Йәмғиәт
19 Декабрь 2021, 14:30

Кемдер матурлыҡ тыуҙыра, икенселәре емерә...

Баймаҡ ҡалаһының Белов урамында төҙөлгән Яңы йыл ҡаласығы вандалдар тарафынан емерелгән.

Кемдер матурлыҡ тыуҙыра, икенселәре емерә...Кемдер матурлыҡ тыуҙыра, икенселәре емерә...
Кемдер матурлыҡ тыуҙыра, икенселәре емерә...

Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бик күңелһеҙ ваҡиға хаҡында хәбәр итә.

"Баймаҡ ҡалаһын төҙөкләндереү, бар уңайлыҡтар тыуҙырыу, ҡала халҡына Яңы йыл кәйефе бүләк итер  өсөн күп эштәр башҡарыла. Ҡала биҫтәләрендә балалар өсөн боҙ майҙансыҡтары барлыҡҡа килә башланы. Ләкин кемгәлер ул оҡшамай күрәһең. Ҡала депутаттары һәм Баймаҡ ҡалаһының "Йылылыҡ селтәре", "Юл хужалығы" йәмғиәте эшселәре тарафынан бик матур һәм хәүефһеҙ Боҙ ҡаласығы төҙөлдө. Әммә был матурлыҡты күреп, уның менән һоҡланып та өлгөрмәнеләр, бер төн эсендә Белов урамында ҡалҡып сыҡҡан Яңы йыл ҡаласығын емереп, боҙ һындарҙы онтап, боҙоп киткәндәр. Ә инде ҡыйбатлы урам гирляндаһын урлағандар.

Ҡасан беҙ кешеләр өсөн төҙөлгән матурлыҡты күрә һәм ҡәҙерләй белербеҙ? Ә бит кемдер уларҙы күрә, әммә өндәшмәй..."

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында бында күңелһеҙ хәлдәр йыш осрай. Яҙ көнө вандалдар тарафынан сәскә түтәлдәре тамыранан аҡтарылып алынһа, ултыртылған  күк шыршы үҫентеләрен хатта ҡаҙып алып киттеләр. Еңеү байрамынан һуң Еңеү паркындағы танкка "һөжүм" ителде. Ә был юлы йәнә матурлыҡҡа кемдер ҡул һуҙҙы.. Кемгә оҡшамай һуң Баймаҡтың матурлығы, ниңә уны күреүселәр ҙә, тәртип боҙоусыларҙы белеүселәр ҙә юҡ. Вандалдарҙың кем икәнлеген белеүселәрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүе һорала. Был юлы ла ғәйепләнеүселәр үҙ язаһын алмаһа, артабан ни булырын бер кем дә әйтә алмай...

Фото: Радмир Иҫәнбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Кемдер матурлыҡ тыуҙыра, икенселәре емерә...
Кемдер матурлыҡ тыуҙыра, икенселәре емерә...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас