптары авторы.

 

– Фәрит Зәбихулла улы, бала саҡтан ижадҡа тартылһағыҙ ҙа, гео­лог һөнәрен һайлаған­һығыҙ…

– Геолог булыуҙың сәбәбе: тыу­ған ауылым геологик яҡтан үҙен­сәлекле урында урынлашҡан. Тальк минералы сығып ята. Яҙ ет­һә, Баймаҡ, Сибай яҡтарынан геологтар килеп, тауҙағы кварц – аҡ ташты шартлата. Белгестәр кварц ятҡан ерҙә алтын барлығын белә. Шуға ла алтын урынын билдәләп, шул урынды шартлатып китәләр икән. Аҡ таш – алтындың юлдашы.

Ауыл мәктәбе Балдый тауы битләүендә урынлашҡан. Бер мәл шулай геологтар аҡ ташты шарт­латҡанда таш киҫәге мәктәп тәҙрә­һен ватып килеп инде. Башланғыс класс уҡытыусыһы булған атайым Зәбихулла Әхмәров беҙгә геолог­тарҙың нимә эшләүен, ни өсөн шартлатыу эштәре башҡарыуын аңлатып бирҙе. Шунан һуң геологтар килгән һайын, мин, ауыл ма­лайҙары менән бергә, таш шартлат­ҡандарын күҙәтергә яраттым, таштар донъяһы менән ҡыҙыҡһына башланым.

Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт донъя­һы ла ылыҡтырҙы. Атайым беҙгә “Башҡортостан пионеры” гәзитен, “Пионер” журналын алдырҙы. Ярышып гәзит-журналдарҙағы яңылыҡ­тар менән таныша инек. Бәләкәй саҡтан мөкиббән китеп китаптар уҡыным. Ғ. Сәләмдең “Ҡыҙыл букет” әҫәренән һуң нәфрәтләнеп, көйөнөп йөрөһәм, К. Мәргәндең “Алдар менән шайтан” әҫәрен рәхәтләнеп, көлә-көлә уҡыуым хәтерҙә. Фәрит Иҫәнғоловтың, Рәйес Ғабдрахмановтың әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡып сыҡтым. Өсөнсө класта “Башҡортостан пионеры” гәзитенә мәҡәлә яҙып ебәрҙем. Баҫманың эмблемаһы төшөрөлгән конвертта яуап хаты килеп төштө. Ундағы нисек яҙырға, нимәләр яҙырға тигән кәңәштәр мине дәртләндереп ебәрҙе. Был ҡәләм тибрәтеүҙең беренсе аҙымы ине.

 

– Атай һабаҡтарынан иң иҫтә ҡалғаны...

– Ынйы менән Зәбихулла Әхмә­ровтарҙың 12 балалы ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән­мен. Бөгөн туғыҙыбыҙ иҫән-һау. Һәр ҡайһыбыҙ уҡып һөнәр алды, тырышып эшләй, матур йәшәй. Кү­берәге – уҡытыусылар һәм таусылар. Атайым һәр саҡ беҙгә: “Намыҫлы булығыҙ. Тормошта үҙ урынығыҙҙы табып, һөнәрегеҙҙең оҫтаһы булығыҙ. Донъянан артта ҡалмаҫ өсөн белемегеҙҙе артты­рығыҙ, эште еренә еткереп ваҡы­тында үтәгеҙ, онотмағыҙ: ҡалған эшкә ҡар яуа”, – ти торғайны. Атайым нәсихәтен тотоп, мин дә белем камиллаштырыуҙы хуп күрҙем. Магаданда, Мәскәүҙә, Свердловскиҙа бер нисә тапҡыр курс үттем.

 

– Бала саҡ хыялығыҙ ниндәй ине?

– Бала саҡтан журналист та, геолог та булырға хыялландым. Бәләкәйҙән сос, үткер, ныҡышмал булдым. Төпкөлдә йәшәйем тип тормай, ҙур ерҙә уҡырға хыялланып, юғары белем алырға ынтылдым. Алтынсы класты тамамлағас, атайым мине Өфөгә 1-се республика  мәктәп-интернатына уҡырға алып килде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ғашиҡ инем. Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова башҡорт теленән көслө уҡытҡан, белемле, абруйлы педагог булды. Яҙыусылар, шағир­ҙар менән ул ойошторған осра­шыуҙарға ҙур теләк менән йөрөнөм. Мостай Кәрим, Фәрит Иҫәнғолов, Сәғит Агиш интернатҡа йыш килә ине. Билдәле шағир Рәми Ғари­повтың шул мәлдәрҙән ҡалған автографын ҡәҙерле иҫтәлек итеп һаҡлайым. Ошо шауҡымда үҙем дә мәҡәләләр яҙа башланым. Уҡыуҙа ла алға ынтылдым, физика буйынса олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулай инем. Тырыш­лығым бушҡа китмәне, X класты гел “бишле”гә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем.

 

– Үрҙә әйтеп үткәнсә, БДУ-ла беренсе курсты тамамлап, Мәскәүгә геология буйынса уҡырға юлланғанһығыҙ. Был аҙымды яһауға нимә сәбәпсе булды?

– Ғалим-геолог, журналист, балалар яҙыусыһы Диҡҡәт Бураҡаев менән осрашып, оҙаҡ һөйләш­кәндән һуң, яҙмышым ҡырҡа үҙгәрҙе. “Филологияға барып, буш иткәнһең, техник вузға уҡырға инергә кәрәк ине. Һәләтең булһа, икенсе һөнәр эйәһе булып та яҙышырға мөмкин”, – тип техник һөнәр алырға өгөтләне. Журналист булырға хыялланып йөрөгән ерҙән, уның кәңәшен тотоп, Серго Орджоникидзе исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү геология-разведкалау институтына уҡырға индем. Төньяҡ Урал руднигында, алыҫ Чукоткала производство практикаһын үттем. 1975 йылда институтты уңышлы тамамлап, тау инженеры һөнәрен алып, йүнәлтмә буйынса Баймаҡҡа – Түбә алтын приискыһына эшкә ҡайттым. Биш йылдан һуң ғаиләм менән Чукоткалағы алтын приискыһына эшкә юлландым.

Миңә туғандарым “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Баш­ҡортос­тан” кеүек баҫмаларҙы почта аша ебәреп торҙо. Һыуһыным ҡанғансы рәхәтләнеп уҡый инем. Алты йылдан һуң йәнә Баймаҡҡа эшкә ҡайт­тым. Шулай итеп, 20 йылдан ашыу алтын сығарыу приискыһында эшләнем. Смена мастерынан алып баш инженерға тиклем хеҙмәт юлын үтеп, геология бүлегенә етәк­селек итеп, директорғаса күтәрел­дем. Тау инженеры булараҡ, Бай­маҡта яңы Ялан Геология партия­һын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаштым.

 

– Ә журналистикаға ныҡлы рәүештә нисек аяҡ баҫтығыҙ?

– Журналистика ла, геология ла тормошомда йәнәш барҙы. Шулай ҙа геология тармағынан рәсми рәүештә эштән китергә тура килде. Бер мәл Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әмир Сәйғә­фәров күреп ҡалды ла “Баш­ҡорт­остан” гәзитенә хәбәрсе эҙләүҙәре тураһында әйтте һәм өҫтәп ҡуйҙы: “Йәһәт кенә Өфөгә юллан!” Яртышар йыллап аҡса ала алмай йөрөгән ваҡыт, кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Был хаҡта Сәй­ғәфәровҡа әйткәс, ул кеҫәһенән аҡса сығарҙы ла: “Беренсе гонорарыңдан түләрһең, тип ышанам”, – тип фатиха биреп, баш ҡалаға оҙатты.

Өфөлә шағир дуҫым Рәмил Йәнбәкте күреп хәлде һөйләгәс, ул мөхәррир Тәлғәт Сәғитовҡа алып барҙы. “Яҙышаһыңмы?” – тип һорай минән Тәлғәт Ниғмәтулла улы. Яуабымды ла көтмәйенсә, Рәмил Йәнбәк: “Яҙа ул, шәп яҙа”, – тип әйтә һалды. “Әгәр яҙа алмаһа, үҙең яҙаһың инде”, – тип яуапланы Сәғитов. Өс тема бирҙеләр, оҙаҡ та үтмәй, мәҡәләләремде ебәрҙем. Бер мәл Тәлғәт Ниғмәтулла улы Бай­маҡҡа килеп төштө. Яҙма­ларымды маҡтап, эшкә алыуҙы дәлилләгән бойороҡ тотторҙо.

Уға тиклем дә республика баҫ­ма­ларына яҙыша торғайным. Шулай итеп, көньяҡ-көнсығыш тө­бәк буйынса “Башҡортостан ” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып киттем. Уның араһында “Ауыл уттары”, “Һаҡмар”, “Атайсал” гәзиттәренә, “Аманат” журналына мәҡәләләремде ебәреп торҙом.

 

– Ике китап авторы булараҡ, уларға ла бер аҙ байҡау яһайыҡ…

– “Ҡояш бабай” йыйынтығына Йылайыр буйы ер-һыу атамалары тупланды, “Һикәлтәле йылдар” китабы – 1990 – 2010 йылдарҙа яҙылған мәҡәләләр, журналист яҙмалары тупланмаһы. Китаптарҙы үҙнәшер юлы менән сығарҙым.

“Ағас” һумдар эшкинмәй баш­лағас, бартерға күсеп, аҡса хаҡ­һыҙланған осор, халыҡтың яртышар йыл аҡсаһыҙ  интеккән мәле... “Һикәлтәле йылдар” тигән китабымда шул осорҙа халыҡты борсоған һорауҙарҙы асыҡтан-асыҡ күтәргән тәнҡит мәҡәләләрем, шулай уҡ үҙ эшенең оҫталары, төрлө һөнәр эйәләре, йөҙйәшәрҙәр, ауыл эшселәре менән әңгәмәләрем,  һүрәтләмәләрем, Башҡортос­тандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, яҙыусы Мөслим Әбсәләмов, дуҫым, күренекле шағир Рәмил Йәнбәков, яҡташым Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов тура­һында йылы хәтирәләрем һәм башҡа эшһөйәрҙәр тураһында мәҡәләләрем урын алды.

Был мәҡәләләрҙең барыһы ла үҙ хәбәрсе булып эшләгән йыл­дарҙа “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡты, әммә төрлө гәзиттәрҙән табыуы яйһыҙ, етмәһә, һәр береһе йәнле тарих, үткән йылдар, беҙ үткән юлдар, һикәлтәле йылдар... Уларҙы онотоп та булмай, оноторға ла ярамай, шуға күрә бер китапҡа тупланым.  

 

– Һеҙҙе үткер ҡәләмле, тура һүҙле, төплө фекерле, ғәҙел журналист тип беләбеҙ. Бөгөнгө журналистарға әйтер һүҙегеҙ ҙә барҙыр...

– Гәзиттәрҙә, бигерәк тә урын­дағы баҫмаларҙа темалар һайлығы күҙгә ташлана. Маҡтауға ҡоролған мәҡәләләр һәм ҡыҫҡа яңылыҡтар һәр бер төбәктә ҡабатлана, руссанан башҡортсаға бер үк интернет мәғлүмәттәрен тәржемәләү һәр гәзиттә тиерлек күҙәтелә, йәштәр темаһы һәм проблемалар күтәрел­мәй. “Тормошта бөтәһе лә һәйбәт, мәшәҡәттәр юҡ, йырлайбыҙ ҙа бе­йейбеҙ” тигән кеүегерәк мәҡәлә­ләр менән мауыҡмаһын ине йәш­тәр. Журналист тормоштоң, йәшә­йештең ағын аҡ итеп, ҡараһын ҡара итеп ҡурҡмай яҡтыртырға тейеш.

Ә инде үҙемә килгәндә, журналистика – ғүмер буйы янымда. Ун йыл “Башҡортостан”дың үҙ хәбәр­сеһе, биш йыл “Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе булдым. Хәйбулла, Йылайыр, Сибай, Баймаҡ райондары тормошон яҡтырттым. Хәбәрсене аяғы туйҙыра, тиҙәр. Яҙлы-көҙлө сәсеү, уңыш йыйыу ваҡыттарында, йә иһә райондарҙа тыуған ығы-зығы, мәшәҡәттәр, ҡыуаныслы яңылыҡтар булһынмы, хәл-ваҡиға булған төбәккә барып, кәрәкле кешеләр менән осрашып, гәзиткә тәфсирләп яҙырға тырыштым. Атайым әйткәнсә, тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, материалды ваҡытында өлгөртә инем. Оҙаҡ йылдар хәбәрсе булып эшләүем менән бик бәхетлемен, эшемде яратып, ҙур кинәнес менән башҡарҙым.

 

– Ғаиләгеҙ, яратҡан шөғөлдә­регеҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине...

– Тормош юлдашым Рәшиҙә Шәрифйән ҡыҙы менән өс бала – Әнисә, Айгөл, Азатты үҫтерҙек. Бөгөн уларҙың һәр береһенең үҙ тормошо. Өс ейәнсәр, бер ейәнгә ҡартатай һәм ҡартәсәйбеҙ.

Шөғөлдәргә килгәндә, бәлә­кәйҙән баҡса яраттым. Бала ғына килеш помидор үҫтерә инем. Ор­лоғон ҡайҙан алғанмындыр, хәтер­ләмәйем. Шулай ҙа ергә помидор орлоғо сәсеп, шуны үҫте­реүемде ныҡ хәтерләйем. Йәтеш кенә по­мидорҙарҙы урындыҡ аҫ­тына, быйма эсенә, тәҙрә араларына һалып ҡыҙарта инек. Бөгөн дә помидорҙы яратып үҫтерәм. Ҡа­ра ҡарағат, ғөмүмән, емеш-еләк үҫтерергә яратам. Әйткәндәй, емеш­тәрем йыл да уңа. Ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡайнатмалар, салаттар әҙерләйбеҙ, ҡыяр, помидор тоҙлайбыҙ.

 

– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә ҡәләмегеҙ үткер, тормошоғоҙ ырыҫлы булһын.

 

Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА әңгәмәләште.

 

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас