Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 16:30

Ҡунаҡҡоловтар "тимер ат"лы булды!

Был хаҡта яҡташтары Рәхимә Мусина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Ҡунаҡҡоловтар "тимер ат"лы булды!Ҡунаҡҡоловтар "тимер ат"лы булды!
Ҡунаҡҡоловтар "тимер ат"лы булды!

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған ағалы-ҡустылы Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар яҙмышы тураһында күп яҙҙыҡ. Әле яҡташтары Рәхимә Мусина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәнә бер оло ҡыуаныс менән уртаҡлаша.

"Йәнекәйҙән Ҡунаҡҡоловтарҙың тормошо тамам яйланыу өҫтөндә. Әле егеттәр "тимер ат"лы булып ҡыуанды. “Көн һайын булмаһа ла, унда-бында барып килергә йомош сығып тора бит. Водитель танытмаһы булған кешене яллап йөрөргә уйлайбыҙ”, тиҙәр. Ә Гөлфиә Рафиҡ менән Ейәнсураға барып ҡайтыу хаҡында хыяллана.

Ике-өс ай буйы өйҙәренең гөрләп тороуына өйрәнеп киткән кешеләр, Идиә апайҙан башҡа хәҙер килеп сығыусы ла юҡ, тип бер аҙ эстәре бошоп тора әле. Ә Идиә, афарин, алдына алған бурыстарын үтәү юлында. Әле ул Ҡунаҡҡоловтарҙы Асҡар дауаханаһына алып барып, инвалидтарға төрлө льготалар менән файҙаланыу мөмкинлеге биргән ИПР-ҙарын яңыртып алып ҡайтҡан. Күмәгеһенә бер коляска алып барғандар ҙа алмаш-тилмәш табиптарға йөрөткәндәр. Өс инвалидты күтәреп-төшөрөп алып йөрөгән ире Зиннурға ҙур рәхмәт. “Ярты көндә өсөһөн дә тикшерттек, былар бит теге Ҡунаҡҡоловтар, тип халыҡ бер һүҙ әйтмәй сиратһыҙ үткәреп торҙо”, - ти Идиә Миҙхәт ҡыҙы.

Тиҙҙән өйҙәренә бәйле суд та буласаҡ. Артабан икенсе өйҙәрен дауам итеү (таҡта булды бит инде), газ үткәреү кеүек ҙур эштәр көтә. Күмәк кешеләр ярҙамы менән башҡаларҙан ҡалышмай тормош көтә башлаған Ҡунаҡҡоловтар өсөн шатланырлыҡ сәбәптәр шулай сығып торһон. Һаулыҡ бирһен, юлдары имен булһын!"

Сығанаҡ һәм фото: Рәхимә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас