

Бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған Дамира Сабирйәнованың арабыҙҙан китеүе барыһын да шаңҡытты. Медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры кәңәшсеһе, доцент, балалар хирургы Дамира Шәрифйән ҡыҙы республикала Медицина палатаһына нигеҙ һалыусы һәм уның рәйесе лә булып эшләй.
2010 йылда Дамира Сабирйәнова Башҡортостандың Милли медицина палатаһына етәксе итеп тәғәйенләнә һәм бөгөнгәсә уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Ул шулай уҡ 60-дан ашыу ғилми мәҡәләләр авторы ла. Ғалимә пациенттарҙы сифатһыҙ дауалауға һәм табип хаталарына ҡаршы көрәшә, медицина хеҙмәткәрҙәрен ғәҙелһеҙлектән яҡлау буйынса бихисап эш атҡара.
Был күңелһеҙ хәбәр менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
"Башҡортостан Республикаһының Медицина палатаһы рәйесе Дамира Шәрифйән ҡыҙы Сабирйәнованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Шундай яҡты кеше ине! Күҙҙәргә йәш килә...
Мәрхүмә менән хушлашыу 20 декабрь көнө, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының медиктар Йортонда сәғәт 13.30-ҙа үтә.
"Башҡортостан" гәзите мәрхүмәнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Йәне йәннәттә булһын!
Фото: "Башинформ"